Проект:АХБ төҙәтеү/Хәтирә (йыр)
АХБ төҙәтеү/Хәтирә | |
Кем ҡушҡан | башҡорт |
---|
Фараз буйынса, был мәҡәлә йәки уның бүлеге авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа. Бәлки, уның эстәлеге http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8 сайтынан ғәмәлдә үҙгәртеүһеҙ күсерелгән.
Зинһар, самаланған сығанаҡтың Интернет Архивында килеп сығыу датаһын тикшерегеҙ һәм мәҡәләгә индерелгән үҙгәртеүҙәрҙең датаһы менән сағыштырығыҙ. Әгәр ҙә һеҙ улай түгел тип иҫәпләһәгеҙ, был мәҡәләнең фекер алышыу битендә үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе яҙып ҡалдырығыҙ. Әгәрҙә һеҙ автор, тексты ҡулланыу өсөн рөхсәтте кәрәкле рәүештә алығыҙ. Ҡағиҙәләр боҙоуҙы табыусыға: Зинһар, был хәбәрҙе урынлаштырығыҙ {{subst:nothanks cv|pg=АХБ төҙәтеү/Хәтирә (йыр)|url=http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/15641-kh-tir-bash-ort-khaly-jyry}} – ~~~~ мәҡәләгә ошо материалды өҫтәгән ҡатнашыусы менән һөйләшеүгәМәҡәләнең авторына: Авторлыҡ хоҡуҡтары, Рөхсәт алыу, Нимә эшләргә? |
«Хәтирә» — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй.
Тарихы[вики-тексты үҙгәртергә]
Тәүге тапҡыр 1934 йылда С. Ғәбәши яҙып ала, Х. Ф.Әхмәтов яҙмаһында «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында баҫтырыла. Артабанғы варианттары З. Ғ. Исмәғилев, Ф. Х. Камаев, Л. Н. Лебединский, Ғ. З. Сөләймәнов тарафынан яҙып алына. Шаян таҡмаҡ. Ғашиҡ булған егеттең монологы рәүешендә төҙөлгән шиғри тексында Хәтирә исемле ҡыҙҙың матурлығына дан йырлана. Көй лады мажор пентатоникаһына ҡоролған, ике бөгөлөштән тора: беренсе бөгөлөштөң ике тапҡыр ҡабатланған ике такты икенсе бөгөлөштөң ике ҡат ҡабатланған өс такты менән тиңләшә. Йырҙы Әхмәтов хор, тауыш һәм фортепиано өсөн, Д. Д.Хәсәншин хор (a cappella) өсөн эшкәртә. «Хәтирә» көйө Р.Ә.Мортазиндың 2‑се симфонияһында ҡулланыла.
Ҡапҡа төбөндә тораһың,
Нескә билең бөгәһең, Хәтирәм,
Нескә билдәреңде бөгөп,
Кем өсөн өҙөләһең, Хәтирәм.
Беҙ урамдан үткән саҡта,
Ҡапҡаң булһын ҡағырға, Хәтирәм.
Бер ҙә хәйлә табалмаһаң,
Сыҡ тәҙрә ябырға, Хәтирәм.
Аллы-гөллө сәскә бирһәм,
Ҡаҙарһыңмы түшеңә, Хәтирәм?
Кис ятҡанда уйлап ятһам,
Кермәҫһеңме төшөмә, Хәтирәм?
Кермәҫһеңме төшөмә, Хәтирәм?.
Йыр башҡарыусылар[вики-тексты үҙгәртергә]
«Хәтирә» йырын Ишмулла Дилмөхәмәтов башҡарған. Радик Вәлмөхәмәтов, Сәйфулла Дилмөхәмәтов, Рәхмәтулла Бүләкәнов, Ғата Сөләймәнов һәм башҡа йырсыларҙың репертуарына инә
Әҙәбиәт[вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт энциклопедияһы. Өфө. 1996 й.
- Башҡорт халыҡ йырҙары. Өфө, 1954;
- Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши М., 1965.
- Башҡорттоң 100 йыры. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.