Эстәлеккә күсергә

Призрен университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Призрен университеты
Исеме

Universiteti i Prizrenit "Ukshin Hoti"

Халыҡ-ара исеме

University of Prizren

Асылған йылы

1962 (2010)

Студенттар

яҡынса 10000

Уҡытыусылар

197

Урынлашыуы

Призрен, Косово Республикаһы

Сайт

uni-prizren.com

Призрен университеты — Косовоның Призрен ҡалаһында урынлашҡан дәүләт университеты. Уға 1962 йылда юғары педагогия институты булараҡ нигеҙ һалына. Ул 2010 йылда хәҙерге исемгә үҙгәртелә.

Призрен университеты 1962 йылда эшләй башлаған юғары педагогия институты нигеҙендә ойошторола. Университетта уҡыуҙың әлеге формаһы 2010 йылда башлана. Призрен университеты Призрен округын һәм Косово Республикаһын хеҙмәтләндерә. Уның уҡытыусылары үҙҙәрен төбәктәге һәм Европалағы башҡа уҡыу учреждениелары менән сағыштырыу, уҡытыу сифатын күтәреү һәм статусын нығытыу өсөн йыш ҡына үҙҙәренең квалификацияһын күтәреп тора[1][2]. Университетта уҡытыу башлыса албан телендә бара, ә мәғариф факультетында шулай уҡ босний һәм төрөк телдәре тәҡдим ителә.

  • Иҡтисад факультеты
    • Бизнес менән идара итеү
    • Халыҡ-ара менеджмент
  • Юридик факультеты
    • Юриспруденцияһы
  • Компьютер фәндәре факультеты[3]
    • Программа тәьминәтен эшләү
    • Мәғлүмәт технологиялары
  • Мәғариф факультеты
    • Башланғыс мәктәп программаһы
    • Мәктәпкәсә белем биреү программаһы
  • Филология факультеты[4]
  • Тәбиғәт һәм экология фәндәре факультеты[5]
    • Агросәнәғәт комплексы
    • Урман хужалығы һәм экология
  1. Thaçi: Universiteti i Prizrenit shembull i mirë i Kosovës (алб.). Дата обращения: 13 июнь 2018. Архивировано 12 август 2020 года.
  2. Universiteti i Prizrenit arrin marrëveshje bashkëpunimi (алб.) (недоступная ссылка история). Дата обращения: 13 июнь 2018.
  3. Faculty of Computer Science (алб.). Дата обращения: 13 июнь 2018. Архивировано 26 октябрь 2020 года.
  4. Faculty of Philology. Дата обращения: 13 июнь 2018. Архивировано из оригинала 13 июнь 2018 года.
  5. Faculty of Life and Environmental Sciences. Дата обращения: 13 июнь 2018. Архивировано из оригинала 20 сентябрь 2020 года.