Эстәлеккә күсергә

Приштина халыҡ-ара аэропорты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Приштина халыҡ-ара аэропорты
алб. Aeroporti Ndërkombëtar i Prishtinës "Adem Jashari"
сер. Međunarodni Aerodrom u Prištini "Adem Jašari"
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Приштина һәм Адем Яшари[d]
Дәүләт  Косово
Административ-территориаль берәмек Липлян[d] һәм Косово-Поле[d]
Сәғәт бүлкәте Europe/Tirane[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 545 метр
Хужаһы Косово
Хеҙмәтләндереүсе Limak Kosovo International Airport J.S.C[d]
Рәсми асылыу датаһы 1965
Смежное здание Slatina Air Base[d]
Пассажирҙар ағышы 2 994 550[1]
Хеҙмәтләндерелгән ҡала Приштина[2]
Рәсми сайт limakkosovo.aero
Ҡулланыу статусы ҡулланыла[d]
Контрольная точка аэродрома 42°34′22″ т. к. 21°02′09″ кс. о.HGЯO
Осоу-ултырыу һыҙаты 17/35
ИАТА аэропорты коды PRN
ИКАО аэропорты коды BKPR
Карта
 Приштина халыҡ-ара аэропорты Викимилектә

Адема Яшари исемендәге Приштина халыҡ-ара аэропорты (алб. Aeroporti Ndërkombëtar i Prishtinës Adem Jashari; сер. Међународни аеродром Приштина, (ИАТА: PRN, ИКАО: BKPR)) — өлөшләтә танылған Косово Республикаһының баш ҡалаһы Приштинанан көньяҡ-көнбайышҡа табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан халыҡ-ара аэропорт.

Перрондан терминалға күренеш

Осоу-ултырыу һыҙатының оҙонлоғо — 2500 метр. Күп кенә боролоу юлдары, техник, ремонт, торлаҡ ҡоролмалары һәм ангарҙар бар. Аэропорт заманса самолёттарҙың бөтә төрөн дә ҡабул итә ала.

Приштина халыҡ-ара аэропорты аша тиҫтәләрсә меңгә яҡын рейс башҡарыла. 2019 йылда аэропорт 2,37 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндерә. 2008 йыл йомғаҡтары буйынса аэропорттың килеме 25 млн евро тәшкил итә[3].

Аэропорт менән 35 авиакомпания хеҙмәттәшлек итә, утыҙ төрлө йүнәлеш буйынса осоштар башҡарыла[4].

Приштина халыҡ-ара аэропортының бер өлөшө KFOR ғәскәрҙәре тарафынан хәрби авиабаза (ингл. Slatina Air Base) итеп ҡулланыла[5]. Хәрби терминал аэропорттың граждан секторынан алыҫлыҡта һәм күпселек өлөшө аэропорттың аэродром комплексының көнсығыш секторының ер аҫты ҡоролмаларында урынлашҡан[6][7].

Аэропорт бинаһы һәм фонтан

Аэропорт 1965 йылда төҙөлә һәм 1990 йылға тиклем урындағы авиалиниялар өсөн аэропорт статусына эйә булған, унан Белградҡа авиарейстар башҡарылған. 1990 йылда аэропортҡа халыҡ-ара статус бирелә һәм Слатина аэропорты (тәүге атамаһы) Швейцарияға һәм Германиянан даими рейстар ҡабул итә һәм уларға оҙата башлай.

1999 йылдың мартынан 1999 йылдың 15 октябренә тиклем аэропорт хәрби аэродром булараҡ ҡулланыла. 1999 йылдың 15 октябренән пассажир авиарейстары тергеҙелә.

Сербия менән Косово араһындағы бәхәс дауам иткәнлектән, Приштина халыҡ-ара аэропортына осоштарға һәм унан Сербия эске эштәр идаралығынын, атап әйткәндә, SMATSA-ның Сербия һауа киңлеге аша осорға рөхсәт бирмәүе йоғонто яһай. Был, ахыр сиктә, осош траекторияһының Сербия территорияһын урап үтеүенә килтерә, ә Приштинаға Албания йәки Македония һауа киңлеге аша осорға тура килә.

2011—2013 йылдарҙа аэропорт итеп үҙгәртеп ҡорола. Майҙаны 42 мең квадрат метрлыҡ яңы терминал, диспетчер вышкаһы төҙөлә, шулай уҡ юл һәм парковка инфраструктураһы үҙгәртеп ҡорола. Яңы аэропорт йыллыҡ пассажирҙар ағымын 2 миллиондан 5 миллионға тиклем арттырырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ аэропорт бинаһына инеү урынында Адем Яшариҙың йөҙөн һынландырыусы скульптура рәүешендәге фонтан эшләй[8][9].

2025 йылда аэропорт 4,6 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндерә, 29962 рейс башҡара[10].

Аэропорт НАТО-ның Югославияға ҡаршы һуғышы ваҡытында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1999 йылдың апрелендә бомбаға тотолғандан һуң Слатина аэродромының хәрби ангарҙары
В. В. Путин Рәсәй десантсылары оҙатыуында Слатина аэропорты майҙансығында, 2001 йылдың июне

НАТО-ның Югославияға ҡаршы һуғышы ваҡытында аэропортта Югославия Союздаш Республикаһының хәрби-һауа көстәренең 83-сө истребитель авиаполкы урынлаша. Ул бер генә хәрби осош та яһай алмай, ләкин НАТО авиацияһының һөжүменән ауыр юғалтыуҙар кисерә (полктың һуғыш аҙағына 37 МиГ-21 самолетының 12-һе генә ҡала) һәм шуның өсөн тарҡатыла[11].

Слатина аэропорты стратегие яҡтан мөһим объект була, сөнки НАТО ғәскәрҙәре БМО-ның Именлек Советының 1244-се резолюцияһын үтәү өсөн Косовоға байтаҡ ғәскәрҙәр ебәрергә планлаштыра. Аэропортты контролдә тотоу 1999 йылдың 12 июнендә тамамланырға тейеш була. Әммә 1999 йылдың 11 июненән 12 июнгә ҡараған төндә Слатина аэропортын Рәсәй десантсылары батальоны биләй, Босниялағы Рәсәй базаһынан Косовоға тиклем марш-бросок яһай, 7,5 сәғәт эсендә 600 км-ҙан ашыу ара үтә[12]. Был операцияның бөтә шарттары әлегә тиклем сер итеп һаҡлана[13][14].

Йүнәлештәр һәм авиакомпаниялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Авиакомпаниялар Йүнәлештәр
Словения Adria Airways Любляна, Мюнхен, Франкфурт-на-Майне
Австрия Austrian Airlines Вена
Швейцария Chair Airlines Женева, Цюрих
Төркиә Corendon Airlines Анталья
Бөйөк Британия easyJet Базель, Берлин, Женева
Швейцария Edelweiss Airlines Цюрих
Германия Eurowings Базель, Гамбург, Ганновер, Дюссельдорф, Женева, Кёльн, Мюнхен, Штутгарт
Төркиә Onur Air Анталья
Греция Orange2fy Базель, Верона, Дюссельдорф
Норвегия Norwegian Air International Копенгаген, Осло, Хельсинки
Төркиә Pegasus Airlines Стамбул
Швейцария Swiss Женева, Цюрих
Германия TUIfly Брюссель
Төркиә Turkish Airlines Стамбул
Венгрия Wizz Air Базель, Будапешт, Дортмунд, Лондон-Лутон, Мемминген
  1. https://www.exyuaviation.com/2023/01/pristina-airport-handles-close-to-three.html
  2. https://store.aci.aero/wp-content/uploads/2018/05/2014_Traffic_Report_sample.xlsx
  3. Косово продает свой единственный международный аэропорт. Дата обращения: 22 декабрь 2010. Архивировано из оригинала 13 сентябрь 2009 года.
  4. Косово сложило крылья. Дата обращения: 22 декабрь 2010. Архивировано 11 ноябрь 2011 года.
  5. ингл. Slatina Air Base
  6. Схема аэропорта «Слатина». Дата обращения: 27 ғинуар 2011. Архивировано 18 июль 2011 года.
  7. Авиабаза «Слатина» (YouTube.com). Дата обращения: 1 октябрь 2017. Архивировано 4 июнь 2017 года.
  8. UPDATED Pristina Airport opens new terminal. EX-YU Aviation News (23 октябрь 2013). Дата обращения: 16 апрель 2026.
  9. Pristina Adem Jashari International Airport. Limak. Дата обращения: 16 апрель 2026. Архивировано 16 ноябрь 2025 года.
  10. Hodo, Genta Pristina airport passenger numbers rise 12% in 2025 | Kosovo News | SeeNews (ингл.). seenews.com (6 февраль 2026). Дата обращения: 16 апрель 2026.
  11. Михаил Никольский. Военно-воздушные силы и войска ПВО Сербии. Авиация и космонавтика, № 9, 2007.
  12. Бросок на Косово 2011 йыл 4 октябрь архивланған.
  13. Интервью Президента Республики Ингушения Ю. Б. Евкурова телеканалу «Вести», июнь 2009 г. Дата обращения: 29 ғинуар 2011. Архивировано 5 декабрь 2010 года.
  14. Видео версия интервью Президента Республики Ингушения Ю. Б. Евкурова телеканалу «Вести», июнь 2009 г. Дата обращения: 29 ғинуар 2011. Архивировано 7 ноябрь 2012 года.