Плечев Владимир Вячеславович
Плечев Владимир Вячеславович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 18 сентябрь 1949 (75 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | хирург |
Эшмәкәрлек төрө | абдоминальная хирургия[d] |
Эш урыны | БДМУ |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Лазарева Дина Наумовна, Ғатауллин Наил Ғәйнәт улы һәм Савельев, Виктор Сергеевич[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Плечев Владимир Вячеславович (18 сентябрь 1949 йыл) — ғалим-хирург. 1976 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1993 йылдан — госпиталь хирургияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта БДМУ клиникаһының хирургия хеҙмәте етәксеһе. Афған һуғышы һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, медицина хеҙмәте полковнигы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2018), медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Рәсәй Пластик абдоминаль хирургия федераль үҙәге етәксеһе. Башҡортостан йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы үҙәге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының баш кардио-ангиохирургы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Рәсәй Федерацияһының (2010) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған табибы, һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2013). А. Н. Бакулев исемендәге премия (2004) лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владимир Вячеславович Плечев 1949 йылдың 18 сентябрендә Башҡорт АССР-ның Өфө ҡалаһында табиптар ғаиләһендә тыуа.
Атаһы Вячеслав Георгиевич Плечев (1923—1998) Златоустта тыуған. К. Е. Ворошилов исемендәге Беренсе Чкалов хәрби авиация лётчиктар училищеһын тамамлаған. Бөйөк Ватан һуғышы башында Көньяҡ фронттың контрразведка десант ротаһына ебәрелә. Фронт һыҙығы аръяғында бер нисә тапҡыр була, 3 пуля һәм 21 ярсыҡ яраһы ала. I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланған. 1951 йылға тиклем инвалидлыҡта була, әммә сәләмәтлеген ҡайтарыуға өлгәшә — бөтәһенән элек, спорт менән шөғөлләнеү арҡаһында. Һуғыштан һуң еңел атлетика буйынса спорт мастеры, өс ҡатлы һикереү буйынса Рәсәй «Буревестник» ирекле спорт йәмғиәте Үҙәк Советының чемпионы. 1950 йылда Башҡортостан медицина институтын тамамлай. Инвалидлығы ябылғас, ҡабат армияға алына — был юлы инде офицер-хирург булараҡ. Сталинградта хеҙмәт итә, 1957 йылда Өфөгә әйләнеп ҡайта. Медицина хеҙмәте подполковнигы була. Күп профилле 2-се ҡала дауаханаһына етәкселек итә. Баш табип булараҡ, БАССР-ҙа беренсе булып балалар хирургияһы бүлексәһен аса, бүлексә мөдире, буласаҡ профессор М. Ғ.Мәүлитова менән республикала балалар хирургияһын ойошторалар. Атаһы Владимир Вячеславовичта уңғанлыҡ һәм спорт яратыу тәрбиәләй, тормошҡа ҡарашын формалаштыра.
В. В. Плечевтың әсәһе Дина Наумовна Лазарева (1922, Мейәс ҡалаһы) — билдәле фармаколог ғалим, медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы. Һуғыш башланыр алдынан Харьков медицина институтына уҡырға инә, уҡыуын Башҡортостан медицина институтында тамамлай. 56 йыл Башҡорт дәүләт медицина университетында фармакология кафедраһында эшләй, шуның 36 йылын кафедра мөдире була; 7 йыл институттың фән буйынса проректоры була. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм СССР Медицина фәндәре академияһының Н. П. Кравков исемендәге миҙалы менән наградланған.
Атаһы яҡлап олатаһы Георгий Александрович Плечев домналарҙы ремонтлауҙа ташсы булып хеҙмәт юлын башлай, шунан Златоустта «Уралдомнаремонт» тресы подразделениеһы етәксеһе була. Хеҙмәте дәүләт наградалары менән билдәләнә, шул иҫәптән домналарҙы ҡыҙыу көйө ремонтлау өсөн махсус составты эшләгән өсөн бүләкләнә. Өләсәһе Ольга Павловна Гордеева тегенсе була.
Әсәһе яҡлап олатаһы Наум Григорьевич Лазарев (1957 йылда вафат була) — юрист һәм иҡтисадсы, өләсәһе Евгения Викторовна Елыкова рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы була. Ғаилә Уралдағы төрлө ҡалаларҙа йәшәй, 1932 йылда Өфөлә төпләнә.
Владимир Вячеславовичтың һеңлеһе Татьяна Вячеславовна Моругова (1953 йылғы) — эндокринолог, ғалим һәм клиницист. Медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡорт дәүләт медицина университетының эндокринология кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының баш эндокринологы, Башҡортостан Республикаһы Эндокринологтар ассоциацияһы рәйесе[1].
Профессиональ эшмәкәрлеге йылъяҙмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1966: Өфөнөң инглиз телен тәрән өйрәнеүле 91-се урта мәктәбен тамамлай;
- 1966—1972: Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетында уҡый, вузды отличие менән тамамлай. «Дауалау эше» специальносы буйынса табип квалификацияһы бирелә;
- 1972—1973: Башҡорт дәүләт медицина институтының госпиталь хирургияһы кафедраһында «хирургия ауырыуҙары» специальносы буйынса интернатура үтә;
- 1973—1976: Өфөнөң 6-сы ҡала клиник дауаханаһында дөйөм һәм абдоминаль хирургия бүлексәһендә хирург табип;
- 1974: «медицина фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Темаһы: «Стимуляция некоторыми производными пиримидина поглотительной способности ретикуло-эндотелиальной системы при ее различных функциональных состояниях»;
- 1974: Башҡорт АССР-ның Салауат районы Малаяҙ ауылына командировкаға бара, сөнки бындағы дауахана хирургтарһыҙ ҡалған була;
- 1976—1986: Башҡорт дәүләт медицина институтының госпиталь хирургияһы кафедраһы ассистенты;
- 1976—1981: Н. И. Пирогов исемендәге 2-се Мәскәү дәүләт медицина институтының C. И. Спасокукоцкий исемендәге факультет хирургияһы кафедраһында (кафедра мөдире — академик В. С. Савельев), Н. И. Пирогов исемендәге 1-се ҡала дауаханаһының (Мәскәү) хирургия бүлексәһе базаһында абдоминаль һәм ҡан тамырҙары хирургияһы буйынса күп этаплы махсуслашыу үтә. В. С. Савельев менән йәмғеһе 2,5 йыл бергә эшләй;
- 1979 йылдан: Афғанстанда совет хәрби госпиталдәрендә хирургия буйынса кадрҙар составын формалаштырыуҙа ҡатнаша. Афғанстан Демократик Республикаһында хеҙмәт итеү өсөн Өфөлә белгестәр төркөмө әҙерләй;
- 1986—1991: Башҡорт дәүләт медицина институтының госпиталь хирургияһы кафедраһы доценты;
- 1990: «медицина фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай (фәнни консультанты — медицина фәндәре докторы, профессор Н. Ғ. Ғатауллин). Темаһы: «Комплексные методы диагностики и хирургического лечения спаечной болезни брюшины»;
- 1992: госпиталь хирургияһы кафедаһы буйынса «профессор» ғилми дәрәжәһендә раҫлана[2];
- 1993: Грузия менән Абхазия араһында һуғыш барғанда хәрби госпиталдәрҙең кадрҙар составын төҙөй һәм хәрби-ялан хирургияһы буйынса белгес булараҡ Абхазияла командировкала була;
- 1993 йылдан әлеге ваҡытҡаса: Башҡорт дәүләт медицина институтының/университетының госпиталь хирургияһы кафедраһы мөдире;
- 1996: Беренсе чечен һуғышы ваҡытында хәрби-ялан хирургияһы буйынса белгес сифатында Ингушетияла һәм Чечняла командировкала була;
- 1996 йылдан әлеге ваҡытҡаса: Рәсәй Пластик абдоминаль хирургия федераль үҙәге етәксеһе (Өфө ҡалаһы)[3] — Рәсәйҙә һәм донъяла был профилле ауырыуҙарға махсус медицина ярҙамы күрһәтелә торған берҙән-бер учреждение[4];
- 1999 йылдан әлегәсә: Республика (Башҡортостан) Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы үҙәге етәксеһе[5];
- 2000—2001: Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау эштәре буйынса проректоры;
- 2006: «йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы» специальносы буйынса «профессор» ғилми дәрәжәһендә раҫлана[6].
Фәндәге уҡытыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәндәге тәүге уҡытыусыһы тип В. В. Плечев әсәһен һанай. Д. Н. Лазарева уның хатта студенттарҙың фәнни конференцияларына әҙерләгән тезистарын да 8—10-ар тапҡыр ҡабатлап яҙҙырыр була. Башта был хәлгә ризаһыҙлыҡ белдерһә лә, Владимир тиҙҙән яҙған һайын эше яҡшыраҡ була барғанын күрә. Шунан Дина Наумовна улына үҙ уҡыусыларының кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларының бүлектәрен тикшерергә бирә башлай. 4—6-сы курстар студенты булған В. Плечев ҡәләм менән үҙ төҙәтеүҙәрен индерә, ә профессор әсәһе маҡтап былай ти: «Бына күрәһеңме! Һин яйлап ҡына фәнгә яҡынлашаһың».
В. В. Плечевтың хирург һәм ғалим булараҡ үҫешендә Башҡорт дәүләт медицина институтының госпиталь хирургияһы кафедраһы мөдире (1966—1993), медицина фәндәре докторы, профессор Н. Ғ. Ғатауллин ҙур роль уйнай. Ул Владимир Вячеславовичтың кандидатлыҡ диссертацияһының ғилми етәксеһе, докторлыҡ диссертацияһының ғилми консультанты була.
Профессор Н. Ғ. Ғатауллин киң профессиональ ҡарашлы һәм клиник практикала һәм фәндә киләсәкте күрә белгән универсаль, «поливалентлы» хирург була. Улар бергәләп — Ғатауллин башлай, Плечев дауам итә — хирургияның төрлө тармағында бер нисә махсуслашҡан үҙәк булдыра. В. В. Плечев остазы етәкселегендә алған әҙерлектең көтөлгән һөҙөмтәһе була был.
«Поливалентлы» хирургияның юғары мәктәбен В. В. Плечев академик В. С. Савельев клиникаһында ла үтә. Унда профессор дәрәжәһенә дәғүә иткән белгес бөтә ағзаларға ла операция яһай алырға тейеш була.
Бөтә специализациялар буйынса В. В. Плечев лекциялар ҙа тыңлай, операциялар ҙа яһай, һуңынан Өфөгә төрлө методикалар алып ҡайта.
Клиник, ойоштороу, ғилми һәм педагогик эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]В. В. Плечев — хирургия һәм йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы буйынса юғары квалификация категориялы табип. Күп йылдар буйы Башҡортостандың төрлө райондарында (Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә) хирургия эше буйынса куратор була. Санавиация программаһы буйынса тиҫтәләрсә тапҡыр ауыр сирлеләр эргәһенә оса һәм кисектергеһеҙ хирургик ярҙам күрһәтә. Йылына 2000-ләп ауырыуға консультация үткәрә.
Профессор В. В. Плечевтың ғилми ҡыҙыҡһыныуҙар даирәһе: реконструктив һәм пластик абдоминаль хирургия, хирургик инфекция, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы. Ул диагностика, дауалау һәм дарыу препараттары буйынса ғәмәли медицина өсөн кәрәкле яңы ысулдар өҫтөндә эшләүҙән туҡтамай.
1990-сы йылдарҙа Мәскәүҙең төп клиникалары белгестәре менән В. В. Плечев һәм хеҙмәткәрҙәре хирургияла антибиотиктар менән дауалауҙа яңы, имплантациялы ысул таба — бактерияларға ҡаршы тәьҫиргә эйә булған «Абактолат» оригиналь тегеү материалын эшләй. Уны клиникала ҡулланыуға индереү операциянан һуң эренле шешле ҡатмарлашыуҙарҙы күпкә кәметә.
В. В. Плечев тәҡдиме менән һәм ҡатнашлығында Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы иммунологтары менән берлектә «Иммурег» тигән яңы иммуностимулятор эшләнә һәм хирургияға индерелә, ул иммунитетты дәртләндереү генә түгел, антиоксидант һәм репаратив, шулай уҡ кардио- һәм гепатопротектор йоғонтоһона ла эйә була.
Проректор булғанда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығында Өфөнөң 6-сы ҡала клиник дауаханаһы базаһында БДМУ-ның күп профилле клиникаһын асыу кәрәклеген нигеҙләй. Башҡорт дәүләт медицина университетының госпиталь хирургияһы клиникаһы студенттарҙы ошо уҡыу курсы буйынса уҡытыуҙа төп базаға әүерелә, бында республиканың һәм башҡа төбәктәрҙең һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына ҡулланыуға индерелгән яңы медицина технологиялары эшләнә.
В. В. Плечев етәкселек иткән госпиталь хирургияһы клиникаһында Башҡортостан һәм Рәсәй халҡына дауалау-диагноз ҡуйыу ярҙамы күрһәтеү буйынса махсуслашҡан үҙәктәр эшләй: Республика йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы үҙәге, Рәсәй Пластик абдоминаль хирургия федераль үҙәге, Ҡорһағында йәбешмә сире булған ауырыуҙарҙы дауалау һәм реабилитациялау буйынса республика үҙәге, Эндоваскуляр хирургия үҙәге, Эстетик флебология үҙәге, Торакаль йәрәхәттәр буйынса махсуслашҡан ҡала үҙәге.
Профессор В. В. Плечев етәкселегендәге клиник подразделениеларҙа эш хәҙерге заман донъя медицина технологиялары кимәлендә, юғары сифатты тәьмин итеп, халыҡҡа киң медицина ярҙамы күрһәтеп алып барыла. Мәҫәлән, А. Н. Бакулев исемендәге НЦССХ мәғлүмәттәре буйынса, 2014 йылда Өфөләге Республика кардиология диспансеры үткәргән саралар: коронар шунтлау — 1078 ауырыуға (Рәсәйҙең бөтә клиникалары араһында 9-сы урын), транслюминаль коронар ангиопластика — 1498 ауырыуға (13-сө урын), йөрәк клапандары боҙоғон төҙәтеү — 302 протезлау һәм 124 реконструкциялау (8-се), электрокардиостимуляторҙар ҡуйыу — 837 (9-сы), яһалма ҡан әйләнешле операциялар — 1634 (8-се).[7] Техник яҡтан ҡатмарлы күп операцияны В. В. Плечев Башҡортостанда беренсе булып яһай. Шулар араһында — аортокоронар шунтлау, йоҡо артериялары пластикаһы, аортаның үрге бүлеген протезлау, аяҡ гангренаһы булғанда артерия һәм веналарҙың ҡан ағышын күсереү һ.б.
Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге йылдарында профессор В. В. Плечев тарафынан 22 медицина фәндәре докторы һәм 54 фән кандидаты әҙерләнгән. Уның уҡыусылары араһында — фән докторҙары һәм профессорҙар А. М. Авзалетдинов, Р. И. Ишбулдин, В. Ш. Ишмәтов, П. Г. Корнилаев, Р. З. Латипов, В. А. Сурков, Р. Г. Фәтихов, Р. Р. Шәүәлиев, В. М. Юнысов.
В. В. Плечев — Рәсәй Федерацияһы Ангиологтар һәм йөрәк-ҡан тамырҙары хирургтары ассоциацияһы һәм Башҡортостан Респубикаһы Хирургтар ассоциацияһы президиумдары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының баш кардио-ангиохирургы. Башҡорт дәүләт медицина университетының диссертация советы һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының хирургия буйынса проблемалар комиссияһы ағзаһы. «Сколково» инновациялар үҙәге резиденты. 2016 йылдан — «Сколково» инновациялар үҙәгенең хирургик тегеү материалдары проекты ғилми етәксеһе.
Иң билдәле ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Профессор В. В. Плечев — 55 монография авторы (шул иҫәптән авторҙаш), уйлап табыуҙарға 144 Рәсәй Федерацияһы патенты алған, 1080-дән ашыу мәҡәлә һәм тезистар яҙған. В. В. Плечевтың айырыуса билдәле хеҙмәттәре араһында түбәндәгеләр бар:
Монографиялар, дәреслектәр, уҡыу әсбаптары[8]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пиримидины и их применение в медицине. Уфа, 1993. Общий объём / лично (стр.): 159/50. Соавторы: Лазарева Д. Н., Камилов Ф. Х.
- Заболевания червеобразного отростка. Уфа, 1995. Общий объём / лично (стр.): 60/30. Тимербулатов В. М., Хасанов А. Г.
- Избранные лекции по клинической хирургии. Уфа, 1996. 178/90. Тимербулатов В. М.
- Взаимодействие антибиотиков между собой и с другими лекарственными препаратами. Уфа, 1997. 67/33. Лазарева Д. Н.
- Интраоперационная профилактика раневых гнойно-воспалительных осложнений. Уфа, 1997. 77/19. Тимербулатов В. М., Корнилаев П. Г., Муртазин З. Я.
- Гестозы беременных (современные критерии оценки степени тяжести и акушерская тактика). Уфа, 1997. 153/51. Хамадьянов У. Р., Кульмухаметов Н.
- Актуальные проблемы антибиотикотерапии. Уфа, 1997. 188/94. Лазарева Д. Н.
- Хронические дисфункции толстой кишки. Уфа, 1998. 184/61. Латыпов Р. З., Тимербулатов В. М.
- Неотложные состояния в гинекологии. Уфа, 1998. 98/30. Хамадьянов У. Р., Кульмухаметов Н. Г.
- Влияние лекарственных средств на углеводный и липидный обмен. Уфа, 1999. 125/30. Моругова Т. В., Лазарева Д. Н., Салахов Р. А.
- Лекарственные растения, используемые при лечении сахарного диабета. Уфа, 1999. 123/30. Моругова Т. В., Кучеров Е. В., Шагарова С. В.
- Толстокишечная непроходимость (диагностика, лечение, реабилитация). Уфа, 1999. 168/56. Латыпов Р. З., Тимербулатов В. М.
- Спаечная болезнь брюшины. Уфа, 1999. 350/120. Тимербулатов В. М., Латыпов Р. З.
- Хирургическое лечение больных послеоперационными вентральными грыжами. Уфа, 2000. 150/50. П. Г. Корнилаев, Р. Р. Шавалеев.
- Лекарственная аллергия. Уфа, 2000. 103 с. Д. Н. Лазарева, Е. К. Алехин, Т. В. Моругова, М. А. Альмухаметов.
- Послеоперационные ятрогенные инородные тела. Уфа, 2000. 206 с. А. Ф. Власов, Н. Г. Гатауллин.
- Фармакология в Башкирском государственном медицинском университете. Уфа, 2001. 111/25. Д. Н. Лазарева, Д. Б. Насыров, Е. К. Алехин.
- Лимфаденопатии. Уфа, 2001. 264/40. В. Н. Никуличева, Г. С. Сафуянова, Г. И. Козинец.
- Очерки сердечно-сосудистой хирургии. Уфа, 2002. 295/148. Р. П. Козленко.
- Кишечная инвагинация у детей. Тольятти, 2002. 114/32. А. Н. Изосимов, В. П. Поляков.
- Беременность и роды при сердечно-сосудистых заболеваниях. Уфа, 2002. 272/136. У. Р. Хамадьянов.
- Влияние лекарственных средств на процессы свободно-радикального окисления (справочник). Уфа, 2002. 287/42. Е. К. Алехин, А. Ш. Богданова, Р. Р. Фархутдинов.
- Маммопластика при нарушениях объема и формы молочной железы. Уфа, 2002. 175/44. В. М. Тимербулатов, О. С. Попов, О. В. Попова.
- Профилактика гнойно-септических осложнений в хирургии. Москва, 2000. 319 с. 319/65. Е. Н. Мурысева, В. М. Тимербулатов, Д. Н. Лазарева.
- Профилактика и лечение бронхиальных свищей при нагноительных заболеваниях легких. Уфа, 2003. 119 с. 119/30. А. М. Авзалетдинов, Р. Г. Фатихов, Н. Г. Гатауллин.
- Грудная хирургия. Проблемы. Решения. Уфа, 2003. 239 с. 239/40. Р. Г. Фатихов, Е. Н. Мурысева, А. М. Авзалетдинов, С. Б. Лапиров, Е. В. Евдокимов, Г. Ю. Марфина.
- Фитотерапия сахарного диабета. Уфа, 2003. 119/30. Д. Н. Лазарева, Л. И. Самигуллина, Т. В. Моругова.
- Профилактика осложнений в хирургии пороков митрального клапана. Уфа, 2003. 168/35. В. А. Сурков, А. А. Евсюков, Р. П. Козленко.
- Фитотерапия заболеваний сердечно-сосудистой системы. Уфа, 2003. 127/30. Д. Н. Лазарева, Л. И. Самигуллина, Т. В. Моругова.
- Острая спаечная кишечная непроходимость (проблемы, решения). Уфа, 2004. 280/60. С. А. Пашков, Р. З. Латыпов, А. А. Гумеров, А. Н. Изосимов.
- Иммурег. Уфа, 2004. 104/30. Д. Н. Лазарева, Е. К. Алехин, В. М. Тимербулатов, Д. В. Плечева.
- Коарктация аорты. Уфа-Новосибирск, 2005. 256/85. И. И. Семенов, А. М. Караськов.
- Растения, стимулирующие иммунитет. Уфа, 2005. 96/20. Д. Н. Лазарева, Т. В. Моругова, Л. И. Самигуллина.
- Эхинококкоз печени. Уфа, 2006. 104/25. М. А. Найтарлаков и соавт.
- Эстетическая хирургия при грыжах и нарушениях формы живота. Уфа, 2006. 126/18. В. М. Тимербулатов, О. С. Попов, В. О. Сорокина, О. В. Попова, А. А. Ширяев, Г. Г. Попов.
- Избранные главы госпитальной хирургии (новые технологии). Уфа, 2007. 527/42. В. М. Тимербулатов, А. М. Авзалетдинов, А. А. Бакиров, О. В. Галимов, В. С. Бузаев и др.
- Современные методы рассечения и коагуляции тканей в хирургии органов брюшной полости. Москва, 2007. 175/35. В. М. Тимербулатов, А. Г. Хасанов, Р. Р. Фаязов, Р. Р. Ахмеров.
- Нестандартные операции в абдоминальной онкологии. Москва, 2007. 288/96. Ш. Х. Ганцев, К. Ш. Ганцев.
- Лучевая диагностика абсцессов легких. Уфа, 2007. 124/31. Р. М. Гарипов, М. З. Мирзагулова, Ф. Ф. Муфазалов.
- Спаечная болезнь брюшины. 80 лекций по хирургии. Под общей редакцией В. С. Савельева. Москва, 2008. С. 456—467. В. В. Тимербулатов, П. Г. Корнилаев.
- Профилактика осложнений в реконструктивной хирургии желудочно-кишечного тракта. Уфа-Москва, 2008. 256/100. Тимербулатов В. М., Шилов С. Л., Гельфанд Б. Р., Плечева Д. В.
- Профилактика осложнений в хирургии сонных артерий. Уфа, 2009. 224/50. Тимербулатов В. М., Ижбульдин Р. М., Карамова И. М., Юнусов В. М., Нагаев И. А., Плечева Д. В., Олейник Б. А., Абдуллаев М. А.
- Диагностика и хирургическое лечение хронических окклюзионных заболеваний сонных артерий. Уфа, 2011. 356/100. Тимербулатов В. М., Чуйкин С. В., Ижбульдин Р. И., Плечева Д. В.
- Миниинвазивные технологии в лечении миомы матки у женщин репродуктивного возраста. Уфа, 2011. 104/20. Гарипов Р. М., Ишметов В. Ш., Сахаутдинова И. В., Кулавский В. А., Хамадьянов У. Р., Галимов О. В. и др.
- Диагностика и профилактика при атеросклеротических стенозах сонных артерий. Уфа, 2011. 400/100. Чуйкин С. В., Ижбульдин Р. И., Макушева Н. В., Плечева Д. В.
- Периоперационная реабилитация больных осложненными формами ишемической болезни сердца. Уфа, 2012. Ижбульдин Р. И., Николаева И. Е., Олейник Б. А., Плечева Д. В. и др.
- Толстокишечный стаз у больных с висцероптозом (патогенез, диагностика, хирургическая тактика). Уфа, 2012. Латыпов Р. З., Плечев В. В., Фатихов Р. Г., Титов А. Р., Чабин А. В.
- Химиоэмболизация печеночных артерий в лечении злокачественных новообразований печени. Уфа, 2013. 130/30. Шарабрин Е. Г., Муфазалов Ф. Ф., Шестаков А. А., Ишметов В. Ш., Логинов М. О. и др.
- Ревматические пороки сердца в стадии декомпенсации. Москва, Медицинская книга, 2014. 10 п. л. 1000 экз. Мустафин Т. И., Двинских А. В.
- Сосудистая хирургия (Глава 13. Хроническая сосудисто-мозговая недостаточность с точки зрения хирурга). Москва, ГОЭТАР-Медиа, 2014. 24 п. л. 2000 экз. Казанчян П. О. Под ред. Савельева В. С.
- Анатомо-рентгенологический атлас осложнённого висцероптоза. Уфа, 2014. 6 п. л. 500 экз. Латыпов Р. З., Фатихов Р. Г., Муфазалов Ф. Ф., Титов А. Р., Чабин А. В. и др.
- Новое в патогенезе и профилактике спаечной болезни брюшины. Уфа, 2014. 16 п. л. 500 экз. Латыпов Р. З., Тимербулатов В. М., Суфияров И. Ф.
- Инвагинация кишечника у детей. LAP LAMBERT, Saarbrucken, 2015. 7,4 п. л. 1000 экз. Изосимов А.
- Хирургия спаечной болезни брюшины (руководство). Уфа, 2015. 46,75 п. л. 1000 экз. Латыпов Р. З., Тимербулатов Т. М.
- Возможности создания биологических пейсмекеров. Уфа, ООО «Феникс», 2015. 7,25 п. л. 1000 экз. Загидуллин Н. Ш., Сагитов И. Ш., Бадыков М. Р., Загидуллин Ш. З.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1999: Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре[9]
- 2010: Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы[10]
- 1995: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы
- 2007: Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы
- 2004: «Спаечная болезнь брюшины» тигән монографияһы өсөн Рәсәй Медицина фәндәре академияһы премияһы
- 2005: В. И. Бураковский исемендәге алтын миҙал
- 2013: фән һәм техника өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт премияһы[11]
- 2009: Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы
- 1998, 2003: Башҡортостан Республикаһы Хирургтар ассоциацияһының «Алтын скальпеле»
- 2013: «Республика Башкортостан» гәзите версияһы буйынса һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә «Йыл кешеһе»
Профессор В. В. Плечев — медицина хеҙмәте полковнигы, биш хәрби наградаһы бар.
Ғаиләһе, ялы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]В. В. Плечев өйләнгән. Ҡатыны Елена Владимировна Елова — фармацевтика фәндәре кандидаты,[12] 10 патент авторы. Дарыу формалары технологияһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын тамамлап килә.
Владимир Вячеславовичтың ғаиләһендә өс бала бар. Өлкән ҡыҙы Дина Владимировна Плечева (1980 йылғы) — хирург. Эстетик флебология үҙәге — Н. И. Пирогов исемендәге Милли медик-хирургик үҙәк филиалы етәксеһе. Медицина фәндәре кандидаты,[13] доцент. Хирургияла идара ителеүсе регенерация проблемаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҙып бөтөп килә.
2000 йылда Владимир Вячеславовичтың игеҙәк балалары тыуа — улы Вячеслав һәм ҡыҙы Владислава. Карате менән шөғөлләнәләр.
Йәш сағында Владимир Плечев саңғы спорты менән шөғөлләнә, уҡыусылар араһында БАССР чемпионатында еңә; 9-сы класта I спорт разрядын үтәй. Институтта гимнастика менән шөғөлләнә башлай һәм гимнастика күпбәйгеһе буйынса II разряд ала. Шунан самбо менән мауыға; республикалағы был көрәш төрө буйынса тәүге мастерҙарҙың береһе — Владимир Артамонович Нестеровта шөғөлләнә, спорт мастеры нормативын үтәй. Профессор В. В. Плечев — һунарсы, балыҡсы. Өйҙә сағында фортепианола, саксофонда уйнарға әүәҫ.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкортостан. Краткая энциклопедия / Главный редактор Р. З. Шакуров. — Уфа, Башкирская энциклопедия, 1996. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7;
- Башкирская энциклопедия (в 7 т.) / Главный редактор М. А. Ильгамов. — Т. 5: П—Советы. — Уфа, Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2009. — 575 с. — ISBN 978-5-88185-072-2. — 7000 экз.;
- Очерки истории кафедры госпитальной хирургии (к 70-летию организации кафедры) 2018 йыл 4 июнь архивланған. / Н. Г. Гатауллин. — Уфа, 2007. — Публикация на сайте Ассоциации хирургов Республики Башкортостан;
- Плечев Владимир Вячеславович (к юбилею со дня рождения). Статья в журнале «Медицинский вестник Башкортостана», № 4, том 4, 2009. С. 76—77.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Элеонора Уждавини. Ученый, врач, изобретатель… 2016 йыл 17 июнь архивланған. Статья в информационно-публицистическом еженедельнике «Итоги», 19.09.2012;
- ↑ Аттестат ПР № 002306 от 17.12.1992 г.;
- ↑ Создан приказом № 211 Министерства здравоохранения РФ, 1996 г.;
- ↑ В. В. Плечев, Н. Г. Гатауллин, С. Н. Хунафин. Разработка и внедрение методов диагностики, лечения и профилактики спаечной болезни брюшины в Республике Башкортостан (50-летний опыт). 2016 йыл 11 июнь архивланған. Статья в электронном научно-практическом журнале «Креативная онкология и хирургия», 2013, № 2;
- ↑ Указ Президента Республики Башкортостан от 1 февраля 1999 г. № УП-54 2016 йыл 25 июнь архивланған. «О создании Башкирского центра сердечно — сосудистой хирургии»;
- ↑ Аттестат ПР № 002857 от 08.09.2006 г.;
- ↑ Л. А. Бокерия, Р. Г. Гудкова. Сердечно-сосудистая хирургия — 2014. Болезни и врожденные аномалии системы кровообращения. — Москва, НЦССХ им. А. Н. Бакулева, 2015. — 226 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-7982-0352-9. — С. 23, табл. 11; с. 33, т. 16; с. 67, т. 31; с. 76, т. 36; с. 205, т. 92;
- ↑ Электронный каталог Российской государственной библиотеки;
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 13 апреля 1999 г. № 470 2017 йыл 24 март архивланған. «О награждении государственными наградами Российской Федерации»;
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 3 марта 2010 г. № 260 2015 йыл 17 ноябрь архивланған. «О награждении государственными наградами Российской Федерации»;
- ↑ Указ Президента Республики Башкортостан от 7 октября 2013 г. № УП-304 2016 йыл 8 август архивланған. «О присуждении Государственных премий Республики Башкортостан 2013 года в области науки и техники»;
- ↑ Елова, Елена Владимировна. Разработка составов и технологии приготовления комплексных средств для рентгенодиагностики и лечения заболеваний кишечника. — Диссертация … кандидата фармацевтических наук. Специальность: 14.04.01 (технология получения лекарств). — Москва, 2011. — 248 с.;
- ↑ Плечева, Дина Владимировна. Стимуляция репаративной регенерации кожи оксиметилурацилом. — Диссертация … кандидата медицинских наук. Специальность: 14.00.25 (фармакология, клиническая фармакология). — Уфа, 2004. — 112 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Плечев Владимир Вячеславович в электронной энциклопедии «Башкортостан»;
- Плечев Владимир Вячеславович 2016 йыл 5 апрель архивланған. на сайте «Башкирская энциклоредия»;
- Плечев Владимир Вячеславович на официальном сайте Академии наук Республики Башкортостан.
- 18 сентябрҙә тыуғандар
- 1949 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар
- Рәсәйҙең атҡаҙанған табиптары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- Медицина фәндәре докторҙары
- Рәсәйҙең уйлап табыусылары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Рәсәй хирургтары
- СССР хирургтары