Покров скверы (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Покров скверы
Милли атамаһы ?
47°13′34″ с. ш. 39°43′55″ в. д.HGЯO{{#coordinates:}}: нельзя иметь более одной первичной метки на странице
Ил Рәсәй Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов
Тарихи район Киров районы

Покров скверы  — Дондағы Ростов ҡалаһындағы скверҙарҙың береһе. Ҡаланың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан[1]. 2003 йылға тиклем Киров скверы тип аталған.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Images.png Тышҡы рәсемдәр
Image-silk.png Скверға инеү урыны
Покров сиркәүе

1897 йылда Богатян проспектының ҡыҙыл һыҙаты эргәһендә, Покров скверының көнбайышында, таштан Новопокров сиркәүен төҙөй башлайҙар. Төҙөлөш Ростов сауҙагәре Пустовойтов Георгий Гаврилович етәкселегендә һәм уның иҫәбенә башҡарыла. 1909 йылдың 22 айында сиркәүҙе изгеләштереү йолаһы үткәрелә. Совет власы йылдарында сиркәүҙе ябалар. 1930-сы йылдарҙа емереп, урынына С. М. Кировҡа һәйкәл ҡуйылған. 2003 йылда Кировтың һәйкәлен парктан алалар. Киров проспекты менән Пушкин урамдары киҫешкән урынға күсереп ҡуялар. 2005 йылдың февралендә Покров сиркәүен тергеҙеү өсөн нигеҙенә тип тәүге таш һалына. Архитектор Шевченко Геннадий Александрович проекты буйынса төҙөлгән был сиркәүгә Иҫке Покров (Старо-Покровский) исеме бирелгән[2] Сиркәүҙе 2007 йылдың 11 ноябрендә асалар.

Ә сиркәү асылыу алдынан ғына тиерлек, 2007 йылдың 25 июнендә сквер биләмәһендә, Покров сиркәүе алдында императрица Елизавета Петровнаға һәйкәл асыла (авторы скульптор Сергей Олешня).

Покров скверында тәүге һыу үткәргескә иҫтәлек — колонканан һыу алып тороусы ҡатын-ҡыҙҙҙың бронза һыны ҡуйылған (XIX быуат). 2009 йылда Покров скверы Дондағы Ростовтың иң һәйбәт йәшел объекты тип табыла[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]