Портал:Һайланған эстәлек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Яңы башлаусыларға · Берләшмә · Порталдар · Наградалар · Проекттар · Һорауҙар · Баһалау
Green star boxed.svg

Башҡорт Википедияһындағы иң яҡшы мәҡәләләр. Улар сифат талаптарына тулыһынса тап килә, теманы асыу һәм мәҡәләне биҙәү йәһәтенән үрнәк булып тора.

Blue star boxed.svg

Башҡорт Википедияһындағы һәйбәт мәҡәләләр. Төрлө сәбәп менән һайланған мәҡәләгә ҡуйылған сифат талаптарына тап килмәйҙәр, әммә артабан яҡшыртып уларҙы һайланғандар кимәленә еткерергә була.

Small skew star.gif
Ағымдағы һайланған мәҡәлә
Simetria-bilateria.svg

Симме́три́я — ниндәйҙер үҙгәрештәрҙә, әүерелештәрҙә (мәҫәлән: тороштоң, энергияның, мәғлүмәттең, башҡаның) асылған ярашлылыҡ, үҙгәрмәүсәнлек (инвариантлылыҡ). Шулай, мәҫәлән, есемдең сферик симметрияһы, әгәр уны арауыҡта ирекле мөйөштәргә борһаң (бер нөктәһен урынында һаҡлап), есемдең күренеше үҙгәрмәй тигәнде аңлата. Ике яҡлы симметрия ниндәйҙер яҫылыҡҡа ҡарата уң һәм һул яғы бер төрлө күренә тигәнде аңлата.

Симметрияның боҙолоуы йәки булмауы асимметрия йәки аритмия тип атала.

Дөйөм симметрия үҙенсәлектәре төркөмдәр теорияһы ярҙамында тасуирлана.

Симметрия теүәл йәки яҡынса булырға мөмкин. Геометрик симметрия — симметрияның күптәргә билдәле төрө. Геометрик объект, әгәр геометрик әүерелештән һуң уның ҡайһы бер тәүге үҙенсәлектәре һаҡланып ҡалһа, симметриялы тип атала. Мәҫәлән, үҙәге тирәләй боролған түңәрәк баштағы түңәрәктеке кеүек үк формаға һәм ҙурлыҡҡа эйә. Шуға күрә түңәрәк боролошҡа ҡарата симметриялы була (йәғни уның күсәр симметрияһы бар). Геометрик объект өсөн мөмкин булған симметрия төрҙәре мөмкин булған бик күп геометрик әүерелеүҙәргә һәм әүерелдерелгәндән һуң объекттың ниндәй үҙенсәлектәре үҙгәрешһеҙ ҡалырға тейеш булыуына бәйле. Теоретик физикала физик системаның торошо ҡайһы бер тигеҙләмәләр менән һүрәтләнә. Әгәр был тигеҙләмәләр берәй төрлө симметрияға эйә булһа, йыш ҡына уларҙы сисеүҙе һаҡланыусы дәүмәлдәрҙе (хәрәкәт интегралдарын) табыу юлы менән ябайлаштырып була. ↪ дауамы…

Blue star unboxed.svg
Ағымдағы яҡшы мәҡәлә
PIA02146.gif

Титан  — Сатурндың иң ҙур юлдашы, Ҡояш системаһында ҙурлығы буйынса, Юпитер юлдашы Ганимедтан ҡала, икенсе урында. Ҡояш системаһында, Ерҙән башҡа, өҫтөндәге шыйыҡсаның тотороҡло һаҡланыуы иҫбатланған берҙән-бер есем, һәм планетаның тығыҙ атмосфераға эйә булған берҙән-бер юлдашы.

Титан Сатурндың иң беренсе булып билдәле булған юлдашы — уны 1655 йылда голланд астрономы Христиан Гюйгенс аса.

Титандың диаметры — 5152 км, был Ай диаметрына ҡарағанда 50 процентҡа артығыраҡ, шул уҡ ваҡытта Титан Ер юлдашын массаһы буйынса 80 процентҡа уҙып китә. Титан шулай уҡ күләме буйынса Меркурий планетаһынан ҙурыраҡ, әммә ул массаһы буйынса унан ҡалыша. Титандың тартыу көсө Ерҙең тартыу көсөнөң етенән бер өлөшөн тәшкил итә. Титандың массаһы Сатурндың бөтә юлдаштары массаһының 95 процентына тигеҙ.

Титандың өҫтө, нигеҙҙә, һыулы боҙҙан һәм һарҡынды органик матдәләрҙән тора, геологик йәһәттән йәш, аҙ һанлы тау түбәләстәрен һәм кратерҙарҙы, шулай уҡ бер нисә криовулканды иҫәпкә алмағанда, башлыса, тигеҙ. Титанды уратып алған тығыҙ атмосфера 2004 йылда «Кассини-Гюйгенс» аппараты осоп килгәнгә тиклем юлдаштың өҫтөн күреү мөмкинлеген бирмәй. Атмосфераһы күбеһенсә азоттан тора, шулай уҡ ҙур булмаған миҡдарҙа метан һәм этан бар, улар шыйыҡ һәм ҡаты яуым-төшөмдөң сығанағы булған болоттарҙы барлыҡҡа килтерә. Өҫтөндә метан-этан күлдәре һәм йылғалары бар. Өҫтөндәге баҫым ер атмосфераһы баҫымынан 1,5 тапҡырға артығыраҡ. Уның өҫтөндәге температура — минус 170—180 °C.

Температураһы түбән булыуға ҡарамаҫтан, Титан Ерҙең иртә үҫеш стадияһы менән сағыштырыла, шуға күрә юлдашта тереклектең иң ябай формаларының булыу мөмкинлеген инҡар итергә ярамай, атап әйткәндә, шарттары юлдаштың өҫтөндәгенә ҡарағанда күпкә уңайлы булған ер аҫты һыу ятҡылыҡтарында. Титанды 1655 йылдың 25 мартында голланд физигы, математигы һәм астрономы Гюйгенс Христиан аса. Галилей өлгөһөнән илһамланып, Гюйгенс ағаһы Константин менән бергә апертураһы 57 мм һәм ҙурайтыү сифаты 50 тапҡырҙан ашыуға артҡан телескоп уйлап таба.

Гюйгенс шул телескоп ярҙамында Ҡояш системаһындағы планеталар — Марс, Венера, Юпитер һәм Сатурнды күҙәтә. Ғалим 16 көн эсендә һуңғы планета тирәләй тулы әйләнеш яһаған сағыу төҫтәге есемде күреп ҡала. Дүрт әйләнештән һуң, 1655 йылдың июнендә, Сатурн ҡулсалары, Ергә ҡарата түбән ауышып күҙәтеүгә ҡамасауламаған мәлдә, Гюйгенс Сатурндың юлдашын табыуына тулыһынса инана. ↪ д а у а м ы…