Приштина университеты
| Приштина университеты | |
| University of Prishtina logo.svg | |
| University of Pristina - Faculty of Philology 2.JPG | |
| Исеме |
алб. Universiteti I Prishtinës |
|---|---|
| Халыҡ-ара исеме |
University of Pristina |
| Асылған йылы |
1969 |
| Үҙгәртеп ҡоролған йылы |
1999 |
| Студенттар |
38 974 (2017) |
| Уҡытыусылар |
1 403 |
| Сайт | |
Приштина университеты (алб. Universiteti I Prishtinës) — дәүләт юғары белем биреү учреждениеһы, Приштинала, Косовола урынлашҡан.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Приштина университеты Косовола иң ҙур юғары уҡыу йорто. Ул Европа университеттары ассоциацияһына инә һәм Көнбайыш Европа һәм Америка университеттары һәм институттары менән бәйләнеш тота[1][2][3][4]. Бынан тыш, Приштина университеты Европалағы бөтә албан телле университеттар араһында Webometrics рейтингында иң юғары урынды биләй[5].
Приштина университетының Косовоның башҡа ҡалаларында ла филиалдары бар[6].
Бында уҡыу йылы 1 октябрҙән 30 сентябргә тиклем дауам итә һәм йылына ике семестрҙан тора. 1980 йылда 19 йәшкә тиклемге йәштәр Косово халҡының 50 проценттан ашыуын тәшкил итә, шуға ла уның һәр өсөнсө кешеһе йә мәктәп уҡыусыһы, йә университет студенты. Косоволағы юғары уҡыу йорттары студенттары һаны Югославияның башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда ҡырҡа артыҡ, 1958/1959 уҡыу йылында уларҙың һаны 149 кеше булһа, 1975/1976 йылдарҙа 35 706 кешегә тиклем арта[7]. 8 334 (98,3 %) студент Косовонан, 413 (1 %) Прешево, Медведжя һәм Буяновац общиналарынан, 99 (0,25 %) Черногориянан, 56 (0,14 %) Төньяҡ Македониянан, 49 (0,12 %) Албаниянан һәм 23 (0,06 %) башҡа илдәрҙән[8].
Приштина университетында йыл һайын 5000-гә яҡын студент бакалавр дәрәжәһен һәм 1000-гә яҡын магистр дәрәжәһен ала, уларҙың күбеһе — социаль һәм гуманитар фәндәр өлкәһендә[8]. Приштина университетына нигеҙ һалынғандан алып уны 70 000-дән ашыу кеше тамамлай[9].
Европаның башҡа университеттарынан айырмалы рәүештә, Приштина университеты факультеттарҙың ирекле ассоциацияһы булып тора, уларҙың һәр береһе юридик автономиялы статусҡа һәм административ структураға эйә. Бөтә донъя банкы вәкилдәре ойошманың был формаһын программаларҙы артыҡ ҡабатлауға тип тәнҡитләй[10].
Факультеттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Философия факультеты
- Математика һәм тәбиғи фәндәр факультеты
- Филология факультеты
- Юридик факультет
- Иҡтисад факультеты
- Төҙөлөш һәм архитектура факультеты
- Электротехника һәм иҫәпләү техникаһы факультеты
- Механика-машиналар эшләү факультеты
- Медицина факультеты
- Гуманитар һәм математика фәндәре бүлеге
- Ауыл хужалығы һәм ветеринария факультеты
- Ер һәм технология фәндәре факультеты
- Спорт фәндәре факультеты
- Педагогия факультеты
- Ғәмәли фәндәр һәм бизнес факультеты, Печ
- Ғәмәли фәндәр һәм техника факультеты, Косовска-Митровица
- Ғәмәли фәндәр һәм техника факультеты, Урошевац
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ University of Iowa’s page about archeological and otherwise cooperation with University of Pristina 2008 йыл 19 апрель архивланған., uiowa.edu
- ↑ International Center on Responses to Catastrophes at the University of Illinois at Chicago: HIV, mentions its cooperation with the University of Pristina 2008 йыл 13 май архивланған., uic.edu
- ↑ Dartmouth College: The Dartmouth Initiative in Global Health and Healthy Development, discusses cooperation with the University of Pristina School of Medicine in Pristina, Kosovo 2008 йыл 24 февраль архивланған., dartmouth.edu
- ↑ University of Pristina’s Human Rights Centre, established in 2000, after Serbia lost control of the University, located in Pristina, now the capital of Republic of Kosovo, affiliated university with HUMSEC, human rights project of the European Commission 2016 йыл 3 март архивланған., HUMSEC — European Commission, Graz, Austria
- ↑ Europe Ranking Web of Universities. Дата обращения: 6 февраль 2022. Архивировано 30 май 2018 года.
- ↑ Overview. UniRank. Дата обращения: 6 февраль 2022. Архивировано 6 февраль 2022 года.
- ↑ Kostovicova Denisa. Kosovo: The Politics of Identity and Space. — Psychology Press. — ISBN 9780415348065. Архивная копия от 13 декабрь 2021 на Wayback Machine
- 1 2 Statistikat e Arsimit në Kosovë (алб.). Kosovo Agency of Statistics. Дата обращения: 6 февраль 2022. Архивировано 3 июнь 2021 года.
- ↑ Statistics on the Homepage (алб.). University of Pristina. Дата обращения: 6 февраль 2022. Архивировано 6 февраль 2022 года.
- ↑ Kosovo: Economic and Social Reforms for Peace and Reconciliation. — World Bank, 2001. — P. 114. — ISBN 0-8213-4942-2.