Проект:АХБ төҙәтеү/Ҡарабай (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
«Ҡарабай»
Йыр
Жанр

Башҡорт халыҡ йыры

Башҡарыу теле

башҡорт

Авторы

халыҡ

Ҡарабай — башҡорт халыҡ йыры. Ҡыҫҡа көй.

... Әллиләү генәйем,

Бәллиләү генәйем.

Әсмәбикә тыпыр-тыпыр

Баҫып килә генәйем.

Иртә лә кил, кис тә кил,

Тәҙерәмде сирт тә, кил.

Сиртеүеңдән танырмын да,

Ҡаршы сығып алырмын.

* Ошо һүҙҙәр бер нисә тапҡыр ҡабатланып йырлана.

«Ҡарабай» башҡорт халыҡ йырынан.

"Ҡарабай" йырының тарихы[вики-тексты үҙгәртергә]

"Ҡарабай" башҡорт халыҡ йырын, ҡыҫҡа көйҙө тәүге тапҡыр 1934 йылда Солтан Хәсән (Солтанәхәт Хәсәнғата) улы Ғәбәши яҙып алған. Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтовтың "Башҡорт халыҡ йырҙары" йыйынтығында баҫылып сыҡҡан. Ф.Х.Камаев, А.С.Ключарёв, Л.Н.Лебединский, К.Ю.Рәхимов һ. б. "Ҡарабай" йырының варианттарын яҙып алған.

"Ҡарабай" йыры тураһында[вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт халыҡ сәнғәтендә, йола фольклорында киң таралған йәнле, шаян таҡмаҡ. Йырҙың көй структураһына периодлыҡ һәм квадратлыҡ хас.

Башҡарыусылар араһында “Йәдкәр" фольклор ансамбле. "Ҡарабай" йырын Хөсәйен Әхмәтов, Р.Н.Сабитов тауыш һәм фортепиано өсөн, Е.Н.Земцов, Рәхимов хор өсөн эшкәрткән. "Ҡарабай" темаһына С.А.Низаметдинов баян өсөн, В.Н.Клепинин фортепиано өсөн вариациялар яҙған. "Ҡарабай" исеме менән халыҡ бейеүе лә билдәле.

Сығанаҡтар[вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡарабай - Киреев Олег, джазовый ансамбль “Орлан” (Музыка: Музыка народная / Слова: Слова народные)

Әҙәбиәт[вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[вики-тексты үҙгәртергә]