Позднов Виктор Андреевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Позднов Виктор Андреевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 21 октябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Центрально-Чернозёмная область[d], Борисоглебский округ[d], Борисоглебск[d]
Вафат булған көнө 11 октябрь 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Пензенское художественное училище[d]

Позднов Виктор Андреевич (21 октябрь 1929 йыл11 октябрь 2010 йыл) — рәссам. 1960 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған рәссамы (1973).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Виктор Андреевич Позднов[1] 1929 йылдың 21 октябрендә Воронеж өлкәһе Борисоглебск ҡалаһында тыуа (хәҙер — Воронеж өлкәһе). Бала саҡтан һүрәт төшөрөргә ярата, рәссам булырға хыяллана. Уның бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Атаһы һуғышта ҡатнаша.

1946 йылда Позднов К. А. Савицкий исемендәге Пенза художество училищеһына уҡырға инә. Унда өс йыл ярым һынлы сәнғәт бүлегендә уҡығандан һуң, скульптура бүлегенә күсә. Һынлы сәнғәт буйынса уҡытыусыһы, үҙ ваҡытында И. Е. Репиндың уҡыусыһы, билдәле рәссам Горюшкин-Сорокопудов була, ә скульптуранан дәрестәрҙе бөйөк Родендың уҡыусыһы Казашвили Елена Дмитриевна бирә.

Позднов Виктор үҙенең курсташтары менән һоҡланғыс рәссам Горюшкин-Сорокопудов Иван Силовичтның оҫтаханаһына йөрөй. Уға килгән студенттар үҙҙәре менән этюдтарын тотоп килә, сөнки танылған рәссамдәң һәм педагогтың фекере улар өсөн мөһим була. Иван Силович Поздновтың уйлаусан һәм һәләтле студент тип билдәләп, эштәренә шунда уҡ иғтибар итә.

Виктор дәрестән һуң буш ваҡыттарында күп уҡый, урындағы футбол командаһында уйнай. Футболды ул ныҡ ярата, әгәр ҙә һынлы сәнғәтте яратмаһа, ул футболсы йәки табиб булыр инем, тип һөйләй Пензала ул буласаҡ ҡатыны Раиса Петровна Медунова менән осраша, уның менән оҙаҡ йылдар йәшәй.

Пенза училищеһын 1951 йылда тамамлағас, Позднов Виктор Ленинградтағы Сәнғәт академияһына уҡырға инә. Әммә уҡыуҙы дауам итер өсөн аҡса булмай. Һуғышта алған яраларынан атаһы үлеп ҡала, әсәһенә һәм һеңлеһенә ярҙам итер кәрәк була. Пенза училищеһында бергә уҡыған Александр Бурзянцев менән 1952 йылда Позднов Өфөгә килә. 50 -се йылдарҙа инде, ул саҡта йәш рәссам, үҙен бик һәләтле рәссам булараҡ таныта. Ул Мәскәүҙәге Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә ҡатнаша һәм уның картиналары «Урал ҡайынлығы», «Һалдар» үҙенең ҡыйыу, үҙенсәлекле композициялы сиселеше менән күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Был эштәр музейҙар тарафынан һатып алына. Ҙур талантҡа һәм батырлыҡҡа эйә булған Позднов Виктор Андреевич, социалистик реализм осоронда, рәссамдарҙың эшмәкәрлегенә регламент ҡуйылған саҡта, үҙенең тирә-яҡ донъя менән кешенең рухи бәйләнеше өҫтөнлөк иткән картиналарында образдарҙы аңлатып бирә.

1960 йылда Позднов СССР Рәссамдар союзы ағзаһы була. 1959 йылда яҙылған «Иҫке Урал заводы» уға танылыу һәм билдәлелек килтерә. Картина 1960 йылда уңыш менән күргәҙмәлә Өфөлә, аҙаҡ Мәскәүҙә «Совет Рәсәйе» күргәҙмәһенә ҡуйыла.

Рәссам йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн дә ваҡыт таба, 1959 йылда ул РСФСР Художество фондының Башҡорт бүлеге янындағы художество Советының иң йәш рәисе була һәм был вазифала 1966 йылға тиклем эшләй. 1967 йылдан алып Башҡортостан Рәссамдәр союзы идараһы ағзаһы.

1973 йылда Позднов Викторға «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы» исеме бирелә.

Ҙур пейзаж оҫтаһы булараҡ, йыш ҡына тематик картинаға мөрәжәғәт итә. Тарихи темаларға байтаҡ әҫәрҙәре барлыҡҡа килә. Башҡортостандың һоҡланғыс тәбиғәтенән илһам алып, донъя сәнғәте тәжрибәһенә таянып, ул, рус сәнғәтендә лә, көнбайыш сәнғәтендә лә аналогы булмаған үҙенең һынлы сәнғәтен булдыра. Көс-ҡеүәт, ҙур пластика, образдарҙың бөйөклөгө һәм бай колоритлы гамма — бына уның ижадына хас нәмәләр. Рәссам төрлө жанрҙарҙа эшләй, тематик һәм жанрлы картиналар, портреттар һәм натюрморттар яҙа.

«Атайҙар йыры» монументаль-эпик композицияһында Башҡорт атлы дивизияһының героик тарихы темаһы легенда һәм эпос һымаҡ яңғырай.

Позднов Виктор 2010 йылдың 11 октябрендә вафат була. Ул сағыу, бай эстәлекле ғүмер кисерә һәм үҙенән һуң художество төрлөлөгө буйынса ғәҙәттән тыш картиналар коллекцияһы һәм талантлы уҡыусылар плеядаһын ҡалдыра. (В. Лесин, Т. Ерастов, А. Романов, Ю. Лощ,, А. Маслик, Н. Файрушин, С. Ерофеев, Х. Рязапов).

Позднов Виктор Андреевич сәнғәт фәне өлкәһендә киң белемгә эйә була, ораторлыҡ сәнғәтен камиллыҡта белә.

Уның картиналары Рәсәйҙең билдәле музейҙарында һәм Бөйөк Британия, АҠШ, Канада, Швеция, Япония, Франция, Швейцария, Германия, Португалия кеүек сит илдәрҙә шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

Рәссамдың ҡыҙы Елена Викторовна Позднова[2] Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-график факультетын тамамлай, шулай уҡ талантлы рәссам.

Картиналары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

… «Ысынбарлыҡ һөйөнөсө арбай, бөтә нәмәгә байын ҡайтарғы килә. Шулай ҙа пейзажды яратам. Тәбиғәт бер ваҡытта ла алдамай, уның эсендә юғалып юҡҡа сығаһың, ҙуо сихри донъяның бер өлөшө булаһың, ә ысын сәнғәт - ул сер».

В. А. Позднов

Поздов Викторҙың яртаҡан жанры пейзаж була[3]. «Урал ҡайынлығы», «Һалдар», «Май айының беренсе көндәре». Йыш ҡына ул тарихи темаларға мөрәжәғәт итә, уның «Ленин һәм Крупская Өфөлә. 1900 йыл» тип аталған эше «Ленин тураһында иң яҡшы әҫәрҙәр» китабына инә. Мәскәү. Авторы Р. Я Аболина.

«Башҡортостан атлылары» полотноһы һәм уның тәүге варианттарының береһе — «Атайҙар йыры» (1967—1969), «В. И. Ленин һәм Крупская Өфөлә» (1969), һуңғыраҡ эштәре «Башҡортостан 20-се йылдарҙа» (1986—1989), монументаль-эпик композицияһы «Атайҙар йыры», «Башҡортостанда июлб айы. Сабынлыҡ мәле» (1983—1985 й.й.) «Ағиҙел йылғаһы буйында апрель» 1998 й.

Рәссамдың төп эштәре: Краснодонсы, (1956), Ағиҙелдә ташҡын (1956), Ҡайын һалдар (1958), Ул Башҡорттар В. И. Ленин янында (1959), Урал ҡайынлығы (1959), Индустриаль пейзаж (1959), Иҫке Урал заводы (1959), Усть-Ҡатау (1959), Яҙ, (1959), Башҡорт мотивтары (1963), Шофер портреты (1963), Монтажлаусы (1964), Пейзаж (1965), Димдә яҙ (1966), Һал бәйләү (1966—1967), Урмансылар (1966—1967) , Чандарҙа көҙ (1967), Таштуғай (1967), Быраулау урынына (1968—1970), Индустриаль пейзаж (1969, 1969), Саҡмағош районында яҙ (1970), Атайҙар йыры (1970), Воскресенское ауылынан ҡатын-ҡыҙҙар (1972), Көньяк Башҡортостан (1972), Төнгө милиция (1972), Н. П. Грен портреты (1972), Еләк ҡайнатмаһы (1973), Тыуған илдә яҙ (1973), Ағиҙел текә ярында, (1974), Миләш менән натюрморт (1974). Йәштәр бригадаһы (1974), Ауҙар (1974), Бай табыш (1974). Йәштәр бригадаһы (1974). Эстакада (1974), Беҙҙең Иҫәнғол (1975), Ауҙар менән натюрморт, (1975). Уралсы- яҡташтар (1975). Ҡайтыу (1975). Май айының тәүге көндәре (1975). Ебетелгән алмалар (1975). Ҡарт ҡайындар янында (1976). В. И. Ленин һәм М. И. Ульянов (1976—1977). Литва балыҡсылары (1977). Октябрҙың тәүге көндәре (1977), Март ҡояшы (1977).

Күргәҙмәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979.
  • История Уфы. Сб. статей, гл. 14. Башкирское книжное изд., Уфа, 1978.
  • Г. С. Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд. «Советский художник», Москва, 1974.
  • Г. Пикунова: Буклет «В. Позднов». Башкирское книжное изд., Уфа, 1969.
  • .Альбом «Художники Башкирии». Башкирское книжное изд., Уфа, 1961. Репродукция картины «Старый Уральский завод».
  • Сборник «Изобразительное искусство автономных республик». Изд, «Художник РСФСР», Ленинград, 1973. Репродукция картины «Песня отцов».
  • Альбом «По родной стране». Изд. «Художник РСФСР», Ленинград, 1974. Репродукция с картины «Пейзаж. Южная Башкирия».
  • В Сысоев: По родной стране. Изд. «Художник РСФСР», Ленинград, 1976. Репродукция с картины «Пейзаж. Южная Башкирия».
  • Альбом «Родина», Изд. «Франция», Париж, 1975. Репродукция с картины «На родине весна».
  • Р. Аболина: В. И. Ленин в советском изобразительном искусстве. Репродукция картины «В. И. Ленин и Н. К. Крупская в Уфе». Изд. «Изобр. искусство», Москва, 1975.
  • Альбом «Урал социалистический», составитель И. Туржанская. Изд. «Советский художник», Москва, 1976. Репродукция с картины «На буровую».
  • Журнал «Искусство», 1970, № 1. Репродукция картины «В. И. Ленин и Н. К. Крупская в Уфе».
  • Журнал «Художник», 1960, № 1. Репродукция картины «Старый Уральский завод».
  • урнал «Художник», 1975, № 10. Репродукция картины «На буровую».

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]