Порфирий (Соколовский)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Порфирий
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1811
Вафат булған көнө 15 июнь 1865({{padleft:1865|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Вафат булған урыны Төмән, Төмән өйәҙе[d], Тубыл губернаһы, Көнбайыш-Себер генерал губернаторлығы[d], Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө рухани
Биләгән вазифаһы епископ[d]
Уҡыу йорто Нижегородская духовная семинария[d]

Епископ Порфирий (донъяла Соколовский Павел Иванович; 1811 Нижегород губернаһы Лукьяновск өйәҙе, Пелихановское ауылы — 3 (15) июнь 1865, Төмән)— рус православие сиркәүенең епископы, Томск һәм Семипалатинск епископы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1811 йылда Новгород губернаһында дин әһеле ғаиләһендә тыуған.

Башта Новгород дини семинарияһында белем ала.

1832 йылда Мәскәү дини академияһына уҡырға инә.

1835 йылдың 14 сентябрендә монахлыҡҡа сәс ҡырҡтыра; 26 сентябрҙә иеродиакон; 1836 йылдың 8 июлендә — иеромонах дәрәжәһенә күтәрелә.

1836 йылдың 15 авгусында магистр дәрәжәһен алып, дини академия курсын тамамлағандан һуң Ырымбур дини семинарияһына инспектор итеп тәғәйенләнә.

1837 йылдан алып — Ырымбур дини консисторияһы ағзаһы.

1845 йылдың 22 майында архимандрит дәрәжәһенә күтәрелә.

1846 йылдың 10 октябренән алып — Сембер дини семинарияһының инспекторы.

1849 йылдың 16 апрелендә Тамбов дини семинарияһына инспектор итеп күсерелә.

1851 йылдың 13 июлендә Тубыл дини семинарияһы ректоры һәм Тубыл Знаменск монастыры башлығы (настоятеле) итеп билдәләнә.

1854 йылдың 4 майында Кострома дини семинарияһы ректоры һәм Богородица Игрицк монастырының башлығы итеп күсерелә.

1858 йылдың 21 ноябрендә Мәскәү епархияһы викарийының Дмитровский епископы дәрәжәһенә күтәрелә.

Епископ Порфирий тәжрибәле юрист һәм донъяуи властарының динлелекте ҡыйырһытыуҙарына ҡаршы көрәшеүсе булараҡ билдәле.

1859 йылдың 21 мартынан Өфө һәм Минзәлә епископы.

1860 йылдың 13 сентябрендә Томск һәм Енисей епископы итеп тәғәйенләнә. 1861 йылда 25 майынан, Енисей епархияһы ойошторолғандан һуң, Томск һәм Семипалатинск епископы тип атала башлай.

Миссионерлыҡ эшенә иғтибарҙы күп бүлә, бигерәк тә Алтайҙа. Ул Томскиҙа ҡатын-ҡыҙҙар монастырына нигеҙ һала.

Бер ваҡыт Изгеләрҙән изге (святейший) Синод тарафынан преосвященный Порфирийға йәшерен рәүештә Томск дини семинарияһында ревизия үткәрергә ҡушыла. Ул ҙур тырышлыҡ менән йөкмәтелгән эшкә тотона, тикшереү алып бара, яңы урындарға тәғәйенләнгән семинарияның ректорын һәм инспекторын оҙайлы ваҡытҡа тотҡарлай, улар преосвященный Порфирийҙың ғәмәлдәрен ғәҙелһеҙ тип ялыу яҙалар. Ошо һәм Синодҡа килгән башҡа ялыуҙар нигеҙендә епархияла ревизия үткәрелә, ревизиянан һуң 1864 йылдың 14 ноябрендә ул пенсияға ебәрелә.

1865 йылдың 3 июнендә инсульттан вафат була.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чернавский Н. Н. Оренбургская епархия 1901—1902 // Оренбургская епархия в прошлом её и настоящем. Исследование Николая Чернавского: в 2 т. — Оренбург, 1900—1903, т. 2, с. 905—906.

Сулоцкий П. А. Тобольские и Томские архипастыри. — Омск, 1881, с. 22—23.

Булгаков С. В. Настольная книга для священно-церковнослужителей. — Киев, 1913, с. 1405, 1415.

Толстой Ю. В. Списки архиереев и архиерейских кафедр иерархии Всероссийской со времени учреждения Святейшего Правительствующего Синода (1721—1871 гг.). — М., 1872, № 353.

Строев П. М. Списки иерархов и настоятелей монастырей Российской Церкви. — СПб., 1877, с. 134, 321, 875, 980,1018..

Списки архиереев иерархии Всероссийской и архиерейских кафедр со времени учреждения Святейшего Правительствующего Синода (1721—1895 гг.). — СПб., 1896, № 353.

Юбилейный сборник исторических материалов у Троицы в Академии 1814—1914 г. — М., 1914, с. 516

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]