Плюшар Александр Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Плюшар Александр Иванович
Заты ир-ат
Тыуған көнө 1777[1][2][…]
Тыуған урыны Франция, Нор — Па-де-Кале[d], Нор[d], Валансьен[d]
Вафат булған көнө 27 август 1827({{padleft:1827|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1]
Вафат булған урыны Франция,Онфлёр[d][1]
Балалары Плюшар Адольф Александрович һәм Евгений Александрович Плюшар[d]

Александр Иванович Плюшар (франц. Pierre Paul Alexandre Joseph Pluchart; 1777(1777), ru:Валансьен, Франция — 15 (27) август 1827, ru:Онфлёр, Франция) — типограф, литограф, рәссам, Александр I осоронда Санкт-Петербургта нәшриәтсе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1805 йылда ru:Брауншвейгтан Сит Ил эштәре Министрлығы типографияһына етәксе итеп саҡырыла.

1805 йылдың 23 декабрендә Сит ил Коллегияһы типографияһы директоры булып эш башлап, Плюшар 1808 йылдың 29 декабрендә Сенат типографияһы директоры булып китә, 1814 йылдың аҙағында ул шунда хеҙмәт итә әле, XIV класлс чинына һәм губерна секретары дәрәжәһенә эйә була.

Типография эшен яҡшы белгән, литограф һәм рәссам булараҡ Плюшар үҙе Петербургта типография аса. Унда европа һәм рус телдәрендә төрлө китаптар баҫыла, улар уңышлы һатыла һәм Плюшар китап кибете булдыра.

Вафатынан һуң ҡатыны һәм улы Адольф уның эшен дауам итәләр.

Башҡорттарҙың бөркөт менән һунар итеүе. Адольф Плюшар

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Плюшарҙың ғаилә ағзалары - ҡатыны Генриетта һәм ике улы Адольф һәм Евгений. Евгений фотограф һәм рәссам, һынлы сәнғәт академигы булып китә, Исаак соборын биҙәүҙә ҡатнаша. Адольф типограф һөнәрен Францияла ала һәм типографя эшен атаһынан мираҫ итеп ала, үҙенең тамамланмаған 17 томлыҡ «Энциклопедический лексикон» баҫмалары менән билдәле. Тап бына ул "Башҡорттарҙың бөркөт менән һунар итеүе" тигән рәсемде эшләгән дә инде.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Половцов
    • «Северная Пчела» 1827 г., № 113; 1828 г., № 19;
    • Ровинский Д. А.. Подробный словарь русских граверов, СПб. 1895;
    • В. Сопиков. Опыт русской библиографии. т. I, СПб. 1813, с. CXXII.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Б. Львов Плюшар, Александр Иванович // Русский биографический словарь / под ред. А. А. ПоловцовСПб.: 1905. — Т. 14. — С. 941.
  2. Artnet — 1998.
  3. CERL ThesaurusКонсорциум европейских научных библиотек.