Портал:Шәхестәр/Һайланған мәҡәлә
Ғәлимйән Ғирфан улы Таған (1892—1948) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт ғәскәрендә ҡаһарман полк сардары. Этнограф, музей белгесе, иҡтисад фәндәре докторы (1929).
Ғәлимйән Ғирфан улы Тағанов (Ғәлимйән Ғирфан улы Таған) 1892 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡатай олоҫының (хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Әлмән районы) Тәңрекүл исемле башҡорт ауылында хәлле ғаиләлә донъяға килгән.
Туған ауылындағы мәҙрәсәлә уҡый, рус мәктәбен һәм мөғәллимдәр гимназияһын тамамлай. Рус урта мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй.
Һалдатҡа алынғас, Тифлиста (хәҙерге Тбилиси) хәрби мәктәптә уҡып сыға. Беренсе донъя һуғышында батша армияһында кесе офицер — прапорщик званиеһында ҡатнаша башлай. Кавказ фронтында хеҙмәт итә.
1917 йылда Ғәлимәйән Таған Башҡорт милли хəрəкəтенә ҡушылып, 1919 йылда Башҡорт хөкүмәте Советтар яғына сыҡҡанға тиклем Башҡортостан автономияһы азатлығы өсөн көрәштең алғы сафында була. Бында ул башта Башҡорт ғәскәренең 5-се уҡсылар полкының, һуңыраҡ 3-сө уҡсылар полкының сардары сифатында бихисап батырлыҡтар күрһәтә. 1918 йылда Башҡорт хəрби шураһы составына инә, уның рәйесенең урынбаҫары була. Ваҡытлыса Ялан кантоны рәйесе эштәрен башҡара. Урал өлкә мосолмандар Шураһы ағзаһы була.