Плужникова Раиса Трофимовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Плужникова Раиса Трофимовна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 1 июль 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (94 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Курск губернаһы[d], Белгородский уезд[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Раиса Трофимовна Плужникова (1 июль 1927 йыл) — баҫыусылыҡ звеноһы башлағы, Белгород өлкәһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1947).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Раиса Трофимовна Плужникова 1927 йылдың 1 июлендә Политотдельский эшселәр ҡасабаһында (хәҙер Белгород өлкәһе Белгород районы). Бөйөк Ватан һуғышына тиклем ете классты тамамлап өлгөрә.

1943 йылдың авгусында фашистарҙы ҡыуғас, 16 йәшлек Раиса ҡалған башҡа халыҡ совхоз контораһына килә. Бер аҙҙан районы вәкиле килә. Стихиялы митинг барлыҡҡа килә, унда ауыл халҡы нисек итеп хужалыҡты тергеҙеү тураһында һүҙ алып бара. Плужникова активистка була, һәм уны тиҙҙән йәштәр баҫыусылыҡ бригадаһының звено етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр

1946 йылда Плужникованың йәштәр звеноһы уңыш ҡаҙана, һәм звено Курск өлкә комсомолы ойошмаһының кенәгәһенә индерелә, ә Раиса Плужникова ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.

Раиса Плужникова звеноһы һәр гектарҙан 33 центнер арыш йыйып ала.1947 йылда 20 йәше тулыр тулмаҫ Раиса Плужникова Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була. Звеноның ағзалары орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Һуңынан, агроном курстарын тамамлағандан һуң, Раиса Трофимовна шул уҡ совхозда бүлексә идарасыһы ярҙамсыһы булып эшләй, һуңынан бер нисә йыл Кадиевкала йәшәй һәм эшләй[1]. Унда ла үҙенең наградаларын ала

1985 йылдан пенсионер Р. Т. Плужникова тыуған яғына ҡайта, Май ҡасабаһында йәшәй[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1947)
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (1947)
  • Ленин ордены (1947)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. «Знаменитые кадиевчане». Тәүге сығанаҡтан архивланған 7 ғинуар 2009. 5 октябрь 2011 тикшерелгән. 2009 йылдың 7 ғинуар көнөндә архивланған.
  2. Майское сельское поселение. Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 август 2012. 5 октябрь 2011 тикшерелгән. 2012 йылдың 23 август көнөндә архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]