Полиомиелит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Полиомиелит
Polio EM PHIL 1875 lores.PNG
Электронная микрофотография вируса полиомиелита
МКБ-10 A8080., B9191.
МКБ-9 045045, 138138
DiseasesDB 10209 10209
MedlinePlus 001402 001402
eMedicine ped/1843  pmr/6pmr/6 ped/1843  pmr/6pmr/6
MeSH C02.182.600.700 C02.182.600.700

Полиомиели́т (бор. грек. πολιός — һоро,  µυελόςµυελός — арҡа мейеһе) — балалар арҡа мейеһе фалижы, ныҡ йоғошло киҫкен инфекцион ауырыу, арҡа мейеһенең һоро матдәһенең полиовирус менән зарарланыуына бәйле, уға башлыса нервы системаһы патологияһы хас; арҡа мейеһе параличы, үҙәк нервы системаһының, иң элек арҡа һәм баш мейеһе ҡатламының, арҡа мейеһендәге һоро матдә тупланмаларының ошо исемдәге вирус арҡаһында зарарланыуы, ауырыу айырыуса 5 йәшкә тиклем йыш осрай[1]; арҡа мейеһенең (йөлөндөң) һоро матдәһе шешеү[2].

Күп осраҡта бер ниндәй билдәһеҙ йә һиҙелер-һиҙелмәҫ билдәләр менән үтә. Ҡайһы берҙә полиовирус үҙәк нервы системаһына үтеп инә, мотонейрондарҙа үрсей, һөҙөмтәлә был мотонейрондар һәләк була, улар тарафынан иннервацияланған мускулдар парезға йә фалижға  дусар була.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Полиомиелит буйынса фәнни тикшеренеүҙәр немец ортопеды Я. Гейне (1840), рус невропатологы А Я. Кожевников (1883) һәм швед педиатры О. Медина  (1890) хеҙмәттәренән башлана, улар был ауырыуҙың үҙ аллы булыуын һәм йоғошлолоғон дәлилләй. 

XX быуат уртаһында полиомиелит менән ауырыу осраҡтарының артыуы уны Европаның һәм Төньяҡ Американың күп илдәрендә милли ҡазаға әйләндерә. Полиомиелитты иҫкәртә торған вакциналар ҡулланыу һөҙөмтәһендә ауырыу осраҡтары  йылдам кәмей, күп территорияларҙа бөтөнләй юҡҡа сыға (мәҫәлән,  СССР-ҙа 1961 йылдан башлап)[3].

Полиомиелит вакцинаһын Америка ғалимдары Джонас Солк, Хилари Копровский һәм Альберт Сабин таба.  CCCР-ҙа вакцина эшләү, етештереү һәм киң файҙаланыу   М. П. Чумаков, А. А. Смородинцев, А. А. Николаева һ. б. тарафынан башҡарыла. Нәҡ CCCР-ҙа полиомиелит киң таралыусан ауырыу булараҡ донъяла беренсе тапҡыр юҡҡа сығарыла. Чумаков исемендәге ғилми-тикшеренеү институтының вакцинаһы шулай уҡ Японияла һәм бөтә социалистик илдәрҙә лә киң ҡулланыла. 

2002 йылда Нью-Йорк университетында беренсе тапҡыр полиомиелиттың синтетик вирусы алына[4][5].

Полиомиелит менән көрәш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Полиомиелит буйынса эшкә яраҡһыҙ үткән ғүмер йылдары, 100,000 кешегә.
     нет данных      <0.3      0.3-0.75      0.75-1.2      1.2-1.65      1.65-2.1      2.1-2.55
     2.55-3      3-4      4-5      5-7.5      7.5-10      >10

XXI быуатта көнбайыш илдәрендә полиомиелит менән ауырыу осраҡтары бик һирәк булһа ла, Көньяҡ Азия менән Нигерияла ул эндемик булып тора. 1950-се йылдар уртаһында полиомиелит вакцинаһын киң ҡулланыу иҡтисади алға киткән илдәрҙә  полиомиелитты ҡырҡа кәметә.

Ә 1988 йылда  Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы, ЮНИСЕФ һәм Ротари Интернешнл етәкселеге аҫтында полиомиелиттан бөтөнләйгә ҡотолоу өсөн глобаль саралар күрелә.[6] Был саралар йыл һайын диагнозланған осраҡтар күрһәткесен  99 процентҡа тиклем ҡыҫҡарта.

Мәғлүмәттәрҙә күренеүенсә, ауырыу осраҡтары 1988 йылғы 350 000-дән 2001 йылда 483-кә ҡалған, шунан бирле ул йылына яҡынса 1000 осраҡ кимәлендә һаҡлана (2009 йылда — 1604)[7][8][9].

Әлеге ваҡытта полиомиелит глобаль юҡ итеү программаһына индерелгән ике ауырыуҙың береһе булып тора (икенсеһе —  ришта).  Кешелек тарихында бөтөнләй юҡ ителгән ауырыуҙар булып сәсәк  (1979 йылда)[10] һәм эре мал тағуны (2010 йылда) иҫәпләнә.[11]

Полиомиелитты юҡ итеүҙең дә бер нисә баҫҡысы үтелгән. Көньяҡ һәм Төньяҡ Америка 1994 йылда полиомиелиттан азат тип  иғлан ителде.[12] 2000 йылға полиомиелит Тымыҡ океан төбәгенең, Ҡытай һәм Австралияны ла индереп, 36 көнбайыш илендә рәсми бөтөрөлдө.[13][14] Европа полиомиелиттан 2002 йылда бөтөнләйгә ҡотолдо.[15] 

2012 йылға ҡарата, полиомиелит өс илдә — Нигерия, Пакистан һәм Афғанстанда ғына —  эндемик ауырыу булып ҡала,[7][16] әммә  күрше илдәргә лә инеп киткеләй.[17] Мәҫәлән, ун йыл элек юҡ ителеүенә ҡарамаҫтан, 2011 йылдың сентябрендә Ҡытайҙа күрше Пакистанда таралған штамм ҡатнашлығында полиомиелит менән ауырыусылар була.[18] 

2011 йылдың ғинуарынан Һиндостанда ауырыуҙың бер осрағы ла булмағанға 2012 йылдың февралендә ил Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан полиомиелит буйынса эндемик илдәр исемлегенән һыҙыла. Ойошма хәбәр итеүенсә, әгәр илдә полиомиелит тағы ике йыл булмаһа, Һиндостан унан азат ил тип иғлан ителәсәк.[19][20]

2014 йылда Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Ғәҙәттән тыш  комитеты таратҡан документта былай тиелә: «…2014 йылдың бөгөнгө көнөнә [полиомиелит] экстраординар ваҡиға һәм башҡа дәүләттәрҙәге халыҡтарҙың һаулығына янаған хәүеф сығанағы булып тора …»[21].

2015 йылдың сентябрендә Украинала полиомиелиттың ике осрағы теркәлә (Европала 2010 йылдан бирле тәүге тапҡыр). Белгестәр фекеренсә, полиомиелиттың Украинала  таралыу хәүефе ҙур, сөнки илдә балаларҙың яртыһына ғына был ауырыуға ҡаршы вакцина эшләнгән[22].

Классификацияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Полиомиелит арҡаһында уң аяғы ғәрипләнгән кеше
1. Тибы буйынса
  • Типик (үҙәк нервы системаһының зарарланыуы менән)
  • Фалижһыҙ (менингеаль)
  • Фалижлы (спиналь, бульбар, понтин һәм ҡатнаш)
  • Атипик (үҙәк нервы системаһының зарарланмауы)
  • Инаппарант форма (вирус йөрөтөүселек)
  • Абортив форма (көсһөҙ ауырыу)
2. Ауырлығы буйынса
  • Еңел төр
  • Урта ауырлыҡтағы төр
  • Ауыр төр

Ауырлыҡ критерийҙары:

  • Интоксикацияланыу синдромының сағыулығы
  • Хәрәкәт боҙолоуының сағыулығы 
3. Ағышы (характеры) буйынса
  • Шыма
  • Шыма түгел
  • Ҡатмарлашыуҙар менән
  • Икенсел инфекция өҫтәләүе менән
  • Хроник ауырыуҙарҙың киҫкенләшеүе менән

Абортив форма үҙенсәлекһеҙ дөйөм симптомдар менән үтә (катараль күренештәр, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлегенең боҙолоуы, дөйөм хәлһеҙлек, тән температураһының күтәрелеүе һәм башҡалар); эпидемия таралыу йәһәтенән бындай осраҡтар айырыуса хәүефле.

Менингеаль форма сероз менингит рәүешендә була. 

Полиомиелиттың фалижлы осраҡтарының йыш осрай торған  спиналь төрөндә дөйөм инфекцияланыу симптомдарынан һуң мускул төркөмдәренең фалижы башлана. Айырыуса күкрәк шаршауы/диафрагма фалижы һулыш алыуҙы боҙоуы менән хәүефле. 

Бульбар формаға — оҙонса мейенең төрлө өлөштәре боҙолоу, ә понтин формаға бит нервыһының йәҙрәһе эштән сығыу хас. 

Фалижһыҙ формаларҙа ауырыу ғәҙәттә тулыһынса һауығыу менән тамамлана. Фалижлы осраҡтарҙа зарарланған мускулдарҙың функциялары тулыһынса ҡайтмай, дефект оҙаҡ, ҡайһы берҙә ғүмергә һаҡлана. Иң ауыр осраҡтар, айырыуса оҙонса мейенең һулыш алыу үҙәктәре зыянланһа, сир үлем менән тамамлана. Полиомиелитҡа диагнозды  клиник, эпидемиологик һәм лаборатор мәғлүмәттәргә ҡарап ҡуялар.

Этиологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауырыуҙы тыуҙырыусы (poliovirus hominis) пикорнавирустар ғаиләһенә, энтеровирустар (эсәк вирустары) төркөмөнә ҡарай  (был төркөмгә шулай уҡ Коксаки- һәм ЕСНО-вирустар ҙа инә),  3 типта була (I, II һәм III). I тип айырыуса йыш осрай.

Вирустың ҙурлығы — 27-30 нм, ыңғай полюслы бер сынйырлы РНК-ға эйә (ss(+)RNA). Вирус тышҡы мөхиттә тотороҡло (һыуҙа — 100, тиҙәктә 6 айға тиклем һаҡлана), туңдырыуға сыҙам. Аш эшкәртеү һуттарына бирешмәй. Цельсий буйынса 50 градусҡа тиклем 30 минут буйы йылытҡанда тарҡала.  Ҡайнатҡанда, ультрафиолет менән нурландырғанда һәм киптергәндә тиҙ һәләк була.  Хлорҙың ҙур булмаған концентрацияһы ла вирустың әүҙемлеген юғалттыра. Антибиотиктарға битараф[23].

Күҙәнәк культураларында үрсетелә,  цитопатоген тәьҫирле. Инфекция сығанағы — кеше (ауырыу йәки зарарланыуын симптомһыҙ үткәреүсе); ауырыу тыуҙырыусы тәүҙә ауыҙ аша  (бер нисә тәүлек), һуңынан тиҙәк менән сыға (бер нисә аҙна, ҡайһы берҙә бер нисә ай). Һауа-тамсы юлы менән, әммә йышыраҡ ауыҙға әүҙем вирус эләккәндә (бысраҡ ҡул, аҙыҡ аша) йоға. Себендәрҙең дә вирусты ташыусы булыуы ихтимал. 

Полиомиелит менән ауырыу башлыса йәй-көҙ йыш осрай. 6 айлыҡтан 5 йәшкә тиклемге балалар йышыраҡ сирләй. Ауырыу осраҡтарының күбеһе I тип вирус менән бәйле.

Организмға эләккән вирус лимфаның йотоу ҡулсаһында (баҙалда), эсәклектә, регионар лимфа төйөндәрендә үрсей, ҡанға, ҡайһы берҙә үҙәк нервы системаһына эләгә. Күп осраҡта полиомиелит симптомһыҙ үтә һәм инфекцияны лаборатор тикшереүҙәр аша ғына табып була. Башҡа осраҡтарҙа инкубация осоронан һуң (3-35, йышыраҡ 9-11 тәүлек) ауырыу билдәләре күренә.

Эпидемиологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Полиомиелит вирусы бөтә ерҙә лә тиерлек осрай — ер шарының бөтә төбәктәрендә спорадик осраҡтар булып тора. Полиомиелитҡа ҡаршы иҫкәртеү  прививкалары эшләй башлағанға (халыҡты әүҙем иммунлаштырыуға) тиклем ауырыу осраҡтары эпидемия төҫөн ала. ХХ быуаттың 50-се йылдары аҙағынан киң вакциналаштырыу ауырыуҙың ныҡлы кәмеүенә килтерә [23].

Инфекция сығанағы булып ауырыу кеше йә вирус йөрөтөүсе тора. Инфекция фекаль-ауыҙ (бысраҡ ҡул, бысраҡ уйынсыҡтар, инфекция эләккән аҙыҡ-түлек) һәм һауа-тамсы юлы менән йоға. Полиомиелит вирусына бөтәһе лә бирешеп бара, әммә 7 йәшкә тиклемге балалар — айырыуса. Фалижлы формаһы бөтә осраҡтарҙың 1 процентынан да артмай. Тыуғандан һуң  2—3 айға тиклем балалар әсәһенән күскән иммунитет арҡаһында полиомиелит менән ауырымай. Ҡабатлап ауырыу ҙа булғаны юҡ, сөнки бер тапҡыр сирләгәндән һуң уға ҡаршы ныҡлы иммунитет барлыҡҡа килә[23].

Патогенезы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Инфекция, эләгеү механизмына бәйле, ауыҙҙың йә эсәклектең лайлалы тиресәһе аша йоға. Вирустың тәүге үрсеме ауыҙ ҡыуышлығының, йотҡолоҡтоң йә нәҙек эсәктең лайлалы тиресәһендә, шулай уҡ лимфа төйөндәрендә һәм пейер  төйөрсөктәрендә хасил була. Лимфа төйөндәренән полиомиелит вирусы ҡанға һәм гематоген юл менән үҙәк нервы системаһына эләгә.

Артабан үҙәктән ситтәге нервыларҙың аксондары һәм хәрәкәт епсәләре  буйлап арҡа мейеһенең алғы мөгөҙҙәренә йә баш һөйәге нервыларының йәҙрәләренә тарала, был йәҙрәләр боҙолоу фалиждарға сәбәпсе була. Үҙәк нервы системаһынан тыш ҡайһы берҙә миокардит барлыҡҡа килә. Вирустың нервы системаһына үтеп инеүе бөтә осраҡтарҙың 1 процентын алып тора, башҡа осраҡтарҙа ауырыуҙың фалижһыҙ формалары бара йә  вирус йөрөтөүсәнлек барлыҡҡа килә. 

Клиник картинаһы һәм патогенезы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Полиомиелит ваҡытында төп клиник симптомдарҙың һәм синдромдарҙың патогенезы[24].
Симптомдар Патогенез
Лихорадка Вирусемия
Катар кеүек күренештәр Эпителий күҙәнәктәренең һәм тын алыу юлдарының лимфатик аппараты боҙолоу 
Эс китеү Вирустың нәҙек эсәк күҙәнәктәрендә үрсеүе
Тирләүсәнлек Вегетатив нервы системаһы, тамыр йөрөткөс үҙәк зыянланыу
Сабыртма Тамырҙар һәм периваскуляр арауыҡтар зыянланыу
Бәүел итеүҙең боҙолоуы Арҡа мейеһенең бил өлөшө зыянланыуы һәм бәүел ҡыуығы сфинктерының һығылмалылығын юғалтыуы
Мускулдар һыҙлау, парестезия Арҡа мейеһенең һиҙгер тамырсаларының зыянланыуы П
Гемодинамик боҙолоуҙар, аяҡ-ҡул һыуыныуы, цианоз Тамырҙарҙың хәрәкәт үҙәге зыянланыуы һәм артабан тамырҙар парезы, вегетатив иннервацияның боҙолоуы
Артерия баҫымының тирбәлеүе  Тамырҙарҙың хәрәкәт үҙәге зыянланыуы, миокардит
Тын ҡыҫылыу, тын бөтөү Тын алыу мускулдарының зыянланыуы, йөрәк-ҡан тамырҙарының зыянланыуы, баш һөйәге нервыларының IX—XII парҙарының боҙолоуы һәм йотоу һәләте зыянланыу, секрет бүленеү, уның инспирацияланыуы
Парездар, фалиждар Хәрәкәт итеү мускулдары һәм үҙәктәренең зыянланыуы, һөҙөмтәлә мускулдар атрофияһы
Парездарҙың, фалиждарҙың тәртипһеҙ барышы Нервы структураларында вирустарҙың тигеҙһеҙ үрсеүе һәм тигеҙһеҙ таралыуы
Йотоуҙың боҙолоуы һәм тауыш бөтөү Баш һөйәге нервыларының IX и X парҙарының хәрәкәтләнеү йәҙрәләре зыянланыу
Бит мускулдары фалижы Бит нервыһы йәҙрәләренең зыянланыуы
Фалиждарҙың тотороҡлолоғо Мотонейрондарҙың күпләп һәләк булыуы, үҙәк цилиндрҙарҙың үҙгәреүе, мускулдар атрофияһы
Менингеаль синдром Шешенеү, мейе ҡабыҡсаһының инфильтрацияланыуы

Диагностика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Полиомиелит тыуҙырыусыны  таныу бик мөһим, сөнки бик күп энтеровирустар һәм герпесвирустар уныҡына оҡшаш билдәләр менән үтә.  Тикшереү өсөн материалдар — ҡан, арҡа мейеһе шыйыҡсаһы,  тиҙәк, йотҡолоҡ өҫтөнән алынған материал.

Полиомиелит тыуҙырыусыны туҡыманың беренсел культураларында (эмбриондар) йәки HeLa, Нер-2, СОЦ күҙәнәктәренең культураларында һәм башҡаларҙа сығаралар. Полиовирустарҙы таныуҙы цитопатик эффект буйынса һәм типовой антисывороткалы РН-та ғәмәлгә ашыралар.   

Полиомиелитҡа ҡарата вирусспецифик антиесемдәр аша сывороткала һәм арҡа мейеһе шыйыҡлығында барлығын билдәләйҙәр; юғары титрлы IgM булыуы инфекцияланыуҙы дәлилләй.

Дауалау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Түшәк режимы, ауыртыуҙы баҫа торған һәм тынысландырғыс препараттар, йылытыу процедуралары. Ауырыуҙы мотлаҡ дауаханаға һалырға кәрәк. Фалижлы төрҙәрендә, фалиждар үҫеше тамамланғас (ауырыуҙың 4-6-сы аҙнаһы), комплекслы (дарыуҙар менән, физиотерапевтик һәм ортопедик) дауалау үткәрәләр, артабан  — даими санаторий-курорт дауаланыуы. Һулыш алыу боҙолғанда — һулышты яйға һалыу алымдары, шул иҫәптән реанимация ҡулланыла. Ауырыу булған урында дезинфекция үткәрелә. 

Иҫкәртеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Полиомиелитты иҫкәртеүҙең иң төп сараһы — вакцинация. Бынан тыш, Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы  1988 йылда түбәндәге профилактика сараларын тәҡдим итә[25]:

  • мөмкин тиклем күберәк сабыйҙарға полиомиелитҡа ҡаршы вакцина яһарға;
  • 5 йәштән бәләкәйерәк балаларҙы иммунлаштырыу маҡсатында ике дөйөм дәүләт көнө иғлан итергә;
  • йорттарға барып иммунлаштырыуҙы ойошторорға;
  • төрлө илдәрҙә полиомиелит эпидемиологияһына күҙәтеү ойошторорға. 

Прогнозлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фалижһыҙ полиомиелит эҙһеҙ үтә. Фалижлы полиомиелит күп осраҡта төрлө кимәлдәше дефекттар ҡалдыра. Әммә ауыр осраҡ булмаһа, дөрөҫ һәм оҙайлы дауалау юлы менән мускулдарҙың хәрәкәт функцияларын ниндәйҙер кимәлдә тергеҙергә була. Тын алыу үҙәге һәм тын алыу мускулдары зыянланһа, прогноз насарыраҡ була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Русско-башкирский дефектологический словарь (Р.Г.Аслаева, 2001)
  2. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М.Т.Азнабаев, 2007)
  3. В.Б. Сейбиль, Л.П. Малышкина Всемирная организация здравоохранения и проблема ликвидации инфекционных заболеваний в мире // Вопросы вирусологии : журнал. — Москва: «Медицина», Институт полиомиелита и вирусных энцефалитов им. М.П. Чумакова РАМН, 2005. — Т. 50. — № 3. — ISSN 0507-4088.
  4. Ҡалып:Cite pmid
  5. Синтезирован вирус полиомиелита  (рус.). Русская служба Би-Би-Си (2002-07-11). 5 сентябрь 2015 тикшерелгән.
  6. Mastny, Lisa Eradicating Polio: A Model for International Cooperation. Worldwatch Institute (January 25, 1999). Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 июнь 2006. 23 август 2008 тикшерелгән.
  7. 7,0 7,1 Ҡалып:Cite pmid
  8. Ҡалып:Cite pmid
  9. Wild Poliovirus 2000 - 2010  (инг.) (pdf). The Global Polio Eradication Initiative. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2010.
  10. Smallpox. WHO Factsheet. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2012. 23 август 2008 тикшерелгән.
  11. UN 'confident' disease has been wiped out, BBC (14 October 2010). 14 октябрь 2010 тикшерелгән.
  12. (1994) «International Notes Certification of Poliomyelitis Eradication—the Americas, 1994». MMWR Morb Mortal Wkly Rep (Centers for Disease Control and Prevention) 43 (39): 720–2. PMID 7522302.
  13. , (2001). «General News. Major Milestone reached in Global Polio Eradication: Western Pacific Region is certified Polio-Free» (PDF). Health Educ Res 16 (1). DOI:10.1093/her/16.1.109.
  14. D'Souza R, Kennett M, Watson C (2002). «Australia declared polio free». Commun Dis Intell 26 (2): 253–60. PMID 12206379.
  15. European Region of the World Health Organization (2002-06-21). Europe achieves historic milestone as Region is declared polio-free. Пресс-релиз. Проверено 2008-08-23.
  16. Fine PEM (2009). «Polio: Measuring the protection that matters most». J Infect Dis 200 (5): 673–675. DOI:10.1086/605331. PMID 19624277.
  17. Wild Poliovirus case list 2000—2010; data in WHO/HQ as of 09 Nov 2010 http://www.polioeradication.org/tabid/167/iid/80/Default.aspx
  18. New polio outbreak hits China - CNN.com, CNN (21 сентябрь 2011).
  19. Ray, Kalyan. India wins battle against dreaded polio (26 February 2012). 26 февраль 2012 тикшерелгән.
  20. India polio-free for a year: ‘First time in history we’re able to put up such a map’ (26 February 2012). 26 февраль 2012 тикшерелгән.
  21. WHO statement on the meeting of the International Health Regulations Emergency Committee concerning the international spread of wild poliovirus  (инг.). WHO (2014-05-05). 5 сентябрь 2015 тикшерелгән.
  22. Карашаш Ногаева ВОЗ: Случаи полиомиелита на Украине стали первыми в Европе с 2010 года  (рус.). Deutsche Welle (2015-09-02). 5 сентябрь 2015 тикшерелгән.
  23. 23,0 23,1 23,2 Нисевич Н. И., Учайкин В. Ф. Инфекционные болезни у детей — 1-е изд. — М.: Медицина, 1990. — Б. 114-125. — 624 б. — (Учебная литература для студентов медицинских институтов). — 30000 экз. — ISBN 5-225-01635-9.
  24. Ж. И. Возианова. Инфекционные и паразитарные болезни — Киев: Здоров'я, 2000. — Т. 1. — Б. 729—747. — 904 б. — 3000 экз. — ISBN 5-311-01169-6.
  25. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; .D0.94._.D0.9C.D0.B0.D1.80.D1.80.D0.B8 төшөрмәләре өсөн текст юҡ

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Чумаков М. П., Присман И. М., Зацепив Т. О. Полиомиелит — детский спинномозговой паралич — М., 1953.
  • Эпидемический полиомиелит — М., 1957.
  • Дроздов С. Г. Полиомиелит и его профилактика в различных странах мира — М., 1967.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]