Поганкин палаталары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Поганкин палаталары
Нигеҙләү датаһы 1671
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Псков
Урын Окольный город[d]
Архитектура стиле Псковская архитектурная школа[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Адрес ул. Некрасова, 5[2]
Карта
 Поганкин палаталары Викимилектә

Поганкин палаталары — таш торлаҡ, келәт һәм производство бинаһы, 1670-сы йылдарҙа төҙөлгән. Федераль әһәмиәттәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы. Хәҙер Псков тарихи-архитектура һәм художество музейы-ҡурсаулығы биналарының береһе.

Псковта, Полонище тип аталған ҡала өлөшөндә урынлашҡан. Хәҙерге адресы: Некрасов урамы, 7-се йорт, Музей мөйөш (Поганкин) тыҡрығы

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Палаталар өс күләмдән тора: өс ҡатлы (көнбайыш корпус), ике ҡатлы (көньяҡ) һәм бер ҡатлы (көнсығыш корпус). Эзбизташ иретмәһендәге эзбизташ плиталарҙан төҙөлгән. Стеналары һыланған һәм ағартылған.

Бөгөн Поганкин палаталары бинаһында боронғо Псковтың һынлы сәнғәте йыйылмалары булған бер нисә экспозиция урынлашҡан. Псков рәсем сәнғәте мәктәбе күптән инде Боронғо Рустең үҙенсәлекле художестволы кәүҙәләндереүе тип танылған.

Шулай уҡ Поганкин палаталарында көмөш коллекцияһы ла бар. Традицион экспонаттарҙан тыш, экспозицияла Псков хазиналарынан әйберҙәр күп. Археологтар, ҡала үҙәгендә урынлашҡан Романиха тауындағы Меншиков палаталары һәм балалар өлкә китапханаһы эргәһендә һаман да күп хазиналар һаҡлана, сөнки тап ошо урында урта быуат бай псковлылар йәшәгән, тип раҫлай

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Заказсыһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Поганкин Сергей Иванович.

Хужалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Поганкин палатаһы ихатаһы
  • Поганкин Сергей Иванович.
  • 1710 йылға тиклем Поганкин Иван Сергеевич (улы).
  • 1710—1711 йылдар. Григорий Юрьевич Поганкин Юрьевич (ейәне; эпидемия ваҡытында үлә).
  • 1711—1747 йй. Яков Никитич Корсаков — Новгородтың вице-губернаторы.
  • 1747—1900 йылдар. Хәрби ведомство.
  • 1900—1917 йылдар. Археология йәмғиәте музейы.

Палаталар тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1671-1679 йылдарҙа сауҙагәр Сергей Поганкин заказы буйынса Псков ташсылары төҙөй.
  • 1711 йылда Поганкин нәҫеле өҙөлә.
  • 1711 йылда палаталарҙы Я. Н. Корсаков Төп провиант канцелярияһына ҡуртымға бирә. Унда хәрби ведомствоның артиллерия һәм провиант келәте урынлаша
  • 1747 йыл. Бинаны Төп провиант канцелярияһы 2 мең һумға һатып ала

1747 йылдың сентябрь айында Санкт-Петербургтан Псков ҡалаһына алдағы ремонт эштәре күләмен билдәләү өсөн "архитектура гезеле" Иван Сляднев килә, улар палаталарҙы ремонтлауға план һәм смета һала.

Бинаның өс ҡатлы өлөшөндәге өҫкө таш ҡатты һүтеү, ике ҡатлы бинала көмбәҙде һәм стенаны һүтеү, ағас түшәм һалыу, тәҙрәләрҙе йүнәтеү, аҫҡы ҡаттағы биналарҙың иҙәндәрен, күтәрмәне йүнәтеү, элекке иҫке амбарҙар урынына яңыларын төҙөү, мунса урынына ҡарауыл йорто төҙөү күҙаллана. Ремонт суммаһы 2582 һум билдәләнә. Әммә тейешле аҡса булмау сәбәпле ремонтҡа 1748 йылда ла, 1749 йылда ла тотонмайҙар.

  • 1750 йылда палаталарҙы Төп провиант канцелярияһы вөкиле Хомутов йәнә тикшерә, ул ремонтҡа яңы ведомость төҙөй. И.Слядневтан айырмалы рәүештә Хомутов өҫкө ҡатты һәм икенсе ҡаттың көмбәҙен һүтмәҫкә, тик аҫҡы ҡаттағы иҙәндәрҙе йүнәтергә, урам фасадтарындағы бөтә тәҙрәләрҙе һалырға, ҡыйыҡты йүнәтергә, таш күтәрмәләр урынына ағастан һөҙәк пандустар эшләргә тәҡдим итә. 1750 йылдың июлендә Хомутов ведомосына ярашлы, палаталар ремонтлау тураһында указ ебәрелә.
  • 1750—1754 йылдар. Ремонт һөҙөмтәһендә бинаның өсөнсө ҡат өлөшөндәге үрге ҡаттың бүлмәләрендә ағас түбәләр, икенсе һәм өсөнсө ҡат бүлмәләрендәге имән паркет иҙәндәр юғала, кафель мейестәр һүтелә. Палаталарҙың ике күтәрмәһе, таш флигель, ағас ҡоймалар һәм мунса тулыһынса һүтеп алына.
  • 1828 йылда сираттағы ремонт үтә. Тәҙрәләр һалына, таҡта түбәһе сарҙаҡ түбәләр менән алмаштырыла; бинаның өс ҡатлы өлөшөндәге төньяҡ бурсаһында XVII быуат таш ҡапҡалары юҡ иителә, ағас амбарҙар урынына яңы таш корпустар һәм ҡарауыл йорто төҙөлә. XIX быуат дауамында палаталарҙың япмаһы бер нисә тапҡыр алмаштырыла: черепица толь алмаштыра, һуңынан гонт.
  • 1900 йылдың 3 мартында Николай II ҡушыуы буйынса биналар Хәрби министрлыҡ ҡарамағынан Псков Археология йәмғиәтенә Музейы урынлаштырыу өсөн тапшырыла.
  • 1900—1902 йылдарҙа бинаны ремонтлау һәм ҡулланыу.

Бөтә тәҙрәләр һәм түбәләр яңыртыла, яңы мейестәр ҡуйыла. Таш күтәрмәҡорола (арх. Л. П. Шишко). Өс ҡатлы бинаның урта ҡаты тәбиғи-тарихи музей һәм китапханаға, үрге ҡаты — техник рәсем мәктәбенә бирелә. Псков дворян ҡатыны Елизавета Карловна Фан-дер-Флит (1839-1904) был эштәргә 20 000 һум иғәнә бирә.

  • 1902 йылдың 15 декабрендә Археология йәмғиәтенең музейын тантаналы изгеләндереү үтә

Псков дәүләт берләшкән тарихи-архитектура һәм һынлы сәнғәт музейы-ҡурсаулығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Экспозициялары:

  • «XIV—XVII бб. боронғо Псков рәсем сәнғәте»,
  • «Рус көмөш сәнғәт»,
  • «Халыҡ-ҡулланма сәнғәте»,
  • «Рәсәй тарихында 1100-йыллыҡ Псков».
  • «Картиналар галереяһы»: XVIII—XX бб. Көнбайыш Европа һәм рус һынлы сәнғәт әҫәрҙәре.

"Музей кварталы" проектын тормошҡа ашырыу барышында 2019 йылда Поганкин палаталарында ремонт- реставрация эштәре башлана. Археологик ҡаҙылмалар үткәреү ваҡытында Некрасов урамы яғынан өлөшләтә алтын ялатылған мозаикалы көрөшкә табыла, уның йорт хужаһы Сергей Поганкинға ҡарауы ихтимал. Шулай уҡ башҡа ҡыҙыҡлы табыштар ҙа бар, шул иҫәптән әм ҡыҙыҡлы булды, шул иҫәптән,Карл II Стюарт дәүләт мисәте лә тиабылған[3].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Князев А. С. Указатель достопамятностей города Пскова. М.: тип. А. Семена. 1858 г.
  • Евлентьев К. Г. «Археологическая записка о Поганкиных». 1870 г.
  • Евлентьев К. Г. «Книги псковитина, посадского торгового человека Сергея Иванова сына Поганкина». Изданы, как «особое приложение» к «Археологической записке…». Псков. 1870 г.
  • Погодин М. П. Псков. (Из дорожных заметок). Псков. 1881 г.
  • Гедимин В. Н. Прошлое города Пскова в его исторических памятниках. Псков: тип. Губ. правл. 1902 г.
  • Кремлев Б. Древний и настоящий г. Псков. СПб.: «А. Ф. Сухова». 1906 г.
  • Псков и его окрестности. Очерк истории Пскова. Путеводитель и справочная книга с приложением 2-х планов. Под ред. Заборовского А. А. Изд. 2-е. Псков. 1907 г.
  • Соболев П. Г. Спутник по Пскову и окрестностям. (Библиотека «Вечернего времени»). СПб.: изд. Суворина. 1914 г.
  • Окулич-Казарин Н. Ф. Спутник по древнему Пскову. (Любителям родной старины). Псков: Псковское археологическое общество. 1911 г. Изд. 2-е. 1913 г.
  • Янсон А. К. Псков в его прошлом. Псков. 1927 г.
  • Васильев А., Янсон А. К. Древний Псков. Исторический очерк и путеводитель. Л. 1929 г.
  • Платонов Н. И., Богусевич В. А. Современный и древний Псков. Путеводитель. Псков. 1932 г.
  • Псковские летописи. Вып. 1-2. М. — Л.: Издательство Академии наук СССР. 1941—1955 гг.
  • Спегальский Ю.П. Псков. Историко-художественный очерк. Л.- М.: «Искусство». 1946 г.
  • Лавров В. А., Максимов П. Н. Псков. М., Гос. изд-во архитектуры и градостроительства, 1950 г. — 72 с., ил., вкл. 6.000 экз. (Серия «Сокровища русского зодчества»).
  • Ларионов И. Н. Архитектура Пскова. Социалистический и древний Псков. Псков: «Псковская правда». 1958 г.
  • Спегальский Ю. П. Псков. — Л.-М.: «Искусство». 1963 г. (Серия «Архитектурно-художественные памятники городов СССР»).
  • Спегальский Ю. П. Псковские каменные жилые здания XVII в. Л.-М. 1963 г.
  • «Гражданская архитектура древнего Пскова». История СССР. 1969 г. № 1.
  • Грабарь И. Э. О русской архитектуре. «Зодчество Новгорода и Пскова». 1969 г.
  • Скобельцын Б. С., Храброва Н. С. Псков. Памятники древнерусского зодчества. — Л.: «Искусство». 1969 г..
  • Псков. Очерки истории. Научн. ред. Шаскольский И. П. Л.: «Лениздат». 1971 г.
  • Спегальский Ю. П. Псков. Художественные памятники. — Л., Лениздат, 1972. — 272 с. 50.000 экз.
  • Спегальский Ю. П. «Железные кровли в архитектуре древнего Пскова». КСИА. № 135. М. 1973 г.
  • Спегальский Ю. П. Дом Печенко. Псков. 1973 г.
  • Спегальский Ю. П. По Пскову XVII века. — Л., 1974.
  • Достопримечательности Псковской области. Сост. Л. И. Маляков. Изд. 2-е, испр. и дополн. (изд. 3-е — 1981). — Л.: «Лениздат». 1977 г. — 360 с., ил. С.11-22.
  • Спегальский Ю. П. Псков. Изд. 2-е. — Л.: «Искусство». 1978 г. (Серия «Архитектурно-художественные памятники городов СССР»).
  • Аршакуни О. К. Народное зодчество Пскова. Архитектурное наследие Ю. П. Спегальского. — М.: «Стройиздат». 1987 г.
  • Бологов А. А. Псков. Л.: «Лениздат». 1988 г.
  • Древний Псков: История. Искусство. Археология. Новые исследования: Сб. статей./ Сост. С. В. Ямщиков. — М., Изобраз. искусство, 1988. — 320 с., ил.
  • Псковский биографический словарь. Псков: ПГПИ. 2002 г.
  • Псков. Памятники истории, культуры, архитектуры: В 2-х томах. Матвеев Е. П.[и др.]. М.: Терра-Книжный клуб. 2003 г.
  • Псков — город-памятник. — Издательский дом «Стерх». 2004 г.
  • Средневековый Псков: власть, общество, повседневная жизнь в XV—XVII веках. Аракчеев В. А. Псков: Псковская областная типография. 2004 г. — 357, [1] с.: ил + 3 отд. л. карт. (Серия «Псковская историческая библиотека»).
  • Филимонов А. В. «Псков в 1920—1930-е годы. Очерки социально-культурной жизни». Псков: ГП «Псковская областная типография». 2005 г. (Серия «Псковская историческая библиотека»).
  • Филимонов А. В. «Поднятый из руин. Послевоенное восстановление и развитие Пскова (1944-начало 1950-х гг.)». Стр. 296—307. «Краеведческий музей восстанавливается». Псков: ГП «Псковская областная типография». 2008 г. (Серия «Псковская историческая библиотека»).
  • Псков на старых открытках. Альбом. Сост. Левин Н. Ф. Псков: «Стерх». 2009 г.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]