Поляр көн

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Полярный день битенән йүнәлтелде)
Поляр көн
Рәсем
Оҙайлылыҡ 186 тәүлек
Ҡапма-ҡаршыһы полярная ночь[d] һәм dark time[d]
 Поляр көн Викимилектә

Поляр көн — Поляр түңәрәк артында ҡояш 1 тәүлектән оҙағыраҡ батмай торған осор. Поляр көн — экватор яҫылығының эклиптика яҫылығына ҡарата ауышлығы һөҙөмтәһе (ул 23°26′ тәшкил итә).

Иң ҡыҫҡа поляр көн яҡынса ике көнгә тигеҙ һәм ул, 66°33′ (поляр түңәрәге) киңлегенән ҡояш дискы радиусын һәм атмосфера рефракцияһын һанамайынса, 65°43′ киңлегендә күҙәтелә. Шулай итеп, поляр көндө поляр түңәрәктән бер аҙ көньяҡтараҡ ятҡан урындарҙа ла күҙәтеп була. Иң оҙон поляр көн полюстарҙа күҙәтелә — яҡынса 6 ай (Төньяҡ полюста яҡынса 18 марттан 26 сентябргә тиклем, Көньяҡ полюста яҡынса 21 сентябрҙән 23 мартҡа ҡәҙәр). Рефракция күренеше арҡаһында көн менән төн тигеҙләшкән көндәрҙә поляр көндө бер үк ваҡытта ике полюста ла күҙәтеп була. Полюс түңәрәктәр янында (тышҡы яғында) аҡ төндәрҙе күҙәтеп була.

Поляр көнөн күҙәтеп була торған ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Норвегия: Лонгйир, Тромсө. • Рәсәй: Апатиты, Билибино, Верхоянск, Воркута, Инта, Гаджиево, Дудинка, Заозёрск, Заполярный, Игарка, Кандалакша , Кировск, Ковдор, Кола, Лабытнанги, Мончегорск, Мурманск, Мезень, Нарьян-Мар, Норильск, Оленегорск, Островной, Певек, Полярные Зори, Полярный, Салехард, Североморск, Снежногорск, Среднеколымск, Усинск.

Видеофайлдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Тәүлек