Поздняков Александр Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Поздняков Александр Васильевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 5 август 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ржановка
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә география фәндәре докторы[d]
Рәсми сайт pozdnyakov.tut.su

Поздняков Александр Васильевич (5 август 1937 йыл) — ғалим-геоморфолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. География фәндәре докторы (1986), профессор (2003).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Александр Васильевич Поздняков[1] 1937 йылдың 5 авгусында Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Ржановка ауылында тыуа. 1960 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1961 йылда Хабаровск ҡалаһына китә, унда Алыҫ Көнсығыш территориаль геология идаралығының Түбәнге Амур геология экспедицияһында геолог булып эшләй, партия начальнигы була, 1969 йылда «Приморзолото» тресының баш геологы итеп тәғәйенләнә. 1973 йылда ул Хабаровск комплекслы ғилми-тикшеренеү институтына эшкә күсә — тәүҙә өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1976 йылдан директор урынбаҫары була.

1984 йылда Благовещенск ҡалаһына СССР Фәндәр академияһы Алыҫ Көнсығыш фәнни үҙәге Амур комплекслы ғилми-тикшеренеү институтына геоморфосистемалар лабораторияһы мөдире булып эшкә килә, ә 1987 йылдан ул Иркутск ҡалаһында — Рәсәй Фәндәр академияһы Себер бүлексәһе География институтының геоморфология лабораторияһы мөдире. 1992 йылда Александр Васильевич Томск ҡалаһына күсә һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең Тәбиғәт комплекстары экологияһы институтының директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, 1994 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең Климат һәм экология системалары мониторингы институтында Геосистемаларҙың үҙойошоу лабораторияһы мөдире булып эшләй, бер үк ваҡытта Томск дәүләт университетында уҡыта, геология-география факультетының география кафедраһы профессоры[2].

Ғалимдың төп хеҙмәттәре ишелмәләр геологияһы һәм геоморфологияһы, иң яңы тектоника, геоморфология һәм үҙән гидродинамикаһы өлкәләренә арналған. Поздняков геосистемаларҙың үҙенән-үҙе көйләнеүе һәм ойошоуы теорияһын уйлап таба.

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Александр Поздняков 220‑нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Нәшер ителгән хеҙмәттәренең ҡайһы берҙәре:

Геология һәм геоморфология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • А. В. Поздняков. Развитие склонов и некоторые закономерности формирования рельефа. — М.: Наука, 1976. 112 с.
  • А. В. Поздняков. Динамическое равновесие в рельефообразовании. — М.: Наука, 1988. 207 с.
  • А. В. Поздняков. Самоорганизация в развитии форм рельефа (в соавторстве с И. Г. Черваневым). — М.: Наука, 1990. 205 с.
  • A. Pozdnyakov. Synergetics of geosistems. — Tomsk-Zaragoza: Publishing house of the Tomsk State University, 2005. 190 p.
  • А. В. Поздняков. Геоморфодинамика в содержании и формах проявления // Геоморфология. 2005. № 1. С. 24-30;
  • А. В. Поздняков. Происхождение грядового рельефа Курайской котловины Горного Алтая // Геоморфология. 2007. № 2. С.78-89;
  • А. В. Поздняков (в соавт. с Мельник М. А.). Фрактальный анализ эрозионно расчлененного рельефа: методологические подходы // Вестник ТГУ. 2007. № 301 (август). С. 201—205.

Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • А. В. Поздняков. Концептуальные основы решения проблемы устойчивого развития. — Томск, КТИ «Оптика» СО РАН, 1995. 150 с.
  • А. В. Поздняков. Стратегия российских реформ. — Томск: Изд-во ИОА СО РАН, 1998. 272 с.

Геоэкология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • А. В. Поздняков. Самоорганизация целостных систем как результат спонтанного стремления к равновесию // Оптика атмосферы и океана. — 2002. — Т. 15, № 1.- С.101-109;
  • А. В. Поздняков. Особенности термодинамики самоорганизующихся систем // Успехи современного естествознания — М. Академия Естествознания, 2007. № 8. С. 60-62;
  • А. В. Поздняков. Самоорганизующиеся бинарные структуры // Биниология, симметрология и синергетика в естественных науках: Материалы V-й междунар. конф. — Тюмень: ТюмГНГУ, 2007. С. 29-35.

Башҡалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • А. В. Поздняков. Закат в нефтяных тонах (интервью) // Недра Сибири. 2008. № 1 (19). С.18—20.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Федеральный список «Российского общенародного союза». 30 сентября 1999 года
  2. Поздняков Александр Васильевич // Профессора Томского университета. Биографический словарь 1980-2003 / Фоминых С. Ф., Некрылов С. А. и др. — Томск: Издательство Томского университета, 2003. — Т. 4. — Б. 147. — 424 б. — ISBN 5-7511-1664-X.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]