Пластмассалар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Полипропилен молекулаһы сылбыры.
Тулыһынса йәки өлөшләтә пластиктан эшләнгән көнкүреш әйберҙәре
Йылылыҡ тәьҫирендә деформацияланған һәм өлөшләтә ирегән Һауыт-һабаның һабы
5c iPhone смартфонының поликарбанат корпусы
Англияла 1950 йылда эшләнгән пластик һауыт-һаба
Түбән хаҡлы, химик сыҙамлы һәм тоташыу еңеллеге арҡаһында ПВК торбалары канализацияла киң ҡулланыла
Антипирены
Бирмингем фәнни музейында Паркс иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ
Полимер тибы буйынса беренсел пластик етештереү
2050 йылда океандарҙа балыҡтарға ҡарағанда пластик күберәк буласағын күрһәткән инфографикаһы
Германияның дүрт йылғаһының аҫҡы ултырмаларында микропластика. Аҡ уҡтар күрһәткән төрлө формаларға иғтибар итегеҙ. (Аҡ һыҙыҡтарр 1 мм шкаланы күрһәтә.)
Икенсел эшкәртеү өсөн материалдарҙы ҡулдан сортлау.

Пластмасса (пластик масса), йәки пластик — синтетик йәки тәбиғи юғары молекулалар берләшмәһе (полимерҙар) нигеҙендә материалдар. Синтетик полимерҙар нигеҙендә лә пластмасса бик киң ҡулланыла.

«Пластмасса» атамаһы йылытыу һәм баҫым тәьҫирендә был материалдар һыуынғандан йәки ҡатырғандан һуң бирелгән форманы һаҡлауға һәләтле тигәнде аңлата. Формалаштырыу процесы пластик деформацияланыусы (йә юғары һығылмалы) тороштоң ҡаты торошҡа (быяла йәки кристаллға) күсеүенән барлыҡҡа килә..

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе пластмассаны 1855 йылда инглиз металлургы һәм уйлап табыусыһы Александр Паркс уйлап сығара.[2] Паркс уны паркезин тип атай (һуңыраҡ тағы бер исем тарала — целлулоид). Паркезин беренсе тапҡыр Лондонда Ҙур халыҡ-ара күргәҙмәлә 1862 йылда күрһәтелә. Пластмасса эшләү тәбиғи пластик материалдар ҡулланыуҙан башлана (һағыҙ, шеллак), артабан химик модификацияланған тәбиғи материалдар (каучук, нитроцеллулоза, коллаген, галалит) ҡулланыла һәм ниһәйәт тулыһынса синтетик молекулалар (бакелит, эпоксид ыҫмалаһы, поливинил хлориды, полиэтилен һәм башҡалар) ҡулланыла башлай.

Паркезин азот кислотаһында эшкәртелгән целлюлозанан эшләнә һәм беренсе яһалма пластиктың тауар билдәһе була. Паркезинды йыш ҡына яһалма фил һөйәге тип атағандар. 1866 йылда Паркс материалды күпләп етештереү өсөн Паркезин компанияһын ойоштора. Әммә 1868 йылда компания продукция сифатының насар булыуы арҡаһында бөлгөнлөккә төшә, сөнки Паркс етештереү сығымдарын кәметергә тырыша. Паркезиндың вариҫы ксионит (шул уҡ материалдың икенсе атамаһы) һәм Джон Уэсли Хиат сығарған целлулоид була. Ксионитты «Паркс» компанияһының элекке хеҙмәткәре Дэниел Шпил компанияһы етешгән. Целлулоидты фил һөйәге урынына ҡуллана башлайҙар, атап әйткәндә, бильярд шарҙары, фортепиано клавишалары, яһалма тештәр эшләнә.

1907 йылда Бельгия һәм Америка химигы Лев Бэйкленд ҡыйбат булмаған, янмай торған һәм универсаль ҡулланышта булған бакелит тигән синтетик пластмассаны уйлап таба. Америка электрлаштырылған осорҙа эбонит йәки шеллактан эшләнгән изоляторҙарҙы алмаштырыу өсөн материал кәрәк була. Баҡтиһәң, бакелит күп әйберҙәрҙе механизациялап күпләп етештереү өсөн яраҡлы икән. Бакелит уйлап сығарылғас, күп фирмалар пластмассаның потенциалын юғары баһалай һәм яңы пластмассалар эшләү маҡсатында тикшеренеүҙәр үткәрә башлай.

Рәсәйҙә шулай уҡ фенол һәм формальдегид нигеҙендә пластик массалар эшләү буйынса эштәр башҡарыла. 1913-1914 йылдарҙа Орехово-Зуево эргәһендәге Дубровка ауылында ебәк туҡыу фабрикаһында Г. С. Петров, В. И. Лисев һәм К. И. Тарасов беренсе рус пластикаһын — карболитты синтезлай[1] һәм уны етештереү ойошторола. Карболит исемен карбол кислотаһы исеменән ала, икенсе исеме фенол. Артабан Петров Григорий Семенович пластмассаны камиллаштырыу буйынса эшен дауам итә һәм текстолит уйлап таба..

Пластмасса төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Полимерҙың характерына һәм пластик изделиеларҙы формалаштырыуҙа йәбешкәк хәлдән быяла хәлгә күсеүенә ҡарап түбәндәгеләргә бүленә:

  • Термопласт (термопластичный пластмасса) — йылытҡанда ирейҙәр, һыуынғас, тәүге хәленә ҡайталар;
  • Реактопласт (термореактивный пластмасса) — башланғыс торошта макромолекулалар һыҙыҡҡа теҙелгән була, ә ниндәйҙер температурала селтәргә әйләнә. Ҡаты хәлгә күскәндән һуң улар йәбешкәк хәлгә кире күсә алмай. Ҡулланыу температураһы юғарыраҡ, әммә йылытҡанда емереләләр һәм артабан һыуынғанда тәүге үҙенсәлектәрен тергеҙә алмайҙар;

Шулай уҡ газ менән тултырылған пластмассалар — тығыҙлығы түбән булған күбекле пластик массалар;

Үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пластмассаның төп механик характеристикаһы метал булмағандарға оҡшаш.Пластмассаларҙың тығыҙлығы түбән (0,85-1,8 г/см²), электр һәм термик үткәреүсәнлеге бик түбән, механик ныҡлығы ла бик юғары түгел. Йылытҡанда (йыш ҡына алдан йомшартыу менән) тарҡалалар. Дымға һиҙгер түгел, көслө кислоталар һәм нигеҙҙәр тәьҫиренә сыҙамлы түгел, органик иретмәләргә мөнәсәбәт төрлөсә (полимерҙың химик характерына ҡарап). Физиологик яҡтан зыянһыҙ тиерлек. Пластмасса үҙенсәлектәрен сополимеризация йәки стереоспецифик полимеризация ярҙамында үҙгәртергә мөмкин, Төрлө пластмассаларҙы бер-береһе менән берләштереп быяла сүс, туҡыу туҡымаһы кеүек башҡа материалдар менән берләштереп, тултырыусылар, буяуҙар, пластмассалар алырға мөмкин.

Пластмассаларҙың ныҡлығы Бринелль буйынса 5 миллиметр диаметрлы шарға 50-250 кгс ауырлығындағы көс менән билдәләнә.

Мартенс буйынса йылылыҡҡа сыҙамлылыҡ — 210 мм рычаг осонда 120 × 15 × 10 мм үлсәнешендә булған пластик рәшәткәгә даими 50 кгс/см² бөгөлөү көсөргәнеше булғанда 6 мм-ға бөгөлгөн температура.


Вик буйынса йылылыҡҡа сыҙамлаҡ — 5 кг (йомшаҡ пластмассалар өсөн 1 кг) ауырлыҡтағы йөк тәьҫире аҫтында диаметры 1,13 мм булған цилиндрик таяҡ пластмассаға 1 мм тәрәнәйгән температура.

Муртлыҡ (материалдың көс тәьҫиренән ваҡ киҫәктәргә бүлгеләнеү үҙсәнлеге) температураһы (һыуыҡҡа сыҙамлыҡ) — пластик йәки һығылмалы материалға һуҡҡанда емерелеү температураһы.

Пластмассаға махсус үҙенсәлектәр биреү өсөн пластификаторҙар өҫтәлә. Пластика биреү өсөн силикон, дибутилфталат, ПЭГ һ. б., ялҡындан һаҡланыу дифенилбутансульфокислота, антиоксиданттар (трипенилфосфит, тулыландырырлмаған углеводородтар) өҫтәлә.

Алыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Синтетик пластмасса етештереү күмерҙән, нефтьтән йәки тәбиғи газдан бүленеп сыҡҡан бензол, этилен, фенол, ацетилен һәм башҡа мономерҙар кеүек түбән молекулалы матдәләрҙе полимеризациялау, поликонденсациялау йәки полиҡушылыу реакцияларына нигеҙләнә. Был ваҡытта бик юғары молекуляр бәйләнештәр барлыҡҡа килә (грек теленде «поли-» «күп» тигәнде аңлата, мәҫәлән, этилен-полиэтилен).

Эшкәртеү ысулы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Иретеп баҫым аҫтында ҡойоу
  • Экструзия
  • Преслау
  • Виброформалау
  • Күбекләндереү
  • Ҡойолма эшләү
  • Йәбештереү
  • Вакуумда формалау
  • Механик эшкәртеү

Пластик массалар, металдар менән сағыштырғанда, юғары һығылмалы деформацияға эйә, һөҙөмтәлә пластмассаларҙы эшкәрткәндә металдарҙы эшкәртеүгә ҡарағанда юғарыраҡ баҫым ҡулланыла. Ниндәй ҙә булһа майлау материалдарын ҡулланыу, ҡағиҙә булараҡ, тәҡдим ителмәй; тик ҡайһы бер осраҡтарҙа ғына тулыһынса эшкәртлеп бөткәс минераль май ҡулланырға мөмкин. Продуктты һәм ҡоралды һыуытыу өсөн һауа ағымы ҡулланыла.

Пластик масса күп хрупкая ҡарағанда, тимер, пластмасса эшкәртеү, инструмент кәрәк юғары тиҙлекте кәметеү һәм ҡулланыу ваҡытын резание шуға күрә һындырып бирә. Заманынан байтаҡҡа күберәк таушалыу пластмасса эшкәртеү инструменттар, металл эшкәртеү ҡарағанда, ҡаты иретмәләренән, ҡорос йәки ҡорал ҡулланырға кәрәк йәки ни өсөн бер үк быстрорежущий высокоуглеродистый. Лезвие затачивать ҡорал һындырырға кәрәк, мөмкин тиклем күберәк мохтажлыҡ, бөртөклө был даирәләр өсөн файҙаланыла.

Пластмассаны токарь станогында эшкәртергә һәм фрезларға мөмкин. Таҫмалы, дискалы бысҡылар, карбонур дискалар ярҙамында бысырға мөмкин.

Йәбештереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пластмассаларҙы бер-береһенә тоташыу механик рәүештә (фигуралы профиль, болттар, риветтар һ.б.) ярҙамында), химик (йәбештереү, артабан киптереү менән иретеп йәбештереү), термик (иретеп йәбештереү) ысул ҡулланып башҡарырға мөмкин. Һанап үтелгән тоташыу ысулдарынан тик йәбештереү ярҙамында ғына бәйләнеште сит материалдарһыҙ, шулай уҡ төп материалға үҙсәнлектәре һәм составы буйынса мөмкин тиклем яҡыныраҡ бәйләнеш алыу мөмкинлеге бар. Шуға күрә конструкцияларҙы әҙерләгәндә герметиҡлыҡҡа, ныҡлыҡҡа һәм башҡа сифаттарға юғары талаптар ҡуйылғанда иретеп йәбештереү ҡулланыла.

Пластмасса иретеп йәбештереү процесы йылытылған берләшмәләр менән бәйләнеш иҫәбенә башҡарыла. Процесс билдәле бер шарттарҙа үтә:

  1. Юғары температура. Температураның ҡиммәте матдәне йәбешкәк хәлгә еткерергә тейеш.
  2. Йәбештерелә торған өҫлөктәр тығыҙ бәйләнештә булырға тейеш.
  3. Оптималь йәбештереү ваҡыты.

Шуны ла билдәләп үтәйек: пластмассаның термик киңәйеү коэффициенты металдарға ҡарағанда бер нисә тапҡырға күберәк, шуға күрә йәбештереү һәм һыуытыу процесында баҫымдар һәм деформациялар барлыҡҡа килә, улар йәбештерелгән пластмассаларҙың ныҡлығын кәметә.

Йәбештерелгән пластмассаның ныҡлығына химик составы, макромолекулаларҙың ориентацияһы, тирә-яҡ мөхиттең температураһы һәм башҡа факторҙар ҙур йоғонто яһай.

Пластмассаларҙы йәбештереү өсөн төрлө ысулдар ҡулланыла:

  1. Присадкалар ҡушылған газ ҡатнашлығында йәбештереү
  2. Эсктрудирлаусы присадкалар ярҙамында йәбештереү
  3. Иретеп йылылыҡ-контаклы йәбештереү
  4. Йәбештерә торған урынды ғына иретеп йәбештереү
  5. Юғары йышлыҡтағы электр ҡырында йәбештереү
  6. Термопластарҙы ультратауыш ярҙамында йәбештереү
  7. Пластмассаларҙы ышҡылыҡ ярҙамында йәбештереү
  8. Пластмассаларҙы нурланыш ярҙамында йәбештереү
  9. Пластмассаларҙы химик йәбештереү

Металл иретеп йәштереүҙәге кеүек үк, иретеп йәштереүҙә лә пластмассаны иреткәндә материал һәм уның эргәһендәге зона механик һәм физик үҙенсәлектәре буйынса төп материалдан әллә ни айырылмаҫҡа иейеш. Термопластиканы иретеп йәбештереү, уны эшкәртеүҙең башҡа ысулдары кеүек үк, полимерҙы эластик хәлгә, ә һуңынан йәбешкәк хәлгә күсереүенәнигеҙләнгән. Был осраҡта полимерҙың йәбешкәк хәлгә күсеүе материалдың термаль емерелеүенә юл ҡуйылмаҫҡа тейеш.

К

Пластмассанан материалдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гетинакс
  • Текстолит

Мебель пластмассаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мебель етештереү өсөн пластмассаны термореактив ыҫмалаларҙы ҡағыҙға һылау юлы менән алалар. Ҡағыҙ етештереү пластик етештереү процесында иң күп энергия һәм капитал сығымдар талап иткән этап булып тора. Мебель пластмассаһы өсөн 2 төр ҡағыҙ ҡулланыла: крафт ҡағыҙы (тығыҙ һәм ағартылмаған) һәм декоратив (пластик биҙәк биреү өсөн) ҡағыҙ. Крафт ҡағыҙын туйындырыу өсөн фенол-формальдегид ыҫмалалар, улар крафт ҡағыҙы өсөн меламин-формальдегид ыҫмалалар ҡулланыла.

Мебель пластигы бер нисә ҡатламдан тора. Беренсеһе — үтә күренмәле һаҡлағыс ҡатлам. Юғары сифатлы ҡағыҙҙан эшләнә, меламиноформальдегид ыҫмала һеңдерелә. Артабан — декоратив ҡатлам. Һуңынан пластиктың нигеҙе булып торған бер нисә ҡатлам крафт-ҡағыҙ йәбештерелә. Һәм һуңғы ҡатлам — компенсация (меламиноформальдегид ыҫмалала ебетелгән крафт-ҡағыҙ). Был ҡатлам америка пластик мебелендә генә бар.

Әҙер мебель пластикаһы — ҡалынлығы 1-3 мм булған сыҙамлы буялған табаҡтар. Үҙенсәлектәре буйынса гетинаксҡа яҡын. Атап әйткәндә, иретеп йәштереүсе паяльник осонан иремәй, башҡа төрлө әйткәндә, пластик масса түгел, сөнки уны эҫе хәлдә ҡойоп булмай, шулай ҙа ҡыҙҙырғанда табаҡ формаһын үҙгәртеп була. Мебель пластикаһы XX быуатта метрополитен вагондары интерьерын биҙәү өсөн киң ҡулланылған.

Биопластик[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биопластика — биоталҡалаусы компоненттар булған полимерҙар. Биопластик башҡа пластмассаларға альтернатива сифатында ҡулланыла. Был изделиелар бер тапҡыр ҡулланыла, йыйып ҡайтанан ҡулланыу ҡатмарлаша. Миҫал өсөн супермаркеттаҙағы пакеттарҙы индерергә була.

Биопластиканың өҫтөнлөктәренә ҡалдыҡтар күләмен кәметеү, энергия сығымдарын кәметеү, традицион һәм биодеградацияланыусы материалдарҙы берләштереү мөмкинлеге һәм етештереүҙә яңыртылған ресурстарҙы файҙаланыу инә. Биопластиканың етешһеҙлектәренә ҡайтанан эшкәртеүҙең билдәле бер процедураһы кәрәклеге, химик ашламаларҙы ҡулланыуҙы арттырыу, утилләштереүҙең ҡатмарлылығы, һөрөнтө ерҙәрҙең артыуы һәм юғары хаҡ инә.

Гринпис мәғлүмәттәре буйынса, пластик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү планетаға полимерҙарҙың беренсел етештереүенә ҡарағанда өс тапҡырға аҙыраҡ зыян килтерә.[2].

Донъяла биопластика етештереү кимәле пластик етештереүҙең дөйөм күләменең 1 проценты кимәлендә тора. Был етештереү процесының ҡиммәт булыуы һәм биопластиканы айырым йыйыу һәм утилләштереү өсөн шарттар булмауы менән бәйле. Әммә белгестәр был йүнәлештең үҫеүе һәм үҫеше өсөн юғары потенциал булыуын билдәләй.[3].

Пластик ҡалдыҡтарын эшкәртеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Переработка пластика
Пластик ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүлеү]]
Төҫө буйынса сорттарға бүленгән шешәләр
Эшкәртелгән пластик шешәләрҙән эшләнгән лейка
Яңынан ҡулланыласаҡHDPE

Үҫешкән илдәрҙә ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү менән дәүләт һәм шәхси компаниялар шөғөлләнә һәм был бизнес формаһына әүерелгән. Ҡытайҙа пластик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү менән шөғөлләнеүсе 10 меңдән ашыу предприятие эшләй, уларҙың яртыһы тиерлек эре һәм урта предприятиеларға ҡарай, улар даими рәүештә эшкәртеү күләмен арттыра; шулай уҡ илдә стихиялы сүп-сар йыйыусылар берләшмәһе бар, ул халыҡтан көнкүреш ҡалдыҡтарын йыя һәм артабан ҡабул итеү пункттарына һатыу менән шөғөлләнә.

2018 йылдың ғинуарында Европа комиссияһы пластик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү стратегияһын баҫтырып сығарҙы, уға ярашлы 2030 йылға бөтә ҡулланылған пластик төргәктәрҙе йыйырға һәм яңынан ҡулланырға кәрәк.[4].

Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә, төрлө баһалар буйынса, бөтә ҡалдыҡтарҙың 5 проценттан алып 10 процентҡа тиклеме эшкәртелә; полимер ҡалдыҡтары дөйөм күләме яҡынса 8 % тәшкил итә, шуларҙың ундан бер өлөшө эшкәртелә.[2].

Рәсәйҙә пластикты эшкәртеүҙең ғәмәлдә булған 2 моделе бар: беренсе осраҡта ул «таҙа» пластик йыйыуҙы һәм уны артабан етештереү күҙҙә тотола, ә икенсе осраҡта — түбән сифатлы пластик ҡалдыҡтарҙы (мәҫәлән, органик матдәләр менән ҡатнаш) нафтала һәм мазутта яндырыу юлы менән эшкәртеү. 2018 йылдан Рәсәйҙә ҡалдыҡтарҙың айырым төрҙәрен күмеп утилләштереү тыйыла[5].Шул уҡ ваҡытта сүп-сарҙы айырым йыйыуға йүнәлтелгән программалар эшләнә. 2020-се йылдар уртаһына Рәсәйҙә бөтә ил буйынса ҡайтанан эшкәртеүҙе бүлеү системаһын булдырыу планлаштырыла.

Пластикты эшкәртеү ысулдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

 • Пиролиз • Гидролиз • Гликолиз • Метанолиз

Полиэтилен пакеттарҙың бысраныуына ҡаршы көрәш буйынса төрлө саралар күрелә, 40-ҡа яҡын ил полиэтилен пакеттарҙы һатыуға һәм/йәки етештереүгә тыйыу йәки сикләү индергән дә инде.

Пластик яндырғанда ағыулы матдәләр бүленеп сыға, пластик 100-300 йыл эсендә тарҡала, шуға күрә пластиктарҙы эшкәртергә кәрәк.

2010 йылдың декабрендә Ян Бьенс һәм уның Уорвик университетындағы коллегалары пластик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙең яңы технологияһын тәҡдим итә. Пиролиз ярҙамында шыйыҡландырылған масса реакторҙа яҡынса 500 °C температурала һәм кислородһыҙ пластик сүп-сар мономерҙарға тарҡала. Артабан ҡатнашма ҡыуыу юлы менән айырыла.

Эшкәртеүҙең аҙаҡҡы продукты булып балауыҙ, стирол, терефталь кислотаһы, метил метакрилаты һәм углерод тора, был продукттар еңел сәнәғәт өсөн сеймал булып тора. Был технологияны ҡулланыу ҡалдыҡтарҙы утилләштереүҙән баш тартып аҡса экономияларға мөмкинлек бирә, ә сеймал алыуҙы иҫәпкә алғанда (сәнәғәттә ҡулланыу осрағында) — тиҙ арала үҙен аҡлау һәм пластик ҡалдыҡтарҙы утилләштереүҙең коммерция йәһәтенән отошло ысулы булып тора.

Фенол ыҫмала нигеҙендә пластмассаны, шулай уҡ полистирол һәм полихлорланған пластмассаны серетеүсе бәшмәктәр ярҙамында тарҡалырға мөмкин. Әммә коммерция өсөн был ысул һөҙөмтәһеҙ — фенолик ыҫмала нигеҙендә пластикты серетеү процесы күп айҙарға һуҙылырға мөмкин.[6].

Пластик бысраныуҙан килгән зыян[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инәһе пластик ашатҡан альбатрос себешеҡалдыҡтары; себеш пластикты эшкәртә алмаған, һәм аслыҡтан йә, тонсоғоуҙан үлгән.

Пластик ҡалдыҡтарҙың тупланыуы океандарҙа ағымдар тәьҫирендә махсус сүп-сар нөктәләре барлыҡҡа килтерә. Әлеге ваҡытта биш ҙур сүп-сар өйөмө булыуы билдәле — Тымыҡ һәм Атлантик океандарҙа икешәр, берәүһе Һинд океанында. Был сүп-сар циклдары башлыса ҡитғаларҙың халыҡ тығыҙ йәшәгән яр буйы зоналарынан ағып килеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән пластик ҡалдыҡтарҙан тора. Диңгеҙ тикшеренеүҙәре етәксеһе Кара Лавендер «нөктә» терминына ҡаршы килә, сөнки тәбиғәте буйынса ваҡ пластик киҫәктәре тарала. Пластик сүп-сар хәүефле, сөнки диңгеҙ хайуандары йыш ҡына һыу өҫтөндә йөҙгән үтә күренмәле киҫәксәләрҙе күрә алмай, ағыулы ҡалдыҡтар ашҡаҙанына эләгә һәм йыш ҡына үлемгә килтерә. Йөҙөп йөрөүсе пластик киҫәксәләр зоопланктонды хәтерләтә һәм медузалар йәки балыҡтар уларҙы аҙыҡ тип ҡабул итә. Диңгеҙ ҡоштарының һәм хайуандарының ашҡаҙанында бик күп оҙаҡ һаҡлана торған пластик (пластик шешәләрҙең ҡапҡастары, бер тапҡыр ҡулланыла торған зажигалкалар) табыла[7][8].

Хайуандарға туранан-тура зыян килтереүҙән тыш, диңгеҙҙә йөҙөүсе ҡалдыҡтар һыуҙан органик бысратыусы матдәләрҙе, шул иҫәптән ПХД (полихлор бифенилдары), ДДТ (дихлородифенилтрихлорометилметилметан) һәм ПАХ (полиароматик углеводородтар) үҙенә һеңдерә. Был матдәләрҙең ҡайһы берҙәре ағыулы ғына түгел — уларҙың төҙөлөшө эстрадиол гормонына оҡшаш, был ағыуланған хайуандың гормональ етешһеҙлегенә килтерә.[9][10] 

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Волков В.А., Солодкин Л.С. Григорий Семенович Петров (1886-1957). — М.: Наука, 1971. — С. 32. — 116 с.
  2. 2,0 2,1 РЕЦИКЛИНГ ПОЛИМЕРОВ. magazine.sibur. Дата обращения: 26 май 2020.
  3. Биопластик — новейшая форма гринвошинга: исследование «Гринпис». РБК. Дата обращения: 26 май 2020.
  4. ЕС принял стратегию по сокращению и переработке отходов из пластика. Интерфакс. Дата обращения: 26 май 2020.
  5. ЗАПРЕТ НА ЗАХОРОНЕНИЕ ОТДЕЛЬНЫХ ВИДОВ ОТХОДОВ: В ЧЕМ ОСОБЕННОСТИ ЗАПРЕТА? ПРОФЕССИОНАЛЬНОЕ ИЗДАТЕЛЬСТВО. Дата обращения: 26 май 2020.
  6. Белая гниль разрушает долговечный пластик. Membrana (7 июнь 2006). Дата обращения: 30 декабрь 2010.
  7. Moore, Charles. Across the Pacific Ocean, plastics, plastics, everywhere, Natural History Magazine (ноябрь 2003).
  8. Moore, Charles. Great Pacific Garbage Patch, Santa Barbara News-Press (2 октябрь 2002).
  9. Rios, L. M.; Moore, C. and Jones, P. R. Persistent organic pollutants carried by Synthetic polymers in the ocean environment (инг.) // Marine Pollution Bulletin : journal. — 2007. — Т. 54. — С. 1230—1237. — DOI:10.1016/j.marpolbul.2007.03.022
  10. Tanabe, S.; Watanabe, M., Minh, T.B., Kunisue, T., Nakanishi, S., Ono, H. and Tanaka, H. PCDDs, PCDFs, and coplanar PCBs in albatross from the North Pacific and Southern Oceans: Levels, patterns, and toxicological implications (инг.) // Environmental Science & Technology (инг.)баш. : journal. — 2004. — Т. 38. — С. 403—413. — DOI:10.1021/es034966x

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • М. В. Дзевульский Металл һәм ағас технологиялар. — М.: Дәүләт нәшриәтенең ауыл хужалығы әҙәбиәте. 1995.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]