Портал:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
үҙгәртергә 

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы — 1942 йылдың яҙында И. В. Сталин бойороғо буйынса ойошторолған дивизия. Дивизия командиры итеп 42 йәшлек тәжрибәле кадровый офицер полковник Миңлеғәле Шайморатов тәғәйенләнә. 1943 йылдың 14 февраленән 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы, 1943 йылдың 21 сентябренән 16-сы Чернигов гвардия кавалерия дивизияһы исемендә.

үҙгәртергә 

Һайланған мәҡәлә

Али Карнай

Али Карнай (төп исеме — Имамғәли Мөхәммәтдин улы Зөлҡәрнәев; 6 ғинуар 1904 йыл16 июнь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1935—1941 йылдарҙа «Башгосиздат» мөхәррире, 1941—1943 йылдарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының «Ҡыҙыл атлылар» гәзите мөхәррире.

1904 йылдың 19 ғинуарында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы боронғо башҡорт ауылы Оло Шаҙыла тыуған. Милләте — башҡорт.

Тәүҙә үҙҙәренең ауыл мәктәбендә, шунан Бөрө ҡалаһында педагогик курста уҡый. Артабан уҡырға

үҙгәртергә 

Һайланған шәхес

Рәхмәтуллин Шамил Сәйет улы (7 сентябрь 1920 йыл — 1 октябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, кавалерия дивизияһының артиллерия-миномёт полкы командиры, гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң). Шамил Сәйет улы Рәхмәтулин 1920 йылдың 7 сентябрендә Томск ҡалаһында тыуған. Урта мәктәптең 10 класын тамамлай. 1939 йылдың авгусында Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1941 йылда 1-се Мәскәү артиллерия училищеһын тамамлай. Шул уҡ йылдан — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғыша. Рәхмәтуллин Шамил Сәйет улыАртабан уҡырға

үҙгәртергә 

Һайланған рәсем

үҙгәртергә 

Беләһегеҙме…

үҙгәртергә 

Дивизияның хәрби юлы

Сығанаҡ: Шаймуратовцы — воины легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии

үҙгәртергә 

Категориялар

үҙгәртергә 

Туғандаш порталдар