Позняк Алла Сергеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Позняк Алла Сергеевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 февраль 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Дондағы-Ростов, СССР
Вафат булған көнө 16 сентябрь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1] (80 йәш)
Вафат булған урыны Дондағы-Ростов, Рәсәй
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Позняк Алла Сергеевна (7 февраль 1936 йыл, Дондағы Ростов — 16 сентябрь 2016 йыл, шунда уҡ) — хеҙмәт алдынғыһы. 1953—1995 йылдарҙа «Красный обувщик» артеле (артабан «Донобувь» берекмәһе) эшсеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1986).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алла Сергеевна Позняк 1936 йылдың 7 февралендә Дондағы Ростовта тыуған.

Мәктәптә һигеҙ класс тамамлай. 1953 йылдан аҙаҡ «Донобувь» берекмәһенә үҙгәртелгән «Красный обувщик» артелендә эшләй. Эшсе йәштәр мәктәбен тамамлай. Юғары етештереүсәнле ҡорамалдарҙы камил үҙләштереп, Позняк шәхси келәймә менән эшләй башлай[2].

Унынсы биш йыллыҡта ике биш йыллыҡ задание үтәргә йөкләмә ҡабул итә, был бурысты уңышлы үтәй. Был ҡаҙанышын ун беренсе биш йыллыҡта ла ҡабатлай[2].

СССР Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 23 майындағы Указы менән, «ун беренсе биш йыллыҡ заданиеларын һәм социалистик йөкләмәһен ваҡытынан алда үтәгәне, халыҡ ҡулланыу тауарҙары сифатын яҡшыртыуға ҙур шәхси өлөш индергәне һәм хеҙмәт батырлығы» өсөн, Алла Позняк, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә[2].

Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. КПСС ағзаһы була, депутат итеп һайлана. 1978 йылдан КПСС-тың Дондағы Ростов ҡала комитеты ағзаһы. 1971 йылдан 1990 йылға тиклем халыҡ депутаттарының Ростов ҡала Советы депутаты итеп һайлана.

1995 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, Дондағы Ростовтың Совет районы ветерандар Советында эшләй, ә 1997 йылдан Ростов ҡалаһы Социалистик Хеҙмәт Геройҙары советының яуаплы секретары вазифаһын биләй.

Дондағы Ростовта йәшәй[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (23.05.1986)
  • Ленин ордены (23.05.1986)
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (23.05.1986)
  • ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • миҙалдар[2].
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн. В. И. Ленин тыуыуының 100 йыллығы айҡанлы» юбилей миҙалы (1970).
  • КПСС-тың Ростов өлкә комитеты ҡарары менән Позняк Алла Сергеевнаға «Өлкәнең иң яҡшы хеҙмәткәр-остазы» исеме бирелә (1979).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои Труда Дона: биобиблиографический справочник. — Ростов-на-Дону, 2008.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]