Эстәлеккә күсергә

Проект:АХБ төҙәтеү/Ибраҡов Миңнулла Шәйәхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ибраҡов Миңнулла Шәйәхмәт улы (15 август 1943 йыл) — инженер-технолог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1994), СССР-ҙың почётлы химигы (1989)[1].

Биографияһы

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Миңнулла Шәйәхмәт улы Ибраҡов БАССР‑ҙың Ауырғазы районы Иҫке Төрөмбәт ауылында (хәҙерге БР‑ҙың Ауырғазы районы Дүртөйлө ауылы) тыуған.

1965 йылда Өфө химия заводына эшкә урынлаша. 1966 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы "Каустик" заводына (һуңынан "Каустик" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте) эшкә инә.

1973 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.

"Каустик" заводында 2003 йылға тиклем эшләй. 1973 йылдан башлап цех начальнигы була, 1977 йылдан — производство начальнигы, 1996 йылдан — техник тикшереү бүлеге начальнигы, сифат буйынса баш инженер урынбаҫары. 2001 йылда "Каустик"тың стратегик фәнни‑техник мәғлүмәт бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә. Был предприятиела Ибраҡов 2003 йылға тиклем эшләй.

Миңнулла Ибраҡов дихлорэтан пиролизы ысулы менән винилхлорид етештереүҙә, поливинилхлорид етештереүҙе тергеҙеүҙә, шулай уҡ уның нигеҙендә плёнкалар етештереүҙе үҙләштереүҙә ҡатнаша.

Миңнулла Ибраҡов — 12 уйлап табыу авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[сығанаҡты үҙгәртеү]

1994 — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы;

1989 — СССР-ҙың почётлы химигы;

1990 — СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты[2].

Һылтанмалар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/3614-ibra-ov-mi-nulla-sh-j-khm-t-uly