Попов Алексей Григорьевич
Попов Алексей Григорьевич | |
![]() | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Атамаһы | Алексей Григорьевич Попов |
Тыуған көнө | 14 (25) май 1763[1] |
Тыуған урыны | Старочеркасская станицаһы, Черкасский округ[d], Дон Ғәскәре өлкәһе[d][1] |
Вафат булған көнө | 9 (21) ғинуар 1844[1] (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Новочеркасск, Рәсәй империяһы[1] |
Һөнәр төрө | яҙыусы |
Уҡыу йорто | Мәскәү император университеты[d] |
Жанр | проза |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
{{{Исеме}}} | |
Жанр: | |
---|---|
Попов Алексей Григорьевич (14 май, 1763, Дондағы Ростов, 9 ғинуар, 1844 йыл) — яҙыусы, Новочеркасск гимназияһының беренсе гимназия директоры. IV дәрәжә Изге Владимир ордены менән бүләкләнә.
Тормошо һәм ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1763 йылдың 14 майында Донда тыуа. Атаһы — Григорий Никитич Попов полк есаулы[2] була. Ғәскәри канцелярияла яҙыу эшенә өйрәнә. 1775 йылда Мәскәү Император университетына уҡырға инә, ете йыл уҡый һәм уны 1782 йылда[3] тамамлай. Попов университетта аллаһы тәғәлә ҡануны, арифметика, алгебра, геометрия, тригонометрия, славян, латин, немец һәм француз телдәре, фортификация һәм артиллерия, грамматик, һүрәт төшөрөү, фехтование, бейеүҙәр өйрәнә[4]. Институтты тамамлағандан һуң, Донға ҡайтып, ер үлсәүсе булып эшләй. Артабан Алексей Григорьевич Петербургҡа хәрби граждан хөкүмәте ағзаһы генерал Мартыновҡа[5] китә. Хеҙмәте өсөн ҡылыс һәм яҙыулы өсөн көмөш тәңкәгә лайыҡ була[4].
Ер үлсәүсе вазифаһында Алексей Попов 1797 йылға тиклем була һәм 1799 йылда хәрби полковник[6] дәрәжәһенә үрләтелә. Ул Кубанда төрөктәргә һәм черкестарға ҡаршы походтарҙа (1788 — 1789 йылдарҙа), кенәз Потёмкин Таврический армияһында төрөктәргә ҡаршы Бессарабия, Молдавия, Валахияла[4] һуғыштарҙа ҡатнаша.
1797 йылдың октябренән 1799 йылдың ғинуарына тиклем Черкасск[7] ҡалаһындағы Дон халыҡ училищеһы директоры булып эшләй.
Попов Алексей Григорьевич атаман М. И. Платов менән таныш була. Ул 1801 йылдың декабрендә Дон ғәскәрендә уҡыу йорттары директоры булып эшләргә һәм Төп халыҡ училищеһын (һуңыраҡ ул гимназия итеп үҙгәртелә) етәкләргә тәҡдим итә[7] .
Дон ғәскәрендә Попов дүрт тулы өйәҙ училищеһы беренсе булып класлы ике өйәҙ һәм дүрт мәхәллә сиркәүе булған училище аса. А. Г. Попов, отставкаға киткәнгә тиклем, 1824 йылдың 1 ғинуарына 32 уҡытыусы һәм 837 уҡыусыһы булған 12 уҡыу йорто була[7].
Попов ун биш йылдан ашыу Новочеркасск ирҙәр гимназияһында директоры булып эшләй, был вазифаға 1809 йылда тәғәйенләнә[4].
Алексей Григорьевич Донда беренселәрҙән булып Дон ғәскәре тарихын алып төҙөүсе була. 1814 йылда «Дон ғәскәре тарихы»ның беренсе өлөшө, икенсеһе 1816 йылда баҫылып сыға. Поповтың «Дон ғәскәре тарихы» китабы 500 биттән тора һәм Кондратий Булавин фетнәһен тасуирлау менән тамамлана. Был хеҙмәте атаман Матвей Иванович Платовҡа[8] арнала. Алексей Григорьевич Новочеркасск ҡалаһындағы триумфаль аркалағы шиғри яҙманың авторы булып тора. 1802 йылда «Лилиә»[9] китабын яҙа.
1824 йылда отставкаға китә, ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Попов Алексей Григорьевич IV дәрәжә Изге Владимир ордены бүләкләнә.
1844 йылдың 9 ғинуарында вафат була.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- IV дәрәжә Изге Владимир ордены
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Попов А. Войсковой круг в Войске Донском//Северная пчела. 1845. № 267—269.
- Попов А. История возмещения Стеньки Разина//Русская беседа. 1857. Кн. 5. С. 47—104; Кн. 6. С. 19—90.
- Попов А. История возмещения Стеньки Разина. М., 1857. 263 с.
- Попов А. История Новочеркасского духовного училища//Донские епархиальные ведомости. 1897. № 3. С. 57—63, № 5. С. 116—125; 1898. № 3. С. 61—64; 1899. № 2. С. 44—46, № 5. С. 108—111, № 8. С. 171—174, № 14. С. 324—327.
- Попов А. История Новочеркасского Духовного училища Донской епархии. Новочеркасск: Дон. тип., 1897. 66 с.
- Попов А. История о Донском войске,/сочиненная Директором Училищ в войске Донском, Коллежским Советником и кавалером Алексеем Поповым 1812 года в Новочеркасске. Харьков: Университетская тип., 1814—1816.
- Попов А. Управление в Войске Донском и его атаманы с 1737 г. // Донские областные ведомости. 1854. №19, 22—24.
Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Русские писатели 1800—1917: Биографический словарь / под ред. П. А. Николаев — Мәскәү ҡалаһы: 2007. — Т. 5: П—С. — 800 с.
- ↑ Донская электронная библиотека. Попов Алексей Григорьевич (1763—1844) (недоступная ссылка). Дата обращения: 6 сентябрь 2019. Архивировано 18 сентябрь 2019 года. 2019 йылдың 18 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Донская электронная библиотека. Попов Алексей Григорьевич (1763—1844) (недоступная ссылка). Дата обращения: 6 сентябрь 2019. Архивировано 18 сентябрь 2019 года. 2019 йылдың 18 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Попов Алексей Григорьевич
- ↑ Попов Алексей Григорьевич
- ↑ Донская электронная библиотека. Попов Алексей Григорьевич (1763—1844) (недоступная ссылка). Дата обращения: 6 сентябрь 2019. Архивировано 18 сентябрь 2019 года. 2019 йылдың 18 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Донская электронная библиотека. Попов Алексей Григорьевич (1763—1844) . 2019 йылдың 18 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Донская электронная библиотека. Попов Алексей Григорьевич (1763—1844) (недоступная ссылка). Дата обращения: 6 сентябрь 2019. Архивировано 18 сентябрь 2019 года. 2019 йылдың 18 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ ББЭ. Попов, Алексей Григорьевич 2019 йылдың 6 сентябрь көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мраморнов О. Б. ПОПО́В Алексей Григорьевич // Русские писатели, 1800—1917 : Биографический словарь / гл. ред. П. А. Николаев. — М. : Большая российская энциклопедия, 2007. — Т. 5 : П—С. — С. 76—77. — 800 с. — (Сер. биогр. словарей: Русские писатели. 11—20 вв.). — 5000 экз. — ISBN 5-85270-011-8. — ISBN 5-85270-340-8 (т. 5).
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ББЭ. Попов Алексей Григорьевич 2019 йылдың 6 сентябрь көнөндә архивланған.