Проект:АХБ төҙәтеү/Ҡайбышев Мөхәмәтгәрәй Мөхәмәтшәрип улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Mail-mark-junk red.svg
АХБ төҙәтеү/Ҡайбышев Мөхәмәтгәрәй Мөхәмәтшәрип улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 1811
Тыуған урыны Кушнаренко районы, Ҡарасайылға ауыл Советы (Кушнаренко районы),Шыршы-Тартыш
Хәрби звание Сотник[d]

Ҡайбышев Мөхәмәтгәрәй Мөхәмәтшәрип улы (1811—?) — кантон башлығы, сотник (1861).

Биографияһы[вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡайбышев Мөхәмәтгәрәй Мөхәмәтшәрип улы — Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе Дыуанай улусы Тартыш ауылы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Шыршы-Тартыш ауылы) башҡорто.

1830 йылдан Башҡорт-мишәр ғәскәрендә хеҙмәт итә. 1837 йылдан — урядник, 1840 йылдан — зауряд-хорунжий, 1853 йылдан — хорунжий.

1835 йылдан Ырымбур сик һыҙығында, 1837—1841 йылдарҙа Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы канцелярияһында хеҙмәт итә.

1848 йылдан — 11‑се башҡорт кантоны, 1856 йылдан — 16‑сы башҡорт кантоны башлығы ярҙамсыһы вазифаларын үтәй.

1857 йылдан — 15‑се, 1861—1862 йылдарҙа 16‑сы башҡорт кантондары башлығы вазифаларын биләй.

Бөрө өйәҙендә ата-бабаларынан мираҫҡа ҡалған 2,352 мең дисәтинә ергә хужа булған.

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Бүләктәре[вики-тексты үҙгәртергә]

  • Владимир таҫмаһындағы «1853—1856 йылдарҙа Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» миҙалы.

Әҙәбиәт[вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тагирова Л. Ф. Кантонные начальники Башкирии: национальная региональная элита первой половины XIX века. 2-е изд., переработанное и исправленное — Уфа: УНЦ ИИЯЛ, 2012. — 164 б. — ISBN 978-5-91608-071-1.

Һылтанмалар[вики-тексты үҙгәртергә]