Подольск баҡыр-цинк ятҡылығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Подольск баҡыр-цинк ятҡылығы
Страна
РФ субъектыБашҡортостан
Асылған1971 йыл 
Начало добычи2027 йыл 
Балансовые запасы88,6 млн. тонна 
НедропользовательБашҡорт баҡыры 
Рәсәй
Красная точка
Подольск баҡыр-цинк ятҡылығы
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Подольск баҡыр-цинк ятҡылығы

Подольск баҡыр-цинк ятҡылығы (рус. Подольское медно-цинковое месторождение) — Рәсәйҙең баҡыр-цинк ятҡылығы, Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районында урынлашҡан һәм Рәсәйҙә иң ҙур ятҡылыҡтарҙың береһе булып тора. Баҡыр һәм цинктан тыш, ятҡылыҡ мәғдәнендә көкөрт, көмөш һәм алтын бар.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1971 йылда асылған, туранан-тура Подольск ауыл эргәһендә урынлашҡан[1].

Ятҡылыҡтарҙың тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баҡыр, баҡыр-цинк һәм көкөрт колчеданы мәғдәндәре запастары тикшерелгән. Мәғдән запастары 88,6 миллион тонна тип баһалана, мәғдән есеме 600 метр тәрәнлектә башлана[2].

Ятҡылыҡ операторҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ятҡылыҡты эшкәртеүҙе Урал тау-металлургия компанияһы 2026 йылда башларға ниәтләй.

Ятҡылыҡта ер аҫты руднигын төҙөү 2019 йылда башлана. 800 метр тәрәнлеккә киткән мәғдән сығарыу өсөн ике ауыш шахта һәм кешеләрҙе төшөрөү һәм күтәреү өсөн ике вертикаль шахта төҙөү планлаштырыла[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]