Призрен географияһы
| Призрен географияһы | |
| Дәүләт |
|
|---|---|

Призрен ҡалаһы Балҡан ярымутрауында Көньяҡ Метохияла Шар-Планин тауҙары итәгендә урынлашҡан. Сербияның административ-территориаль бүленеше буйынса Сербияның Косово һәм Метохия автономиялы крайы Призрен округының административ үҙәге булып тора. Өлөшләтә танылған Косово Республикаһының административ-территориаль бүленешенә ярашлы, ҡала ғәмәлдә Косово Республикаһының Призрен округының административ үҙәге.
Призрен общинаһы Албания һәм Македония Республикаһы менән сиктәш. Ҡала Серб империяһының баш ҡалаһы булған.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Призрен общинаһының майҙаны 640 км² (Косово территорияһының 5,94 %)[1] Һәм Косовоның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан, уға 220 776 кеше йәшәгән 76 ауыл инә, шуларҙың 110 000-гә яҡыны Призрендә йәшәй[2].
Призрен общинаһының иң күп халыҡ йәшәгән ауылдары:
Географик яҡтан яҡшы урынлашыуы, тәбиғәте, тарихи һәм мәҙәни мираҫ объекттары Призрен общинаһында туризмдың нигеҙен тәшкил итә[4].
Призрен рельефы, дөйөм алғанда, убалы. Бейеклеге 300-ҙән 2600 м тиклем тирбәлә. Ҡала үҙәге тигеҙлектә урынлашҡан, ә общинаның көнбайыш һәм бигерәк тә көнсығыш ситендә убалар бик күп.
Призрен общинаһындағы урмандар эндемик үҫемлектәргә бай. Гельдрих ҡарағайы үҫә[5].
Призрен общинаһының дөйөм майҙаны 63 986 гектар тәшкил итә. Шуларҙың 53 % — ауыл хужалығы ерҙәре, 39 % — урман, 8 % — башҡалар.
Йылғалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Призрен общинаһында иң ҙур йылға — Аҡ Дрин (175 км). Призрен ҡалаһы үҙәге аша ағыусы Призренска-Бистрица — ҡыҫҡараҡ (18 км). Общинаның бөтә йылғалары Аҡ Дрин бассейнына ҡарай. Топлуга йылғаһы ташҡын хәүефе менән янай[6].
Сиктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Призрен общинаһы Джяковица, Ораховац, Штрпце, Сува-Река, Драгаш общиналары һәм Албания, Македония Республикаһы менән сиктәш.
Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Призрен общинаһының климаты төрлө. Түбәнлектәрҙә Урта диңгеҙ климаты йоғонтоһо көслө, һәм йәйге айҙар бик эҫе. Таулы райондарҙа альп климаты өҫтөнлөк итә, хатта июнь айында ла ҡайһы бер урындарҙа ҡар ята.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Prizren’s Surface https://kk.rks-gov.net/prizren/getattachment/03ac2853-7597-425f-a258-70a3fea221da/Plani-Zhvillimor-Komunal-i-Prizrenit-Faza-I.aspx 2013 йыл 2 октябрь архивланған. pg24
- ↑ Inhabitants information http://kk.rks-gov.net/prizren/City-guide/Geography.aspx 2017 йыл 17 март архивланған.
- ↑ Popular villages https://kk.rks-gov.net/prizren/getattachment/03ac2853-7597-425f-a258-70a3fea221da/Plani-Zhvillimor-Komunal-i-Prizrenit-Faza-I.aspx 2013 йыл 2 октябрь архивланған. pg26
- ↑ Geographical position https://kk.rks-gov.net/prizren/getattachment/03ac2853-7597-425f-a258-70a3fea221da/Plani-Zhvillimor-Komunal-i-Prizrenit-Faza-I.aspx 2013 йыл 2 октябрь архивланған. pg93
- ↑ Forest Surfaces https://kk.rks-gov.net/prizren/getattachment/03ac2853-7597-425f-a258-70a3fea221da/Plani-Zhvillimor-Komunal-i-Prizrenit-Faza-I.aspx 2013 йыл 2 октябрь архивланған. pg 49
- ↑ Toplluha River https://kk.rks-gov.net/prizren/getattachment/03ac2853-7597-425f-a258-70a3fea221da/Plani-Zhvillimor-Komunal-i-Prizrenit-Faza-I.aspx 2013 йыл 2 октябрь архивланған. pg47