Проект:АХБ төҙәтеү/Убыр
Фараз буйынса, был мәҡәлә йәки уның бүлеге авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа. Бәлки, уның эстәлеге http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8 сайтынан ғәмәлдә үҙгәртеүһеҙ күсерелгән.
Зинһар, самаланған сығанаҡтың Интернет Архивында килеп сығыу датаһын тикшерегеҙ һәм мәҡәләгә индерелгән үҙгәртеүҙәрҙең датаһы менән сағыштырығыҙ. Әгәр ҙә һеҙ улай түгел тип иҫәпләһәгеҙ, был мәҡәләнең фекер алышыу битендә үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе яҙып ҡалдырығыҙ. Әгәрҙә һеҙ автор, тексты ҡулланыу өсөн рөхсәтте кәрәкле рәүештә алығыҙ. Ҡағиҙәләр боҙоуҙы табыусыға: Зинһар, был хәбәрҙе урынлаштырығыҙ {{subst:nothanks cv|pg=АХБ төҙәтеү/Убыр|url=http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/14635-ubyr}} – ~~~~ мәҡәләгә ошо материалды өҫтәгән ҡатнашыусы менән һөйләшеүгәПоследнее изменение сделано участником Рөстәм Нурыев (вклад, журналы) в 16:34 UTC (818707 минут назад). Администраторам: ссылки сюда, история, журналы, удалить. Мәҡәләнең авторына: Авторлыҡ хоҡуҡтары, Рөхсәт алыу, Нимә эшләргә? |
АХБ төҙәтеү/Убыр |
Убыр — мифик зат, әкиәт персонажы. Мәскәй менән тиң яуыз йән. Төрки халыҡтар — башҡорт, татар, мишәр, себер татарҙары мифлогияһында осрай.
Этимология[вики-тексты үҙгәртергә]
(дөйөм төрки телдәге оbur һүҙенә барып тоташа, оp ‘һурыу’, ‘йотоу’)
Ҡылыҡһырлама[вики-тексты үҙгәртергә]
Хөрәфәттәргә ярашлы, убырҙың арты булмай, алды ғына була; убыр кешегә эт, бесәй, сусҡа, утлы йомғаҡ, шар, тәгәрмәс, күбә, әҙәм булып күренә.
Башҡорт телендә убырға бәйле сырхау атамалары бар, мәҫәлән, убыр сарпыуы. «Һейҙек тотмауҙы убыр сарпыуынан, тиҙәр». Убыр күңеле (төшөү) — Убыр ҡағылыуҙан сиргә тарыу. «Убыр күңеле төшкән баланың күлдәген һыуҙа сайҡап кейҙерәң». Убыр ауыры — кәүҙә ауырайыу, хәлһеҙлек.
Осоп йөрөгән утты убыр уты тигәндәр: «Убыр уты күрһәләр, уҡыналар: „Кит, юғал, мәлғүн!“, — тип төймәләрен, иҙеүҙәрен ысҡындыралар». «Убыр уты ҡағылһа, тоҙ өшкөртәләр ҙә, шуны семтеп ҡояш байышына һибеп, ишекте бикләп яталар».
Хөрәфәттәр буйынса, үҙ-үҙен үлтергән йәки ерләү йолаларын үтәмәй ерләнгән кеше убырға әйләнә. Убыр сихырсының (ул йәнен үҙен сихырға өйрәткән өсөн шайтанға һата) йәки хәрәмде боҙған кешенең йәнен алмаштыра, һуңынан тормошта уларға идара итә. Убыр эйәләшкән кешене «убырлы ҡарсыҡ», «убыр әбей», «убырлы кеше» тип атайҙар.
Хужаһы үлгәс, убыр уның ҡәберендә йәшәй, төндәрен ҡәбер тишегенән сығып йөрөй. Кешегә убыр утлы шар, артында кәүҙәһе булмаған эт, бесәй, сусҡа, кеше (йыш ҡына йәмһеҙ ҡарт йәки ҡарсыҡ) булып күренә.
Ҡайһы бер хөрәфәттәргә ярашлы, кис убыр ярғанатҡа әүерелә. Убыр ауырыу йәки үлем килтерә ала, йөклө ҡатындарҙың эсенән балаларын урлай.
Убыр йорт хайуандарына зыян килтерә (уларҙың балаларын урлай, һыйыр һәм бейәләрҙең һөтөн имә, ҡанын эсә, шуға күрә улар ауырый һ.б.), болоттарҙы йотоп, ҡоролоҡ килтерә.
Убыр менән осрашҡанда, өҫкө төймәләрҙе ысҡындырып, доға уҡырға; ергә үҙеңде уратып һаҡ түңәрәге һыҙырға кәрәк. Убырҙы юҡҡа сығарыу өсөн ҡултыҡ аҫтындағы тишегенән йөрәген тартып алырға, ҡәберенә имән ҡаҙыҡ ҡағып йәки табанына энә сәнсергә кәрәк.
«Күрәҙә», «Алырымҡош» уйындарында убыр менән алыш һынландырыла.
Әкиәттәрҙә убыр мәкерле кеше ашаусы, ҡан эскес образында күрһәтелә («Ҡамыр батыр менән убырлы ҡарсыҡ», «Убырлы ҡәйнә менән бахыр килен», «Убыр әбей» һәм башҡа әкиәттәр).
Башҡорт телендә «ҡарт убыр» (ҡартлас), «убыр уты» (яныр‑янмаҫ ут), «төн убыры» (төнөн йоҡламаған кеше тураһында) һәм башҡа әйтемдәр һаҡланған.
Күп халыҡтарҙың мифологияһында убырға оҡшаш персонаждар бар. http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/14635-ubyr.
Әҙәбиәт[вики-тексты үҙгәртергә]
- Хисамитдинова Ф. Г. Мифологический словарь башкирского языка. — М.: Наука, 2010. — 452 с. — I5ВN 978-5-02-037580-2, мягк., тир. 1000 экз. с. 341—343
- АХБ төҙәтеү/Убыр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Нәҙершина Ф. А. Халыҡ хәтере. Өфө, 2006
- Руденко С. И. Башкиры: историко‑этнографические очерки. Уфа, 2006.