Польша
| |||||
| Гимн: Польша Республикаһының гимны | |||||
| Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | 11 ноябрь 1918 | ||||
| Рәсми телдәр | Поляк теле | ||||
| Баш ҡала | Варшава | ||||
| Иң ҙур ҡалалары | Варшава, Лодзь, Краков, Гданьск | ||||
| Идара итеү формаһы | Парламент республикаһы | ||||
| Президент Премьер-министр |
Анджей Дуда[1] Матэвуш Моравецки | ||||
| Территория • Барыһы • % һыу. |
69 урын 312 679 км² 3,07 | ||||
| Халыҡ • Барыһы • Тығыҙлыҡ |
34 урын 38 483 957 (2014) кеше 123 кеше/км² | ||||
| ЭТП • Бөтәһе (2008) • Кеше башына |
18 урын 450,578 млрд $ 14 893 $ | ||||
| Валюта | Поль Злоты | ||||
| Телефон коды | +48 | ||||
| Сәғәт бүлкәте | UTC +1 | ||||
По́льша (башҡ. Ләхста́н, пол. Polska), рәсми исеме По́льша Республика́һы (пол. Rzeczpospolita Polska) — Үҙәк Европалағы дәүләт. Майҙаны — 312 000 км2, илдә 38 000 000 кеше йәшәй. Иң ҙур ҡала — Варшава (пол. Warszawa), 1,7 миллион кеше йәшәй. Польша төньяҡтан Балтик диңгеҙе менән йыуыла, көнбайыштан Германия менән, көньяҡ-көнбайыштан Чехия, көньяҡтан Словакия менән, көньяҡ-көнсығыштан Украина, көнбайыштан Белоруссия, төньяҡ-көнсығыштан Литва һәм Рәсәй (Калининград өлкәһе) менән сиктәш.
Ил 16 воеводалыҡҡа бүленгән, воеводалыҡтар повят (округ) һәм гминаларға бүленгән.
Йөкмәткеһе
Исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Теүәл рәсми исеменең тәржемәһе — Поляк Республикаһы, сөнки Polska — поляк тигәнде аңлата (лат. Respublica Polona —Polonia (Польша) түгел)[2]. Рәсми исемендә хәҙерге поляк һүҙе «republika» (республика) ҡулланылмай, ә иҫкергән «Rzeczpospolita» (Жечпоспо́лита) һүҙе ҡулланыла.
Польша һуҙе боронғо славян һүҙе полъ (асыҡ, ирекле, буш) һүҙенән килеп сыҡҡан, илдең рельефында тигеҙлек өҫтөнлөк иткәнен күрһәтә.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Үҙаллы дәүләт барлыҡҡа килеүе — 966 йыл
- Христиан динен ҡабул итеү — 966 йылдың 14 апреле
- Короллек статусын алыу — 1025 йыл
- Бөйөк Литва кенәзлеге менән берләшеп Ләхстан-Литва берләшмәһе (пол. Rzeczpospolita Obojga Narodów, укр. Річ Посполита, бел. Рэч Паспалітая Абодвух Народаў, лит. Abiejų Tautų Respublika) төҙөү — 1569 йыл
- Ләхстан-Литва берләшмәһенең өс өлөшкә Рәсәйгә, Пруссияға, Австрияға таралыуы — 772—1795 йылдар
- Варшава герцоглығы барлыҡҡа килеү — 1807 йыл
Польша Батшалығы Рәсәй империяһы составында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1812 йылдан Вена конгресы ҡарарҙар буйынса Польша һәм Варшава территорияһы Рәсәй империяһы составына индерелде. Польшанын исеме — Царство Польское.
Герцоглыҡтың автономия хоҡуғында Польша Батшалығы исеме менән Рәсәй империяһына инеүе — 1815 йыл
Рәсәй Императоры Польшаға беренсе Конституцияһын бирҙе.
1830 йылда Варшавала милли ихтилал башланды. Варшава Иван Фёдорович Паскевич, рус генерал-фельдмаршал менән баҫыла.
Ихтилал дөйөмө: Польша Рәсәй составында ҡалдырыла, Польша өсөн Конституция туҡтатыла (кире алына).
Бойондороҡһоҙ республика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бойондороҡһоҙ республика (II Речь Посполита) төҙөлөүе — 1918 йыл
- Икенсе бөтә донъя һуғышы башында Молотов-Риббентроп пакты нигеҙендә Польшаның Германия һәм СССР-ға бүленеүе
- Польшаны нацист оккупацияһынан азат итеү — 1944—1945 йылдар
- Польша халыҡ республикаһы (ПХР) Польша Республикаһы тип үҙгәртелә — 1989 йыл
| Польша Викимилектә | |
| Польша Викияңылыҡтарҙа | |
| Польша Викигид |