Платонов Георгий Фёдорович
Платонов Георгий Фёдорович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | Рәсәй |
Тыуған көнө | 4 апрель 1923 (97 йәш) |
Тыуған урыны | Һарытау өлкәһе, Хвалынский район[d],Хвалынск[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | полковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Платонов Георгий Фёдорович (4 апрель 1923 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. Кавалерия полкының эскадрон командиры. Советтар Союзы Геройы (1945). Полковник (2000).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Георгий Федорович Платонов 1923 йылдың 4 апрелендә хәҙерге Һарытау өлкәһенең Хвалынск ҡалаһында тыуған.
Ҡыҙыл Армия сафтарында 1941 йылдан. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Көнбайыш һәм 1-се Белорус фронттарында һуғыша; 1942 һәм 1943 йылдарҙа яралана. Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Чернигов исемендәге 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкының эскадроны командиры.
СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы указына ярашлы командованиеның немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне өсөн һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Георгий Федорович Платоновҡа «Советтар Союзы Геройы»]] исеме бирелгән, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылған.
Капитан дәрәжәһендә 1946 йылда запасҡа сығарыла. Хвалынск сауҙа селтәрендә эшләй, Центросоюздың юғары сауҙа мәктәбен тамамлай. 1951 йылда КПСС-ҡа инә[1].
1952—1968 йылдарҙа Совет Армияһында, урындағы хәрби идара органдарында хеҙмәт итә; подполковник дәрәжәһендә отставкаға сыға.
Һарытауҙа йәшәй. 2000 йылда "полковник" хәрби дәрәжәһе бирелә .
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (25.12.1943)
- Ҡыҙыл Йондоҙ Ордены (28.05.1944)
- Советтар Союзы Геройы (24.3.1945):
- «Алтын йондоҙ» миҙалы
- Ленин ордены
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (6.4.1985)[2]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Сайт «Герои Страны»
- ↑ Платонов Георгий Федорович. Подвиг народа. 10 февраль 2016 тикшерелгән.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. — Уфа, 1999.
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 б. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Румянцев Н. М. Люди легендарного подвига. — Саратов, 1968.
- Слава башкирских конников. — Уфа: Китап, 2005.
- Чуниха. А Я помню...Платонов Георгий Фёдорович (рус.) // Арсенал-Коллекция. — М., 2015. — № 4. — С. 60-64.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Георгий Федорович Платонов. «Герои страны» сайты. 4 ғинуар 2014 тикшерелгән.
- Платонов Георгий Федорович: Интервью и лит. обработка: А. Чунихин. Я помню (2015-03-12). 10 февраль 2016 тикшерелгән.
- 4 апрелдә тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- Һарытау өлкәһендә тыуғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- КПСС ағзалары