Почта (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Почта
Нигеҙләү датаһы 1887
Атамаһы Почта
Сәнғәт формаһы хикәйә
Жанр хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 14 (26) сентябрь 1887
Первая строка Было три часа ночи.
Баҫылған Петербургская газета[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

ПочтаАнтон Павлович Чехов хикәйәһе. 1887 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1887 йылдың 14 сентябрендә «Петербург гәзите»нең 252-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылған.

Баҫмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антон Павлович Чеховтың «Почта» хикәйәһе 1887 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1887 йылдың 14 сентябрендә «Петербург гәзите»нең 252-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылған. 1890 йылда А. Ф. Маркс нәшер иткән А. П. Чеховтың әҫәрҙәр йыйылмаһына ингән «Хмурые люди» йыйынтығында ла донъя күрә.

Чехов тере саҡта серб-хорват һәм шведтелдәренә тәржемәләнә.

Тәнҡит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хикәйә яҙыусы А. И. Эртелгә бик ныҡ оҡшай, ул: «Быйыл йәй миңә Чеховтың һуңғы хикәйәләре ингән китап менән танышырға тура килде, һәм мин, Һеҙгә әйтәйем, был ҙур талант. Әҙәби «йүнәлеше» ғәҙәти үлсәү менән ҡарағанда тойомланмаһа ла, уның бик етди йөкмәткеһе бар. Һуңғы томға ингән күп хикәйәләрҙә шундай «ваҡ-төйәктең» шул тиклем көслө трагик власы күрһәтелгән — мәҫәлән «Почтальондағы» табибтың фельдшерҙың яңағына шәлтерәтеүе, —был ысынлап та төрлө йүнәлештәргә лә хас». Ошо хикәйәнән башлап Эртель А. П. Чеховты яҙыусы итеп бик юғары баһалай.

Публицист Н. К. Михайловский, хикәйәгә һылтанып, Чеховтың вайымһыҙлығына һәм темаларының нисек килде шулай алыныуына иғтибар итә. Ул: «Бер кемгә лә хикәйә йылылыҡ һәм шатлыҡ өҫтәмәй, ә шулай ҙа ундағы бәләкәй генә шөңгөрҙәр ҡыңғырауҙар менән бик тә мөләйем көлөшәләр»[1]- тип яҙа.

Тәнҡитсе П. Краснов А. П. Чехов хикәйәһендәге «һытыҡ сырайлы кешенең» күрһәтелеүен йәмғиәттә батшалыҡ ҡылған әҙәпһеҙлек һәм күңелһеҙлек менән аңлата[2].

Ф. Пактовский Чехов «Почта» хикәйәһендә «үҙ өлөштәренә бары тик мохтажлыҡ кисереү, бер киҫәк икмәкте лә ауыр эш эшләп табыу төшкән, әммә хәлдәрен яҡшыртыуға бер ниндәй ҙә өмөтө булмаған кешеләр яҙмышын һүрәтләй»[3]-тип яҙа.

Сюжет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хикәйәләге ваҡиға ҡала почта бүлексәһендә бара. Почта йөрөтөүсе Игнатьев атҡа ултырып станциялағы поезға почта менән ебәрелгән әйберҙәрҙе алып барырға йыйына. Почтала әйберҙәр ҡабул итеүсе Игнатьевтан юл ыңғайында уның студент энеһе Михайлоны ла станцияға бушлай ултыртып алып барыуын үтенә. Почта йөрөтөүсе риза була. Ҡараңғылыҡҡа ҡарамайынса, улар ситән арбаға ултырып китә. Станцияға барған юл урман аша үтә.

Юлда барғанда студент почта йөрөтөүсе менән һөйләшеп булыша, тик тегеһе бик өндәшеп бармай. Ҡаланан сыҡҡан ерҙә улар ауыр хәлгә осрай. Кырандас бер ерҙә һикертеп ебәрә, аттар ҡурҡышынан баш ташлап саба. Студент арбаға ҡаты бәрелә, ә почта йөрөтөүсе һәм уның әйберҙәре кырандастан ауып ҡала. Урмандан сыҡҡас, тройкаға егелгән аттар туҡтай. Ямсы ир төшкән сумаҙанды кырандасҡа күтәреп һала, почта ташыусы үҙ урынына менеп ултыра, һәм улар станцияға табан йәнә йүнәлә.

Cтудент йәнә почта йөрөтөүсе менән һөйләшергә тырыша, ә тегеһе: «Эй, һеҙ шул тиклем һөйләргә яратаһығыҙ икән! Өндәшмәйсә генә барып булмаймы ни инде? » - ти. Ниһайәт, улар станцияға килеп етә һәм почта поезының килеп етеүен көтә башлай.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чехов А. П. Почта // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Voir Dictionnaire Tchekhov, page 239, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
  • La Poste, traduit par Édouard Parayre, Éditions Gallimard, Bibliothèque de la Pléiade, 1970, ISBN 2-07-010550-4.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Русские ведомости», 1890, № 104, 18 апреля
  2. «Труд», 1895, № 1, стр. 207
  3. «Современное общество в произведениях А. П. Чехова». Казань, издание императорского университета, 1901, стр. 11