Подкопаева Лилия Александровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Gymnastics (artistic) pictogram.svg Лилия Подкопаева
Podkopaieva. 2008 08 04.jpg
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

Ҡатын-ҡыҙ

Тулы исеме

Лилия Александровна Подкопаева

Ысын исеме

Подкопаєва Лілія Олександрівна

Гражданлығы

Украина Украина

Специализация

Спорт гимнастикаһы

Клуб

Динамо

Тыуған датаһы

15 август 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (41 йәш)

Тыуған ере

СССР, Украин ССР-ы, Донецк ҡалаһы

Тренеры

Лилия Пугачёва,
Галина Лозинская

Буйы

155 см[1][2][3]

Commons-logo.svg [[commons:Category:Commons-logo.svg Liliia Podkopaieva Викимилектә|Аудио, фото, видео]] на Викискладе

Подкопаева Лилия Александровна (15 август 1978 йыл) — гимнаст, Украинаның атҡаҙанған спорт мастеры (1994), халыҡ-ара категориялы судья.

Европа Кубогы эйәһе (1995), 45 алтын , 21 көмөш һәм 14 бронза миҙалы бар. Спорт гимнастикаһы буйынса донъяның абсолют чемпионы. (1995), Европа чемпионы (1996).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лилия Александровна Подкопаева Донецкиҙә 1978 йылдың 15 авгусында тыуған.

5 йәшлек Лилияны Донецкиҙағы «Динамо» йәмғиәтенең гимнастика залына оләсәһе Эвелина Михайловна килтергән.[4]

Лилия Подкопаева Донецк 3-сө дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыған.

1996 йылда ХXVI Олимпия уйындарында Лилия абсолют беренселектә һәм ирекле күнегеүҙәрҙә ике алтын миҙал яулаған. Уның эшләгән элементтарының береһе булған — ике ҡатлы сальто менән алға 180°боролош яһауҙы — әле хәҙергә тиклем ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, хатта ир-аттар ҙа яһай алмайҙар.[5]

2001 йылда Физик тәрбиә һәм спорт милли университетын тамамлаған. Унан һуң Донецк дәүләт идара итеү академияһында уҡыған

Украина Президентының Почёт Билдәһе менән (1995)[6], «Батырлыҡ өсөн» тәреһе (1996)[7] менән, «За заслуги» II дәрәжә ордены (2002)[8], Княгиня Ольга III дәрәжә (2009)[9] ордены, Святой Станислав ордены менән һәм Украина Министрзар Кабинетының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән.

Үҙ исемендәге «Алтын Лилия» даими турнирын ойошторған.

2006 йылда Украина почтаһы Лилия Подкопаеваның һүрәте ҡуйылған почта маркаһын сығарҙы[10]. 2008 йылда, гимнастканың утыҙ йәшенә арнап, БМО АҠШ-тың Лилия Подкопаева төшөрөлгән маркаһын сығарҙы.[11].

Телевидение[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2006 йылда Лилия «Танцы со звездами» проектының Украина версияһында еңде[12][13] . Сергей Костецкий менән парлашып, 2008 йылдың сентябрендә Танцевальное Евровидение 2008 -ҙә улар 3-сө урынды яуланылар.[14]

2011 йылдың июнь айында башланған «Мин — герой!» спорт-күңел асыу шоуында , Севастополь ҡалаһы янында, Лилия Подкопаева, Сергей Притула һәм Александр Педан тамашаны алып барыусылар булғандар. Ул шоуҙы көҙ көнө Новый каналда күрһәтергә тейеш булғандар.[15]

Фильмография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Элекке ире (25 декабрь 2004[16]- ғинуар 2009) Тимофей Нагорный[17][18] — бизнесмен, спорт-шоу ойоштороусы, «Спорт-сервис» компанияһының директоры, хәҙер продюсер Мики Ньютон[19][20][21] менән бергә 7 йыл (2002—2009)[22] бергә йәшәгәндәр. Подкопаева менән Нагорныйҙың туйҙарын Мария Ефросинина, Михаил Турчинский һәм Дмитрий Оскин алып барғандар. Уларҙы Иосиф Кобзон, Таисия Повалий, Вадим Писарев, Святослав Вакарчук, Яна Клочкова, Светлана Хоркина, Алексей Немов, Татьяна Гуцу, Екатерина Серебрянская һ. б. ҡотлағандар[16]. Лилия яғынан Ани Лорак шаһит булған.[16]

.Вадим Нагорный (тыуған 27 ноябрь 2005[23]) уллыҡҡа ҡабул ителгән балаһы, уны уллыҡҡа 13 июлдә алғандар, ә интернаттан 2006 йылдың 31 июлендә алып ҡайтҡандар[23] (ул Алина Гросуҙың клибында төшкән)[17][20][24]

Ҡыҙы Каролина Нагорнаяға (тыуған 10 ноябрь, 2006) крестная мамаһы Ани Лорак хөрмәтенә исем ҡушҡандар[20][24].

Балалары 3 йәштән алып гимнастика, сит телдәрҙе өйрәнеү һәм бейеүҙәр менән шөғөлләнәләр[25]

Дәүләт бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Почётный знак отличия Президента Украины (21.12.1995)[26]
  • Знак отличия Президента Украины крест «За мужество» (07.08.1996)[27]
  • Орден «За заслуги» ІІ степени (29.11.2002)[28]
  • Почётная грамота Кабинета Министров Украины (13.08.2003)[29]
  • Орден княгини Ольги III-й степени (16.01.2009)[30]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Звезды в сантиметрах — БЛИК. Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 апрель 2008.
  2. Рост женщины. От чего зависит рост женщины. Как увеличить свой рост. Полезные советы и рекомендации. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 декабрь 2012.
  3. Золотая Лилия.
  4. Биография Подкопаева Лилия Александровна. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 декабрь 2012.
  5. Подкопаева Лилия Александровна. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 декабрь 2012.
  6. Указ Президента України № 1171/95 від 21 грудня 1995 року «Про нагородження Почесною відзнакою Президента України»(укр.)
  7. Указ Президента України № 662/96 від 7 серпня 1996 року «Про нагородження відзнакою Президента України хрестом „За мужність“»(укр.)
  8. Указ Президента України № 1078/2002 від 29 листопада 2002 року «Про відзначення державними нагородами України чемпіонів та призерів Олімпійських ігор, тренерів та організаторів спортивного руху»(укр.)
  9. Указ Президента України № 26/2009 від 16 січня 2009 року «Про відзначення державними нагородами України»(укр.)
  10. Лилию Подкопаеву теперь можно будет лизнуть. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 декабрь 2012.
  11. Штаты выпустили марку с изображением Подкопаевой. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 декабрь 2012., В США выпустили почтовую марку с Лилией Подкопаевой. Тәүге сығанаҡтан архивланған 14 июль 2008., Лилию Подкопаеву теперь можно будет лизнуть. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 декабрь 2012.
  12. Танцы со звездами 2. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 декабрь 2012.
  13. Корреспондент.net. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 декабрь 2012.
  14. Все о Танцевальном Евровидении. Тәүге сығанаҡтан архивланған 17 март 2012.
  15. Лиля Подкопаева стала ведущей шоу «Я — Герой!». Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 декабрь 2012.
  16. 16,0 16,1 16,2 Свадьба Лилии Подкопаевой и Тимофея Нагорного. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 декабрь 2012.
  17. 17,0 17,1 Лилия Подкопаева и Тимофей Нагорный выбрали крестного отца своему ребенку. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 декабрь 2012.
  18. Волонтеры, Сайт волонтеров Украины. Тәүге сығанаҡтан архивланған 10 март 2010.
  19. Лилия Подкопаева: Тимофей обещал меня похоронить! :: donbass.ua — новости Донбасса.
  20. 20,0 20,1 20,2 Лилия Подкопаева. Досье. ФОКУС. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 декабрь 2012.
  21. Лилия Подкопаева разводится с мужем. Эксклюзивное интервью с Тимофеем Нагорным.
  22. Подкопаева рассказала всю правду о разводе с Нагорным " Дом и семья › LIVEstory — истории из жизни. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 декабрь 2012.
  23. 23,0 23,1 Лилия Подкопаева стала мамой! +ФОТО / Известная семейная пара усыновила восьмимесячного малыша, которого назвали Вадимом / Другие виды / www.sport.ua. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 декабрь 2012.
  24. 24,0 24,1 Подкопаева Лилия Александровна. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 декабрь 2012.
  25. MIKA NEWTON fan-zone: Официальный сайт поклонников Мики Ньютон. Фан клуб Мики Ньютон. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 декабрь 2012.
  26. Указ Президента Украины № 1171/95 от 21 декабря 1995 года «О награждении Почётным знаком отличия Президента Украины»
  27. Указ Президента Украины № 662/96 от 7 августа 1996 року «О награждении Знаком отличия Президента Украины крестом „За мужество“»
  28. Указ Президента Украины № 1078/2002 от 29 ноября 2002 года «О награждении государственными наградами Украины чемпионов и призёров Олимпийских игр, тренеров и организаторов спортивного движения»
  29. Постановление Кабинета Министров Украины № 1252-2003-п от 13 августа 2003 года "О награждении Подкопаевой Л.
  30. Указ Президента Украины № 26/2009 от 16 января 2009 года «О награждении государственными наградами Украины»