Эстәлеккә күсергә

Погодин Радий Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Погодин Радий Петрович
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 16 август 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[2][3][4]
Тыуған урыны Валдай өйәҙе[d], Новгород губернаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 30 март 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[2][3][4] (67 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Ерләнгән урыны Волковское кладбище[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө балалар яҙыусыһы, шағир, писатель научной фантастики, прозаик, сценарий яҙыусы, новеллист
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Жанр повесть[d], хикәйә, Әкиәт һәм сценарий[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Почёт Билдәһе» ордены "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы II дәрәжә Дан ордены III дәрәжә Дан ордены

Ра́дий Петро́вич Пого́дин (16.08.1925 — 30.03.1993) — рус совет яҙыусыһы, сценарист һәм шағир, рәссам, күренекле балалар яҙыусыһы.

Радий Петрович Погодин 1925 йылдың 16 авгусында Новгород губернаһының Валдай өйәҙе (хәҙерге Тверь өлкәһе) Дуплёво ауылында[5] тыуған.

1927 йылда ғаиләһе Ленинградҡа күсеп килә. Һуңынан атаһы менән әсәһе айырыла.

1941 йылдың 16 сентябренән 6 ноябргә тиклем Радий Төньяҡ-Көнбайыш фронтының[6] авторемонт оҫтаханаһында слесарь булып эшләй.

1942 йылда, бер йыл блокада ҡышын үткәргәндән һуң, Ленинградтан Пермь өлкәһенә эвакуациялана. Балалар йортонда монтёр һәм кочегар булып эшләй.

Пехота училищеһын тамамлағандан һуң, Погодин хәрәкәт итеүсе армияға ебәрелә. Украина ССР-ының һул яҡ ярын азат итеүҙә ҡатнаша, Днепрҙы кисеп сығыу һуғыштарында яралана. Госпиталдән һуң 2-се гвардия танк армияһының 9-сы корпусы составындағы 33-сө бригадаға разведкаға эләгә. Яссы эргәһендәге һуғыштарҙа, Люблин, Варшава ҡалаларын азат итеүҙә, Берлинды алыуҙа ҡатнаша. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ, II һәм III дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнә[7]

1945 йылда сержант дәрәжәһендә запасҡа сыға. Армиянан ҡайтҡас Г. В. Плеханов исемендәге Мәскәү дәүләт тау институтында әҙерлек курстарында уҡый. 1946 йылда Мәскәүҙә янғын һағында эшләй башлай. Әҫәрҙәре ведомство күп тиражлы «Хәрби сигнал» гәзитендә баҫыла башлай. ВКП(б) Үҙәк Комитеты Ойоштороу бюроһының «О журналах „Звезда“ и „Ленинград“» Ҡарарын редакцияла тикшергәндә, М. М. Зощенко һәм А. Ахматованы яҡлап сығыш яһағандан һуң, 1946—1947 йылдарҙа ҡулға алыныу ҡурҡынысы арҡаһында, йәшеренеп йәшәргә мәжбүр була, һуңынан Ленинградҡа атаһына ҡайта. Эшкә урынлаша, «советҡа ҡаршы пропаганда» 58-10-сы статьяһы буйынса ҡулға алына һәм хөкөм ителә. Тотҡонлоҡтан сыҡҡандан һуң (1948—1950), Ленинградҡа ҡайта, 1953 йылда Йошкар-Олаға күсеп китә һәм радиола эшләй башлай.

1954 йылда Погодин яңынан Ленинградҡа ҡайта. «Дуҫлыҡ» альманахында уның «Мороз» исемле тәүге хикәйәһе, ә 1957 йылда яҙыусының «Ҡырмыҫҡа майы» тигән тәүге китабы баҫылып сыға. 1959 йылда Радий Петрович Погодин СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.

Уның балалары өсөн хикәйәләре баҫылған халыҡ-ара редакция коллегияһы әҙерләгән төрлө илдәр яҙыусылары әҫәрҙәре тупланған «Дети мира» «Донъя балалары» (1962) йыйынтығы (В. К. Железников, Олесь Донченко, Маквала Мревлишвили, Яан Раннап, Хәким Нәзир хикәйәләре менән бер рәттән) киң танылыу яулай.

Радий Петрович Погодин 1993 йылдың 30 мартында вафат булды. Санкт-Петербургта Волков зыяратында ерләнгән.

Погодиндың ижадына тема, форма, уҡыусылар йүнәлешенең киң диапазоны хас: уның мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн китаптары, һуғыш тураһында «Йәшә, һалдат» повесы һәм тыныс тормош тураһында бик күп әҫәрҙәре бар[8].

Тәнҡит уның үҫмерҙәрҙең «әүрелер алдынан күңел торошо, хистәренең ныҡлы шытымы, күңел ҡанаттары үҫешен тойоуын» — эске донъяһын һүрәтләү һәләтен билдәләне[9].

Әҙәби тәнҡитсе һәм яҙыусы В. М. Воскобойников Погодин тураһындағы мәҡәләһендә[10] «күп кенә ижади идеалдар буйынса» уның Андрей Платоновҡа яҡынлығы хаҡында яҙа.

Маҡтаулы исемдәре һәм әҙәби премиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР-ҙың Н. К. Крупская исемендәге дәүләт премияһы (1985) — «Лазоревый петух моего детства» «Бала сағымдың алһыу күк төҫтәге әтәсе» китабы өсөн
  • 1982 — РСФСР Яҙыусылар союзы премияһы. Ганс Христиан Андерсен исемендәге Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте советының Почётлы дипломы — «Перейти речку вброд» китабы өсөн.
  • 1984 — Көнбайыш Берлинда Бөтә донъя кинофестивалендә «Что у Сеньки было» фильмы өсөн ЮНИСЕФ премияһы.
  • 1987 — Иң яҡшы балалар китабына Бөтә Союз конкурсының Почётлы дипломы — балалар өсөн заманса әҙәби әкиәт әҙерләгәне өсөн.
  • 1989 — «Книжка про Гришку» китабы өсөн Максим Горький исемендәге халыҡ-ара премия. «Земля имеет форму репы» «Ер шалҡан һымаҡ» китабы өсөн «Китап сәнғәте» «Искусство книги» XXX Бөтә Рәсәй конкурсының беренсе дәрәжә дипломы.
  • 1998 — Рәсәй әҙәбиәтенә, балалар һәм үҫмерҙәр китабы мәҙәниәтенә ҙур өлөш индергәне өсөн Почётлы диплом. Халыҡ-ара балалар китабы буйынса советтың Милли секцияһы. Рәсәйҙең Балалар китабы буйынса советы.
  • Муравьиное масло. Л., Детгиз, 1957
  • Кирпичные острова. Л., Детгиз, 1958
  • Кирпичные острова. Л., Детгиз, 1960
  • Рассказы о веселых людях и хорошей погоде. Л., 1960
  • Ожидание. Л., 1963
  • Утренний берег. Л., 1964
  • Рассказы о веселых людях и хорошей погоде. Л., 1965
  • Трень-брень. Ожидание. Л., 1966
  • Шаг с крыши. Л., 1968
  • Кирпичные острова. Л., Дет. литература, 1969
  • Муравьиное масло. М., Дет. литература, 1968
  • Муравьиное масло. М., Дет. литература, 1969
  • Рассказы о веселых людях и хорошей погоде. Л., 1971
  • Ожидание. Л., 1971
  • Откуда идут тучи. Л., 1971
  • Рассказы о веселых людях и хорошей погоде. Л., 1971
  • Включите северное сияние. Л., Дет. литература, 1972
  • Осенние перелеты. Л., 1972
  • Откуда идут тучи. Л., 1973
  • Повести и рассказы. Л., 1974
  • Повести и рассказы. Л., 1975
  • Рассказы. Л., 1976
  • Книжка про Гришку. Л., Дет. литература, 1977
  • Перейти речку вброд. М., 1979
  • Кирпичные острова. Л., Дет. литература, 1980
  • О веселых людях и хорошей погоде. М., Дет. литература, 1982
  • Лазоревый петух моего детства. М., Дет. литература, 1983
  • Где ты, Гдетыгдеты? М., Дет. литература, 1985
  • Живи, солдат. Л., Сов. писатель, 1985
  • Рассказы. Л., 1985
  • Красные лошади. М., Дет. литература, 1986
  • Мост. Боль. Дверь. Л., Лениздат, 1986
  • Книжка про Гришку. М., Малыш, 1987
  • Рассказы о веселых людях и хорошей погоде. Л., 1987
  • Лазоревый петух моего детства. М., Сов. Россия,1988
  • Земля имеет форму репы. Л., Дет. литература, 1989
  • Где леший живёт? Л., Дет. литература, 1990
  • Я догоню вас на небесах. Л., 1990
  • Книжка про Гришку. Воронеж, 1991
  • Зелёный попугай. СПб., Лениздат, 1992
  • Где ты, Гдетыгдеты? М., 1995
  • Я догоню вас на небесах. СПб., 1998
  • Что у Сеньки было.
  • Река. СПб., 2002

Сценарист:

  1. Identifiants et Référentiels (фр.)ABES, 2011.
  2. 2,0 2,1 ПОГОДИН Радий Петрович // Русская литература XX века. Прозаики, поэты, драматурги (урыҫ) / под ред. Н. Н. Скатов — 2005. — С. 80—81. — ISBN 5-94848-307-X
  3. 3,0 3,1 Погодин Радий Петрович // Литераторы Санкт-Петербурга. ХХ век (урыҫ) / под ред. О. В. Богданова
  4. 4,0 4,1 Погодин Радий Петрович // ПроДетЛит (урыҫ) — 2019.
  5. (ныне — в Бологовском районе, Тверская область)
  6. Биография Р.Погодина. Дата обращения: 21 апрель 2011. Архивировано 6 декабрь 2011 года.
  7. Память народа
  8. Русские детские писатели XX века. Биобиблиографический словарь. — С. 345.
  9. Кузьмина Э. Порывы юных лет // Семья и школа. — 1965. — № 9. — С. 33-35.
  10. Воскобойников, 2017

Р. П. Погодин тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]