Понт тауҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Понтийские горы битенән йүнәлтелде)
Понт тауҙары
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Төркиә
Иң юғары нөктә Качкар[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 3937 метр
Оҙонлоҡ 1000 km
Киңлек 60 km
Карта
 Понт тауҙары Викимилектә

Понт тауҙары, шулай уҡ Понтий һырты һәм Төньяҡ-Анатолий тауҙары (төр. Kuzey Anadolu Dağları), (әрм. Պարխարյան լեռներ) — Төркиәлә тау системаһы, Ҡара диңгеҙҙең көньяҡ яры буйлап, Ешильырмак йылғаһы тамағынан Чорох йылғаһы тамағына тиклем һуҙылған[1][2].

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Понт тауҙары Көнсығыш Ҡара диңгеҙ буйы, Үҙәк Ҡара диңгаҙ буйы һәм Көнбайыш Ҡара диңгеҙ өлөштәренә бүленә. Понт тауҙарының көнсығыш өлөшө Качкар тауҙары исеме менән билдәле. Понт тауҙары төньяҡтан Кесе Азия яҫытаулылығы һәм өлөшләтә Әрмән таулығы менән уратып алынған өйөмдө хәтерләтә[3].

Тауҙар диңгеҙ ярынан кинәт кенә текә ҡая булып башлана. Тау менән диңгеҙ араһында тар ғына яр һыҙаты ҡалған. Кинәт күтәрелгән тау икенсе климат зонаһына күсерә, тауҙарҙың беренсе рәтенән үк континенталь климат зонаһы башлана. Яр буйында яуым-төшөм кимәле юғарыраҡ, уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 2400 мм. Тауҙың дөйөм оҙонлоғо 1000 километр; тауҙың диңгеҙ яғындағы өлөшө көньяҡ өлөшөнә ҡарағанда түбәнерәк. Тауҙың Кесе Азия өлөшөндә яҫытаулылыҡ. Ҡуйы урмандар менән ҡапланған төньяҡҡа табан йүнәлгән тау армыттары, тарлауыҡтар барлыҡҡа килтереп, диңгеҙгә килеп текәлә. Тарлауыҡтар буйлап ҙур булмаған йылғалар аға. Тауҙың көньяҡ битләүе урманһыҙ. Понт тауҙарының көнсығыш өлөшө юғарыраҡ, иң бейек түбәләрендә (Варчембек-даг — 3704 һәм башҡалар) йыл әйләнәһенә ҡар ята. Тауҙар араһындағы үткәүелдәр күп түгел һәм улар аша үтеүе ауыр. Тауҙың көнбайыш өлөшөн Чорох йылғаһы бүлеп үтә, был йылғаның Төркиәлә Артив илендә һәм Грузияла Аджария Республикаһында армыттары бар[4].

Экология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диңгеҙ кимәленән 250 м бейеклектә ҡыуаҡлыҡтар ғына, 1200 метрға тиклем бейеклектә ылыҫлы ағыстар үҫә. 600-800 метр бейеклек граб, бук һәм ерек кеүек киң япраҡлы ағыстар менән ҡапланған. 1000-1500 метр бейеклектә ҡатнаш урмандар үҫә. Тауҙарҙың Көнсығыш Ҡара диңгеҙ өлөшөндә, 2000 метрҙан бейегерәктә, Альп далалары башлана. Тауҙар күберәген ылыҫлы урмандар менә ҡапланған. Төньяҡ Анатолия ылыҫлы һәм киң япраҡлы урмандары ҙур территорияны ҡаплаған экорегион булып тора, ҡатнаш урмандар региондың Качкар тауы тип аталған алыҫ көнсығыш өлөшөн ҡаплаған. Был төбәктә Бүҙәнә ҡарсығаһы, бөркөт, көсөгән, баҡраҡ бөркөт, кавказ ҡоро, алаҡас турғай кеүек ҡоштар тереклек итә[5]. Тауаҙ һәм Ҡара диңгеҙ араһындағы Понтус тип аталған һыҙатта киң япраҡлы урмандар үҫә. Анатолия яҫытаулығында климат, дымлы һәм йомшаҡ яр буйына ҡарағанда, ҡорораҡ һәм континенталерәк[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Strabo. XI // Geography. — 23. — P. xii.4.
  2. Pliny the Elder. VI // Natural History. — 77-79. — P. iix.25.
  3. Понтийские горы статья из Большой Советской Энциклопедии
  4. Couzens Dominic. Top 100 Birding Sites of the World. — University of California Press, 2008. — P. 73–75. — ISBN 978-0-520-25932-4.
  5. Couzens Dominic. Top 100 Birding Sites of the World. — University of California Press, 2008. — P. 73–75. — ISBN 978-0-520-25932-4.
  6. Pontic Mountains and highlands 2014 йыл 26 февраль архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Г. И. Стебницкий, «Понтийский хребет» («Известия Кавказского отдела Имп. русского географического общества», т. VII, 1882—1883);
  • В. Масальский, «Очерк Батумской области» («Известия Имп. русского географического общества», 1886).