Проект:АХБ төҙәтеү/Аҡай яуы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Mail-mark-junk red.svg

«Аҡай яуы»башҡорт ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы, хикәйәт.

Тасуирлама[вики-тексты үҙгәртергә]

Әҫәр прозаик формаға эйә.

Әхмәтзәки Вәлидов фаразы буйынса, 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарында ҡатнашыусы, башҡа сығанаҡтарға ярашлы — шаһиты тарафынан яҙылған.

Хикәйәт Аҡай Күсемов етәкселегендәге ихтилалға һәм унан һуңғы ваҡиғаларға арналған.

Әҫәрҙең башында Күсем Түләкәев етәкселегендә «барлыҡ дүрт даруға (юл)» башҡорттарының тыныс һәм бәхетле тормошо һүрәтләнә. Күсем вафат булғандан һуң, Аҡай батырҙың аттарын урлайҙар. Бурҙарҙың береһе батша властарына йәнәһе Аҡай «уларҙың ауылында күп һанлы отряд менән килеп сығып, тыныс халыҡты бөлдөргән» тип ялынған. «Кенәз» Александр Румянцев башлығында Аҡай батырҙың ауылына ғәскәр йүнәлтелә. Күрһәткән ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, батыр ҡулға алынған. Башҡорттар ғәскәр туплап, Аҡайҙы ҡайтарыуҙы һәм биләмә сиктәрен боҙмауҙы талап итәләр. Әммә властар кире ҡаҡҡас, ҡораллы көрәшкә күтәрелә. Ҡанлы ихтилалдар бер нисә тапҡыр крайҙа тоҡана, ләкин каратель отрядтары тарафынан баҫтырыла.

Хикәйәт авторы баш күтәреүселәрҙе эҙәрлекләүҙе һәм язалауҙы, башҡорт ауылдарын юҡ итеүҙе һәм башҡа ваҡиғаларҙы реаль итеп тасуирлай. Әҫәрҙә шулай уҡ рәсми документтарҙа теркәлмәгән хәрби хәрәкәттәр һүрәтләнә. Генерал-лейтанант А. В. Румянцев, Күсем Түләкәев, Килмәк абыҙ һәм башҡа тарихи шәхестәрҙең исемдәре телгә алына.

Әҙәбиәт[вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[вики-тексты үҙгәртергә]