Потеряхин Владимир Александрович
Потеряхин Владимир Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 2 март 1928 |
Тыуған урыны | Верхотор, Рәсәй |
Вафат булған көнө | июнь 2013 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Салауат, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Газпром Нефтехим Салауат |
Уҡыу йорто | Грозный дәүләт нефть техник университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр кандидаты[d] |
Потеряхин Владимир Александрович (2 март 1928 йыл, БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Воскресенск районы Верхотор ауылы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) — июнь 2013 йыл, Салауат) — инженер-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, журналист һәм энциклопедист. Доцент, техник фәндәр кандидаты (1971), документаль-тарихи китаптар, техник уйлап табыуҙар авторы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Ресубликаһының журналистар союзы ағзаһы (1999). «Күп милләтле Санкт-Петербург» Яҙыусылар союзының почетлы ағзаһы (2002). «Башҡорт энциклопедияһында» мәҡәләләр авторы.
Төп фәнни хеҙмәттәре нефтехимия һәм нефть эшкәртеүҙә каталитик процестарҙы ҡулланыу менән бәйле.
86-сы йәшендә вафат була[1]
Белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1936 йылдан 1947 йылға тиклем Верхотор һәм Воскресенск урта мәктәптәрендә уҡый
1958 йылда Грозный нефть институтын, 1971 йылда аспирантураны тамамлай.
Хеҙмәт итеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1948 йылдан 1951 йылға тиклем армияла хеҙмәт итә.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында — «Восток» колхозында колхозсы (хәҙерге Ишембай районында) rodina.pomni-yanaul.ru/gorod-salavat/p.htm
1951 йылда дүрт йыллыҡ армия хеҙмәтенән һуң. Потеряхин Владимир Ишембай тимер юл вокзалының перронында төшә. Верхотор ауылындағы ата-әсәһенә бара һәм ике аҙна ял итеп алғандан һуң, эшкә сығып китә.
1951 йылдан 1988 йылға тиклем Салауат нефть химияһы комбинатында төрлө инженер вазифаларында эшләй: 1951 йылда — катализатор фабрикаһында оператор ярҙамсыһы, һуңынан катализатор фабрикаһының смена начальнигы, өлкән инженер-технолог, тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире урынбаҫары, начальник урынбаҫары, цех начальнигы, Тәжрибә заводының фән буйынса директор урынбаҫары. 1971 йылдан — Өфө нефть институтының Салауат филиалы уҡытыусыһы; 1984—1988 йылдарҙа. — Бөтә союз ғилми-тикшеренеү институтының үҙе ойошторған органик синтез лабораторияһында эшләй (Салауат ҡалаһы).
Эшенә параллель юғары уҡыу йортонда (1958) һәм аспирантурала уҡыуын тамамлай, 1971 йылда, тәжрибә-тикшеренеү цехында етәксе булып, ул И. М. Губкин исемендәге дәүләт нефть һәм газ университетында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Яҙыусылыҡ һәм журналистик эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А. Потеряхиндың «Башкирские березы» шиғри китабы профессионалдар тарафынан юғары баһалана. Тыуған ауылының юбилейына ҡарата шиғырҙар яҙған, улар музыкаға һалынған һәм Верхотор ауылы гимнына әүерелгән.
Библиографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]100-ҙән ашыу фәнни мәҡәлә һәм 11 монография авторы, уйлап табыуға 20 авторлыҡ таныҡлығы
Потеряхин, В. А. Башкирские березы : Стихотворения. Публицистика. Юморист. рассказы / Владимир Потеряхин. Сменялись годы за годами … : Стихотворения. Сатира / Николай Краснощеков.-Уфа: Реактив, 2001.-206с.
Потеряхин, В. А. Гигант ремонтно-строительной индустрии, 30 лет / В. А. Потеряхин. Уфа : Реактив, 2000
Потеряхин, В. А. Изящные идеи: Сб. науч. статей/ В. А. Потеряхин, Г. И. Мещеряков, О. В. Потеряхина. — Уфа: Монография, 2002. — 123с.
Потеряхин, В. А. Мировой эфир : Аналит. обзор / В. А. Потеряхин, О. В. Потеряхина. — Уфа : Реактив, 1999
Потеряхин, В. А. Система химических элементов : (История и соврем. проблемы) / В. А. Потеряхин. — Уфа : Реактив, 1999 На стыке веков / В. А. Потеряхин Салават : Фобос, 2008
Потеряхин, В. А. Филиал Уфимского государственного нефтяного технического университета в городе Салавате / В. А. Потеряхин. Уфа : Скиф, 2006 (Уфа : Уфимский полиграфический комбинат)
Потеряхин, В. А. Салаватский хлеб / В. А. Потеряхин — Уфа : Реактив, 2001
Потеряхин, В. А. Мироздание : (материя, вселенная, человек) / В. А. Потеряхин. — Салават : [б. и.], 2009
- в энциклопедии «Башкирская энциклопедия»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Потеряхин Владимир Александрович //Научная мысль. Родом из Ишимбая : Сборник /сост. Г. Вахитова.- Ишимбай: МБУК ЦБС ИКБ, 2014.-44с. С.29-30.
- Город и его люди //Восход.-2010.-13 августа.-С.2.
- Раиса ЗЫКИНА. Стояние на двух льдинах, или О результатах творческого поиска учёного Владимира Потеряхина //«Республика Башкортостан» № 16 — 2005 27 января
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- С. А. Ахметов. 2017 йыл 26 апрель [https://web.archive.org/web/20170426060023/http://xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/vvedenie/8-spisok/6401-poteryakhin-vladimir-aleksandrovich архивланған. Потеряхин, Владимир Александрович]. БАШКИРСКАЯ ЭНЦИКЛОПЕДИЯ. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2013). Проверено 4 апреля 2017.
- Энциклопедия Урала 2019 йыл 28 февраль архивланған.
- Потеряхин, Владимир Александрович в Электронном каталоге Российской государственной библиотеки
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Газета «Выбор» 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.