Проект:АХБ төҙәтеү/Рамаҙанов Айрат Шәйхулла улы
Фараз буйынса, был мәҡәлә йәки уның бүлеге авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа. |
Айрат Шәйхулла улы Рамаҙанов | |
Тыуған көнө |
24 февраль 1953 (71 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
геофизика |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
техник фәндәр докторы |
Награда һәм премиялары | |
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Айрат Рамаҙанов |
Рамаҙанов Айрат Шәйхулла улы (24 февраль 1953, Ҡалмашбаш, Саҡмағош районы, БАССР) — СССР һәм Рәсәй физигы, геофизик һәм уҡытыусы. Техник фәндәр докторы (2005). Рәсәйҙең почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985), ВДНХ бронза миҙалы менән бүләкләнгән.
Биографияһы
[сығанаҡты үҙгәртеү]Рамаҙанов Айрат Шәйхулла улы 1953 йылдың 24 февралендә Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районының Ҡалмашбаш ауылында тыуа. Шунда уҡ 1970 йылда урта мәктәпте тамамлай.
1975 йылда яҡшы билдә менән Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлай. Шул йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем БДУ-ла уҡытыу эшен алып бара. Әлеге ваҡытта «Ер һәм планеталар физикаһы» һөнәре буйынса дисциплиналарҙы алып бара.
1987 йылда доцент ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була. 2005 йылда Айрат Рамаҙанов техник фәндәр докторы исемен яҡлай.
1985 йылда — СССР-ҙың уйлап табыусыһы, 2009 йылда Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре исемдәре менән бүләкләнә.
Рамаҙановтың ғилми тикшеренеүҙәре туйынған күҙәнәкле мөхиттәрҙәге термогидродинамик процестарҙы өйрәнеүгә, математик модель әҙерләүгә һәм геофизик тикшеренеүҙәрҙең һығымталарын автоматлаштырып эшкәртеүгә бағышланға. Рамаҙанов Айрат Шәйхулла улы ҡарамағында нефть ҡатламдарын термогидродинамик өйрәнеү юлының теоретик нигеҙҙәре уйлап табыла.
Рамаҙнов етәкселегендә нефть һәм газ ҡатламдарын гидродинамик тикшереү һөҙөмтәләрен автоматлаштырылған ысул менән эшкәртеү һәм интерпретациялау өсөн «Гидрозонд» системаһы яһала. Был система Рәсәй Федерацияһының, Беларусь һәм Ҡаҙағстан геофизика предприятиеларында әүҙем рәүештә эшләтелә.
Айрат Шәйхулла улының 150 тирәһе ғилми эше һәм 18 уйлап табыуы бар.
Ғилми хеҙмәттәре
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Термические исследования при компрессорном освоении нефтяных скважин. Өфө, 1992 (авторҙ.)
- Термометрия пластов с многофазными потоками. Өфө, 1998 (авторҙ.)
Наградалары һәм исемдәре
[сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985)
- Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының почётлы грамотаһы (2003)
- Рәсәйҙең почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009)
- ВДНХ бронза миҙалы
Һылтанмалар
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Р.Ғ. Ғилманов тәрж. Рамаҙанов Айрат Шәйхулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- БДУ сайтында Айрат Рамаҙанов тураһында
- Алфавит буйынса педагогтар
- Алфавит буйынса физиктар
- Алфавит буйынса уйлап табыусылар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары
- XX быуат уйлап табыусылары
- XXI быуат уйлап табыусылары
- XX быуат педагогтары
- XXI быуат педагогтары
- XX быуат физиктары
- XXI быуат физиктары
- СССР-ҙың уйлап табыусылары
- Рәсәйҙең уйлап табыусылары
- СССР физиктары
- Рәсәй физиктары
- СССР педагогтары
- Рәсәй педагогтары
- Башҡортостан уҡытыусылары
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре