Приход училищеһы йорто (Новочеркасск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Приход училищеһы йорто
Ил Рәсәй
Адресы Новочеркасск, Пушкин урамы, 26
Архитектура стиле кирбес стиле
Нигеҙләнгән 1885 йыл
Статус төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты

Приход училищеһы йорто  — иҫтәлекле урын һәм төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһында Пушкин урамындағы 26-сы йорт. Йорт XIX быуат аҙағында төҙөлгән һәм беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған. Йортҡа һаҡлаусы статус халыҡ депутаттарының Ростов өлкәһе Советының 1992 йылдың[1] 17 декабрендәге 325-се ҡарары нигеҙендә бирелгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1885 йылда Новочеркасск ҡалаһында төҙөлгән айырым йорт бар, ул һуңғараҡ ҡалала приход училищеһы булараҡ билдәлелек ала. Башта өй тол ҡалған казак ҡатыны Анна Никифоровна Борисованың милке була. Һуңынан йортҡа казак ҡатын Анна Михайловна Похлебина эйә була. Йортто уҡыу йорттары ихтыяжы өсөн файҙаланалар, ул ҡуртымға бирелә. Иң беренсе уны ҡуртымға алыусы уҡыу йорто приход училищеһы була. Приход училищеһы ҡалала беренсе башланғыс училище була.
Ҡалала башҡа уҡыу йорттары барлыҡҡа килә башлағас, приход училищеһы үҙенең исемен үҙгәртә башлай. Тәүҙә ул Үрге Новочеркасск училищеһы тип атала, унан һуң Беренсе приход училищеһы тигән исем йөрөтә. Был уҡыу йортонда Николаевск сиркәүе мәхәлләһе балалары уҡый. Училище йыл һайын 150 уҡыусы ҡабул итә, улар бушлай белем алалар. Йыл һайын уҡыу йорто ихтыяждарына 2450 һум аҡса талап ителә. Был аҡсаны Дон ғәсҡәрҙәре һәм Новочеркасск станицаһының маҡтаулы попечителе бүлә.
XX быуат башында был йортта Икенсе ҡатын-кыҙҙар прогимназияһы асыла, ә училище икенсе бинаға күсә. 1912 йылда йортто Икенсе ҡатын-кыҙҙар юғары училищеһы итеп яраҡлаштыралар. Училищеға ҡыҙҙар, башланғыс мәктәптә белем алғандан һуң, арифметика, әҙәбиәт, урыҫ теле, ҡул эштәре, һыҙым, рәсем һәм башҡа күп кенә предметтарҙы өйрәнеү өсөн бара алалар. Унан һуң мәктәптә беренсе баҫҡыс Өсөнсө совет хеҙмәт мәктәбе (башланғыс) урынлаша.
1930-сы йылдарҙа был мәктәп завод-фабриканың 15-се ете йыллыҡ мәктәбе булып китә. 1933 йылда ул тулы булмаған урта мәктәп тип атала, унда шулай уҡ 7 йыл уҡыталар.
1944 йылдан башлап, киске ваҡытта был бинала 1-се эшсе йәштәр мәктәбе дәрестәре үтә, ә 1949 йылдан башлап был бина тик ошо уҡыу йорто ихтыяжы өсөн генә файҙаланыла. 2011 йылға тиклем приход училищеһы бинаһында 1-се киске дөйөм белем биреү мәктәбе урынлаша, аҙаҡ ул икенсе бинаға күсә, ошонан һуң 4 йыл дауамында йорт файҙаланылмай тора.
2015 йылда унда психолог-педагог, медицина һәм социаль ярҙам күрһәтеү Үҙәге «Гармония»[2] урынлаша

Һүрәтләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йорт кирбестән һалынған. Беренсе ҡат һәм өлөшләтә икенсе ҡат стенаһының тышҡы йөҙө эшкәртелмәгән тура дүртмөйөшлө таштар менән көпләнгән. Ҡат ара бүлкәт беренсе һәм икенсе ҡатҡа бүлеү хеҙмәтен үтәй. Икенсе ҡатта тәҙрәләр ярымтүңәрәк тәҙрә башы менән тамамлана, беренсе ҡатта — йәйәгә оҡшаған аркалы тәҙрә башы[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Объект культурного наследия 2017 йыл 28 февраль архивланған.
  2. 2,0 2,1 На службе у образования 2017 йыл 21 февраль архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «На службе у образования» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән