Ер аҫты үткәүелдәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Подземный пешеходный переход битенән йүнәлтелде)
Мәскәү ҡалаһының академик Сахаров проспектындағы ер аҫты үткәүеленә кергән урын

Ер аҫты үткәүелдәре, ғәҙәттә, тонелдәрҙән ғибәрәт. Ул автомобилдәр юл ағымы йәки тимер юлдар үткән урындарҙа төҙөлә. Ул төшә һәм менә торған баҫҡыстарҙан, шулай уҡ балалар, ғәриптәр арбалары һәм велосипедтар өсөн баҫҡысһыҙ менә торған өлөштәрҙән тора.

Советтар союзы осоронда ер аҫты үткәүелдәре саф файҙаланыу өсөн генә ғулланыла ине. Хәҙер уларҙа тәҡдимләү (реклама) таҡталары, төрлө мәгәзиндәр төҙөлә. Хатта ҡайһы ьңбер ҙур үткәүелдәр сауҙа үҙәктәренә әүерелгән. Был үткәүелдәр, ғәҙәттә, төнгө осорҙа ябыла. Метро булған ҙур ҡалаларҙа ер аҫты үткәүелдәре метро станцияһе менән тоташтырып эшләнгән. Ташландыҡ һәм төҙөлөп бөтөлмәгән үткәүелдәр дигерҙар өсөн бик ҡулай.

Ҡала төҙөүселәре фекере буйынса, ҡаланың ҡайһы бер ерҙәренә, мотлаҡ үткәүелдәр аша ғына үтергә мөмкин. Шундай урындарҙың береһе Берлин ҡалаһының Тиргартен паркындағы Еңеү колоннаһында шулай үткәүел ҡуйылған. Был урын юлдар менән уратып алынған. Йәйәүлеләр унда 1941 йылда Иоханнес Хунтенмюллер планы буйынса төҙөлгән дүрт үткәүелдең береһе аша ғына үтә ала. Был урынды Берлин ҡалаһында иҫтәлектәр ҡалдырырырға теләүселәр бик ярата. Уның диуары төрлө илдәрҙән килгән туристарҙың яҙмалары менән сыймаҡланып бөткән.

Тағы ла бер ҡыҙыҡлы урын Симферополдә Әхмәт-хан солтан майҙанындағы үткәүел. Бар тонелдәр ҙә киоскалар торған майҙанға сыға. Шулай уҡ аналогик үткәүелдәр Киевтә, Севастополдә, Мәскәү ҡалаларында (Мәскәү майҙанының Фәндәр проспекты аҫтында) ла бар.

Юл билдәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер аҫты үткәүеле юл билдәһе Рәсәй дәүләт стандарттары буйынса билдәләнә һәм № 6.6 тәртип номеры бирелгән.

«Ер аҫты үткәүеле» юл билдәһе

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]