Пономарёв Павел Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пономарёв Павел Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1903
Тыуған урыны Көршәк
Вафат булған көнө 27 октябрь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Вафат булған урыны Шакяйское районное самоуправление[d], Литва
Хәрби звание Капитан
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d] һәм артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Пономарев Павел Иванович (1903 йыл1944 йыл) — совет хәрби хеҙмәткәре.  Бөйөк Ватан һуғышыда ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945 йыл, үлгәндән һуң). Капитан.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғышҡа тиклемге осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пономарев Павел Иванович 1903 йылда Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙер Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы Иглин районы) Көршәк ауылында кәрҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. Сиркәү-мәхәллә мәктәбнең алты класын тамамлаған. 1918 йылға тиклем атаһының крәҫтиән хужалығында  эшләй. Граждандар һуғышы ваҡытында атаһы, Иван Алексеевич, ғаиләһен  Покровка[1] ауылына ебәреп, үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армияға китә. Граждандар һуғышы тамамланғас, ул тыуған яғына ҡайта һәм улы Павел менән бергә районда Совет власын урынлаштырыуҙа, шулай уҡ округта беренсе ауыл хужалығы коммунаһын ойоштороуҙа ҡатнаша, аҙаҡ ул В.И. Чапаев исемендәге колхозға  үҙгәртелә.

1922 йылда п. И. Пономарев  эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына саҡырыла.  Көнбайыш хәрби округында артиллерист булып хеҙмәт итә. Урта командирҙар курсын тамамлай. Демобилизациянан һуң  Покровкаға ҡайта, өйләнә. Колхозда эшләй.  30-сы йылдар башында ул ғаиләһе менән  Башҡорт АССР-ы Ҡыйғы районының Петрушино ауылына күсеп килә[2]. Ағас күмере һәм дегет етештереүсе «Ҡыҙыл боевик» артелендә эшләй. 1932 йылда Павел Иванович Златоустҡа күсә. Башта ул тимер юлында кондуктор булып эшкә урынлаша. Намыҫлы һәм яуаплы хеҙмәткәр булараҡ уны 1934 йылда  Көньяҡ-Урал тимер юлы идаралығының станция килемен ҡабул итеүсе вәкил  вазифаһына күсерәләр. Павел Иванович 1938 йылда ВКП(б.) ағзалығына инә. 1939 йылдан 1941 йылға тиклем Златоуст станцияһы тимер юлсыларының  профсоюз мәҙәни бүлеге  мөдире һәм Париж Коммунаһы исемендәге клуб мөдире вазифаларын биләй 1941 йылдың апрелендә П.И. Пономарев  Көньяҡ-Урал тимер юлының Златоуст бүлеге  профсоюз ойошмаһының етәксеһе итеп һайлана. 

Бөйөк Ватан һуғышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көндәренән үк П.И. Пономаревҡа тимер юлсы булараҡ бронь бирелә, әммә Павел Иванович  бер нисә тапҡыр хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң фронтҡа китеүгә өлгәшә. 1941 йылдың август аҙағында  ул Златоуст хәрби комиссариат тарафынан саҡырыла һәм Сыбаркүлгә ебәрелә, унда  371-се уҡсылар дивизияһы төҙөлә.  Немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта сәйәси етәксе  И. П. Пономарев   1941 йылдың 5 декабренән Көнбайыш фронтта 1229-сы уҡсылар полкы 45-миллиметрлы пушкалар батареяһының хәрби комиссар вазифаһында.  Мәскәү өсөн алышта ҡатнашыусы. 1941 йылдың 5 декабрендә 30-сы армия составындағы  371-се  уҡсылар дивизияһы  Мәскәү янында клин йүнәлешендәге ҡаршы һөжүмдә ҡатнаша, Клин ҡалаһын азат итә. 1942 йылдың ғинуарынан П.И. Пономарев Калинин (30-сы армия) һәм Көнбайыш (31-се армия) фронттарында Ржев янындағы ҡан ҡойғос һуғыштарҙа ҡатнаша.  1942 йылда Ҡыҙыл Армияның Ржев алышы барышындағы бөтә операцияларҙа ҡатнаша  (Ржев-Вяземский һөжүмендә, Холм-Жирковский оборонаһында, Беренсе һәм Икенсе Ржев-Сычев операцияһында). Хәрби хәрәкәттәр барышында Павел Иванович һәр саҡ үҙенең батареяһының  хәрби тәртиптәрендә була, ә ҡайһы саҡта  орудиеға үҙе тора.  Мәҫәлән, 1942 йылдың 21 апрелендә  Ржев районы Горшково ауылы өсөн барған алышта сәйәси етәксе  Пономарев орудие уты менән дошмандың ике станоклы пулеметын һәм бер автомашинаһын юҡ итә. 1942 йылдың 24 июлендә  Волга йылғаһын аша сыҡҡанда винтовканан 12 немец һалдатын һәм бер офицерҙы юҡ итә, ә Зуцов районы Исаково ауылы өсөн һуғышта пушка уты менән дошмандың станоклы пулеметын зарарһыҙландыра. Ржев янындағы һуғыштарҙа Павел Иванович ике тапҡыр яралана. 

1942 йылдың көҙөндә хәрби комиссарҙар институты бөтөрөлөү менән  П. Пономарев капитан дәрәжәһен ала һәм 1229-сы уҡсылар полкының  76 миллиметрлы пушкалар батареяһының командиры итеп тәғәйенләнә. 1943 йылғы кампанияла  Павел Иванович Көнбайыш фронттың Ржев-Вяземский һөжүм итеү һәм Смоленск операцияларында ҡатнаша. 1943 йылдың ноябрендә 371-се уҡсылар дивизияһы 33-сө армияға тапшырыла һәм, дошмандың яҡшы нығытылған оборона линияһын өҙөргә тырышып,  Витебск эргәһендә һуғыштар алып бара.  1943 йылдың 14 ноябрендә, дошмандың нығытмаларына  һөжүм итеү ваҡытында,  капитан П. И. Пономарев батарея менән етәкселек итә. Уның  батареяһы тиҙ арала дошмандың  ут нөктәләрен баҫтыра, был уҡсылар частәренә алға барыуға булышлыҡ итә. Дошмандың ҡаршы һөжүмгә күсеүе ваҡытында Павел Иванович орудиеларҙы асыҡ позицияларға күсерә һәм аныҡ ут менән пехотаны үҙйөрөшлө «Фердинанд» ҡоролмаһынан айыра.  Немецтар ауыр юғалтыу кисерә һәм сигенергә мәжбүр була. Шул ваҡытта капитан Пономарев турайып тора, пехотаны атакаға күтәрә һәм дошман траншеяларының икенсе һыҙығына штурмға алып бара.  1943 йылдың 15 ноябрендә немецтар, юғалтҡан позицияларын ҡайтарырға тырышып, танктар һәм САУ ярҙамында ҡабаттан контратакаға күтәрелә. Капитан П. И. Пономарев, үҙе орудиеға тороп, бер үҙйөрөшлө ҡоролманы юҡ итә. . Шуға ҡарамаҫтан, дивизия  немецтарҙың оборона һыҙығын  өҙөүгә  ирешә алмай һәм ул оборонаға күсә.

1944 йылдың 24 апрелендә Көнбайыш фронт  3-сө Белорус фронты итеп үҙгәртелә. һәм уның ғәскәрҙәре   «Багратион» операцияһына әҙерлек башлай. Белорус стратегик һөжүм итеү операцияһы алдынан  371-се уҡсылар дивизияһы  5-се армия составына индерелә, ә капитан П.И. Пономарев 1233-сө уҡсылар полкының артиллерия башлығы итеп тәғәйенләнә. Белоруссияны азат итеүҙе  3-сө Белорус фронты  Витебск-Орша операцияһынан башлай. 1944 йылдың 23 июлендә  көслө артиллерия әҙерлегенән һуң, 1233-сө уҡсылар полкы үҙенең участкаһында Высочаны ауылы районында дошман оборонаһын өҙә һәм алға ынтыла. Үтеүгә ҡыйын урын булыуға ҡарамаҫтан, артиллерия башлығы капитан Пономарев артиллерияның алға күсеүен тәьмин итә һәм һөжүм итеү барышында уҡсы частәргә етди ярҙам итә. Шул уҡ көндә полк подразделениеһы  Лучёса йылғаһын аша сыға, һәм  һул ярҙағы плацдармды баҫып ала. Баҫып алынған плацдармда дошмандың һөжүмен кире ҡаҡҡанда капитан Пономарев шәхси өлгөһөндә яугирҙәрҙе дәртләндерә, уларҙың  хәрби рухын күтәрә. Павел Иванович үҙенең орудиеларын тура атыуға күсерә,  шәхсән пушканан немец пехотаһын утҡа тота.   Дошман ҡаршылығы юҡҡа сыҡҡандан һуң  ул полкты атакаға күтәрә һәм, 20  немец һалдатын юҡ итеп, беренселәрҙән булып Лучёса ауылына барып инә.

1944 йылдың 30 июнендә Богушевск—Сенно—Лепель йүнәлешендә һөжүмде дауам итеп, 5-се   армия Палик күленән көньяҡтараҡ Березина йылғаһын аша сыға һәм, дошман оборонаһын өҙөп, Вилейка ҡалаһы районына сыға, унан  1944 йылдың 5 июлендә Вильнюс фронты операцияһы барышында һөжүм башлай.  П. И. Пономарёв ДаугавпилсВильнюс— Лида сиктәрендә немец оборонаһын өҙөүҙә һәм Вильнюс ҡалаһы өсөн урам һуғыштарында ҡатнаша. Литва ССР-ының баш ҡалаһын азат иткәндән һуң  371-уҡсылар дивизияһы подразделениелары Неманға юнәлә.  1944 йылдың 17 июлендә дивизия Кайшядор районы Дарсунишкис тораҡ пункты эргәһендәге йылғаға сыға[3] . Капитан П. И. Пономарев шәхсән  радист менән йылғаны аша сығырға һәм уң яҡ ярҙан полк артиллерияһы утына төҙәтмәләр бирергә теләк белдерә. Беренсе штурмлаусы батальон менән Павел Иванович Неман аша сыға һәм шәхсән батальонды һуғышҡа әйҙәй. Плацдармды баҫып алып нығынғандан һуң ул рация аша дошмандың ут нөктәләренең координаталарын тапшыра, улар артиллерия тарафынан юҡ ителә. Әммә немецтарҙың һөжүме көсәйә, һәм командование плацдармға артиллерияны күсерергә ҡарар итә. Неман аша 45 һәм 76 миллиметр калибрлы орудиеларҙы уңышлы күсереүгә өлгәшелә. Павел Иванович, батальон позицияларын яҡын барғыһыҙ ҡәлғәгә әйләндереп, атыу ҡоралдарын уңышлы урынлаштыра.  Артиллерия ярҙамында десантсылар  18 июль дауамында танктар,  үҙйөрөшлө «Фердинанд» ҡоролмалары менән ҡоралланған  дошмандың 7 көслө һөжүмен кире ҡаға. Контузия алған һәм башы яраланған П.И. Пономарев һуғыш яланын ташлап китмәй һәм батареяның уты менән етәкселек итә. Бер нисә тапҡыр орудиеға үҙе тора, 4 танкты һәм 200-гә яҡын немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә. 

Павел Иванович  госпиталдә оҙаҡ булмай. Бер ай булмаҫ элек Литваның көньяҡ-көнсығыш райондарында һуғыш алып барған  часенә ҡайта. Каунасс операцияһының тамамланыу фазаһында ҡатнаша, был һуғыш барышында 3-сө Белорус фронты ғәскәрҙәре дошмандың Расейняй-Кибартай-Сувалки сиктәрендәге алдан әҙерләнгән оборона һыҙығына сыға.  Юғары Баш командованиеның 1944 йылдың 29 авгусындағы Ставкаһы  ҡарары буйынса  улар оборонаға күсә. 371-се уҡсылар дивизияһы Шакяй ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыштараҡ прозицияларҙы биләй.  1944 йылдың октябрь аҙағында, немец командованиеһы Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәрен Көнсығыш Пруссия сигенән сығарырға маташа һәм  бер нисә тапҡыр ҡаршы һөжүм итә. Шундай бер  һөжүмде кире ҡаҡҡанда 1944 йылдың 27 октябрендә Павел Иванович  үлемесле яралана. Гришкабудис ҡаласығындағы госпиталгә килтерергә тырышалар, әммә  ул юлда вафат була. Капитан Пономарев Павел Ивановичҡа Неман йылғаһын аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы указы менән  Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. П. И. Пономарев Литва Республикаһы Мариямполь өйәҙенең  Гришкабудис ҡаласығында ерләнә. 

Бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Советтар Союзы Геройы П. И. Пономарев исеме менән  Силәбе ҡалаһында урам аталған.  

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ныне деревня Иглинского района Республики Башкортостан.
  2. Ныне село Петрушкино Кусинского района Челябинской области.
  3. Ныне местечко Каунасского уезда Литовской Республики.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Кислицын А. С. Овеянные славой. — Челябинск, 1965.
  • Подвиги их бессмертных: Справочник о Героях Советского Союза и полных кавалерах ордена Славы из Республики Башкортостан / сост. Р. А. Валишин, И. Г. Каримов, А. У. Кунакбаев и др. — Уфа: Китап, 2000. — 398 с.

Документтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Представление к званию Героя Советского Союза и указ ПВС СССР о присвоении звания. 2015 йыл 27 ноябрь архивланған. 14 декабря 2012 года.
Орден Красного Знамени (наградной лист и приказ о награждении). 2015 йыл 27 ноябрь архивланған. 14 декабря 2012 года.
Орден Отечественной войны 1-й степени (наградной лист и приказ о награждении).
Орден Красной Звезды (наградной лист и приказ о награждении). 2015 йыл 27 ноябрь архивланған. 14 декабря 2012 года.
Цамо, ф. 33, оп. 11458, д. 630. 2015 йыл 27 ноябрь архивланған. 14 декабрь, 2012 йыл.
Цамо, ф. 33, оп. 11458, д. 443. 2015 йыл 26 ноябрь архивланған. 14 декабрь, 2012 йыл.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пономарёв Павел Иванович. «Герои страны» сайты.