Превентив һуғыш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Превентив һуғыш

Превентив һуғыш (франц. préventif, от лат. praevenio — уҙыу, иҫкәртеү) — киләсәктә конфликт ҡотолғоһоҙ булғанда башланыуы мөмкин, тип иҫәпләнгән һуғыш, һәм уның төп маҡсаты — дошман яғынан агрессив ғәмәлдәрҙе иҫкәртеү.

Дошман, көстәр балансын үҙ файҙаһына үҙгәртеү маҡсатында, превентив һуғыш башлай. Превентив һуғыш менән спекуляция ҡурҡынысы янағанға, халыҡ-ара хоҡуҡ был һуғыштарҙы агрессия акты тип һанай. Һуғыш һәм агрессиямы йәки превентив ғәмәл булып торамы был, йыш ҡына аңлауы ла ауыр.

Превентив үҙһаҡланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Превентив һуғыш, фараз буйынса, ҡурҡынысы янаған сығанаҡтарға ҡаршы һөжүм тигәнде аңлата. Үҙ сиратында, асыҡтан-асыҡ ҡурҡыныс янағанда һәм ул ҡотолғоһоҙ булғанда ғына алдан алып ҡораллы һөжүм яһау мөмкинлнеге күҙаллана. «Превентив һөжүм яһау» төшөнсәһенә яҡын, атап әйткәндә, «көс ҡулланыуҙан алда өлгөрөү» йәки «алдан алып һөжүм яһау» тигән төшөнсә бар. Терминдарҙы бутарға ярамай, сөнки улар сиктәре йыш ҡына ауыр билдәләнгән, әммә төрлө төшөнсәләрҙе сағылдыра.

Үҙһаҡланыу хоҡуғы йөкмәткеһенә күптән түгел генә ике төрлө ҡараш бар ине. Әгәр ҙә БМО уставына һәм уның 51-се статьяһына ҡәтғи эйәреп аңлатҡанда, превентив һуғыш башлау халыҡ-ара хоҡуҡты боҙоу булып тора. Хәҙер инде донъя берләшмәһе илдәре хәрби көстәрен превентив тәртиптә ҡулланған осраҡтар бар.[1]

Алдан алып һаҡланыусы хоҡуҡтары яҡлылар[2] 51-се статьяны БМО эшмәкәрлеге функционирование контекстында аңлатырға кәрәк тип иҫәпләй һәм шулай уҡ ғөмүмән, үҙһаҡланыу самооборона маҡсатында һөжүмде агрессия булдырмау өсөн, БМО ҡыҫылмаҫ элек, дәүләт үҙен һаҡлау мөмкинлеген тәьмин итергә, ә һөжүм итеүсе дәүләткә ваҡыт яғынан отошло хәрәкәт һәм инициатива өҫтөнлөктәрен һәм шуның арҡаһында һөжүм итеү объекты булған илдәге хәлде тағы ла ҡатмарлаштырыу ярамай.[1]

БМО Уставы буйынса ҡораллы һөжүмгә яуап итеп, һаҡланыу хоҡуғы барлыҡҡа килә, һәм Устав тик дәүләт һөжүм ҡыла ала тип аныҡ раҫламай, был килешеү авторҙары башҡа вариантты алдан күрмәгән не предвидели.[1]

«Буш доктринаһы» тип аталған АҠШ милли именлеге стратегияһы өсөнсө вариант тәҡдим итә. 2002 йылда халыҡҡа иғлан ителгән доктринаның төп ҡануны положение АҠШ хәүефһеҙлеген «яңыса» тәьмин итеүҙе иғлан иткән. Вашингтондың тышҡы сәйәси концепцияһының үҙәк элементы — был алдан алып һөжүм итеү упреждающий/предваряющий/предвосхищающий удар, йәғни АҠШ-ҡа потенциаль ҡурҡыныс янаусы тип табылған һәр дәүләткә ҡарата уның шундай һөжүм яһау хоҡуғын нигеҙләй.[3]

Тәнҡитләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер нисә күренекле ғалим, шул иҫәптән Дж. Кунц, Ф. Джессоп, X. Лаутерпахт, Я. Броунли, Л Хенкин, Р. Аго, А. Рандельцхофер, һаҡланыу самооборона маҡсатында алдан алып һөжүм итеү мөмкинлеген инҡар итә.[1]

Ҡайһы берҙәре, профилактик һуғыш юридик яҡтан агрессиянан бер ни менән дә айырылып тормай һәм «юғары енәйәт» була, тип иҫәпләй. Дуайт Эйзенхауэр, ядро осоронда превентив һуғыш мөмкин түгел һәм бындай һуғыш идеяһына ҡаршы булырлыҡ бөтә нигеҙ бар, тип уйлаған полагал[4]. Ноам Хомский, превентив һуғыш Нюрнбергта хөкөм ителгән «ғәҙәттән тыш енәйәт», тип фекер йөрөтә[5].

Превентив һуғыш миҫалдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1756 йылда Бөйөк Фридрих, ҙур коалиция булдырылыуы тураһында мәғлүмәт алғандан һуң, превентив тип атарлыҡ, Ете йыллыҡ һуғыш башлай.[6]

1859 йылда Австрия империяһы Пьемонтҡа ҡаршы, Италия берләшеүенә ҡамасаулау маҡсатында, һәм 1914 йылда Австро-Венгрияның көсөн алған бөйөк серб хәрәкәтен еңер өсөн, йәнәһе, һаҡланыу маҡсатында, Сербияға ҡаршы алдан алып һуғыш башлай.

Өсөнсө рейх, һәр илгә вәхшиҙәрсә баҫып ингән һайын, рәсми аңлатмаларында һөжүмдең превентивлығы тураһындағы фаразын тылҡыған. 1939—1940 йылдарҙа нацистик пропаганда, Өсөнсө рейхты инглиздәрҙең «Солғап алыу сәйәсәте» ҡотҡоһо һуғыш башларға мәжбүр итте, тип раҫлаған. Национал-социализмға ҡаршы «тәре походтары» яҡлы идеологияһы өсөн Ф. Рузвельтты ла ғәйепләгәндәр. Шулай уҡ 1941 йылдың 22 июнендә Советтар Союзына һөжүм итеүҙе лә герман властары, йәнәһе, совет ғәскәренең сик буйында тупланған булыуына ҡарата превентив сара булды, тип иғлан иткән. Нюрнберг процесы ваҡытында, атап әйткәндә, Риббентроп был фаразды яҡлауын дауам иткән. Әммә бындай белдереүҙәрҙең ысын юридик нигеҙһеҙ булыуын донъя берләшмәһе Нюрнберг процесында уҡ кире ҡаҡты.[7]

1990 йылдар башында Германияның СССР-ға ҡаршы превентив һуғышы тураһындағы тезис ҡайһы бер рәсәй тарихсылары һәм публицистары араһында таралыу алды. Шул уҡ ваҡытта был авторҙың фекере буйынса, Сталиндың Гитлерға ҡаршы планлаштырылған һуғышы үҙе лә шулай уҡ превентив булыр ине. Был тезис күп кенә тарихсылар тарафынан шик аҫтына ҡуйыла йәки кире ҡағыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Пашина, 2010
  2. (Д. Боуэтт, Дж. Стоун, М. МакДугал, X. Уолдок, С. Швебель, О. Шахтер, Р. Хиггинс, М. Шоу, Б. Тузмухамедов и др.)
  3. Уткин, 2005
  4. Dwight D. Eisenhower — Wikiquote
  5. Preventive War ‘the Supreme Crime’
  6. Свечин, 1926
  7. Куманев Г. А. Советско-германский пакт о ненападении и его последствия // Мир и Политика : журнал. — 2011. — № 8 (59).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]