Портал:Башҡорт әҙәбиәте/Бөгөнгө мәҡәлә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡара йөҙҙәр — башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигы, БАССР-ҙың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури әҫәре. Башҡорт әҙәбиәтенең тәнҡитле реализм әҫәрҙәренең береһе.

Повеста ҡатын-ҡыҙҙарҙың трагик яҙмышы, XIX быуаттың 90-сы йылдарында татар-башҡорт йәмғиәтендә ислам донъя ҡоролошо дин ҡанундары һүрәтләнә.

Повестың төп геройҙары — Ғәлимә исемле ҡыҙ һәм уның һөйгән йәре, ауыл егете Зәкир. Сибәр ҡыҙ Ғәлимә Зәкирҙе ярата. Уларҙың бәхетле ғаилә тормошо тураһында хыялына байҙарҙың улдары һәм мулла-хәҙрәт ҡамасаулай. Ғашиҡтарҙың осрашыуы уларҙы шәриғәт законын боҙоуҙа һәм диндән яҙыуҙа ғәйепләү өсөн етерлек шарт булып тора. Ҡыҙҙың атаһы, Фәхри ҡыҙын өйөнән ҡыуа. Зәкир ҡалаға китергә мәжбүр була. Ғәлимә хурлыҡты күтәрә алмай, аҡылдан яҙа һәм мәкегә батып үлә. Зәкирҙе туҡмайҙар, шунан һуң ул үпкә туберкулезы менән ауырый.