Эстәлеккә күсергә

Попов Пётр Дмитриевич (Дан орденының тулы кавалеры)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Попов Пётр Дмитриевич (Дан орденының тулы кавалеры)
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 24 ноябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 9 июль 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (66 йәш)
Вафат булған урыны Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө офицер
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены

Попов Петр Дмитриевич (24 ноябрь 1924 йыл — 9 июль 1991 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уҡсылар полкының йәйәүле разведка взводы разведчигы, сержант. Дан орденының тулы кавалеры.

Петр Дмитриевич Попов 1924 йылдың 28 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуған

Урыҫ. Тулы булмаған урта белемле. Армияға саҡырылғанға тиклем слесарь, Өфө паровоздар ремонтлау заводында токарь булып эшләй.

1942 йылда Өфө ҡалаһының Молотов районы хәрби комиссариаты тарафынан Совет Армияһына саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1943 йылдан.

Һуғыштан һуң Өфө ҡалаһына ҡайта, Өфө паровоздар ремонтлау заводында, Павловка ГЭС-ы, ТЭЦ-4 төҙөлөштәрендә эшләй. 1959 йылдан — хаҡлы ялда.

1991 йылдың 9 июлендә вафат була, Бөрө ҡалаһында ерләнә[1].

229-сы уҡсылар полкының йәйәүле разведка взводы разведчигы (8-се уҡсылар дивизия8ы, 18-се армияһы, 4-се Украин фронты) сержант П. Д. Попов 1944 йылдың 29 сентябрендә полкта беернсе булып СССР һәм Венгрия дәүләт сиген аша сыға һәм үткәрелгән разведка һөҙөмтәһендә Керешмез (Венгрия) ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыштараҡ оборона тотҡан дошман позицияларының урынын һәм дошмандың һанын билдәләй. Һуғыш ваҡытында шәхсән ике дошман һалдаты үлтерәҠ

Ҡыйыулығы өсөн 1944 йылдың 8 октябрендә П. Д. Попов III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1944 йылдың 6 декабрендә сержант П. Д. Попов төньяҡ-көнбайыштараҡ 226,0 бейеклектә көндөҙ разведчиктар төркөмө менән немецтарҙың траншеяһына һиҙҙермәй шыуышып килә һәм гранаталар ташлай. Автомат уты менән дошмандың 3 кешенән торған пулемет рсачетын юҡ итә һәм бер һалдатын әсирлеккә ала.

1945 йылдың 15 февралендә П. Д. Попов был батырлығы өсөн II дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1945 йылдың 25 апрелендә уҡсылар подразделениеһы бейеклек өсөн һуғыш алып бара, ләкин алға барыу өсөн дошман пулеметы ҡамасаулай. Попов һиҙҙермәй генә дошман пулеметына 10 метрға шыуышып килә, танктарға ҡаршы гранаталар ташлай, һәм окопҡа бәреп инеп, ике иҫән ҡалған дошман офицерын юҡ итә.

П. Д. Попов был батырлығы өсөн 1946 йылдың 15 майындағы I дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Попов Пётр Дмитриевич (Дан орденының тулы кавалеры). «Герои страны» сайты.
  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа.
  • Башкирская энциклопедия. / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Т. 5. П—С. — Уфа: Научное издательство Башкирская энциклопедия, 2009. — 576 с. — ISBN 978-5-88185-072-2.