Проект:Азия айлығы 2022

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
HOME MEDIA 2022 2021 2020 2019 2018 2017 2016 2015
Азия айлығы 2022

Азия айлығы — төрлө телдәрҙә Азия илдәре тураһында мәҡәләләр яҙыу конкурсы. Һәр ҡатнашыусы тел бүлеге йыл һайын ноябрь айында үҙ телендә Азия тураһында яңы мәҡәләләр яҙа һәм булған мәҡәләләрҙе яҡшырта.

Халыҡ-ара конкурс 2015 йылдан үткәрелә һәм һәр яңы йыл һайын ҡатнашаусылар һәм мәҡәләләр һаны арта бара. Һуңғы ете йылда 4300 мөхәррир тарафынан 64 телдә 49 782 яҡшы сифатлы мәҡәлә яҙылған.

Википедия Азия берләшмәһенең дуҫлыҡ һәм мәҙәни алмашыу сәйәсәте буйынса кәм тигәндә дүрт мәҡәлә яҙған ҡатнашыусылар башҡа ил берләшмәһенән махсус Википедия открыткаһы аласаҡ.

Ғәжәпләнергә әҙер булығыҙ! Ниндәй Вики берләшмәһе һеҙгә открытка ебәрәсәген әлегә белмәйһегеҙ! Һәр Википедияла иң күп мәҡәлә яҙған Википедиясылар «Википедияла Азия илсеһе» тигән хөрмәтле исемгә лайыҡ буласаҡ.

Ҡағиҙәләр

Ҡыҫҡаса: Ноябрь айында Азия тураһында яңы мәҡәләләр яҙығыҙ йәки булғандарын яҡшыртығыҙ (Азия илдәре, географияһы, халҡы, мәҙәниәте һәм башҡалар).

  • Мәҡәләләрҙе 1 ноябрҙан 30 ноябрға тиклем яҙырға.
  • Мәҡәлә күләме 300 һүҙҙән артыҡ булырға һәм 300 байттан кәм булмаҫҡа, минималь талаптар үтәлергә тейеш.
  • Яҙылған мәҡәлә әһәмиәтле булырға тейеш.
  • Конкурс өсөн Башҡортостан тураһында мәҡәлә яҙылмай. Рәсәйҙең Азия ҡитғаһында урынлашҡан башҡа төбәктәре тураһында — яҙыла.
  • Дүрт һәм унан күберәк мәҡәлә яҙыусыларға виртуаль викиорден бирелә һәм почта открыткаһы ебәрелә. Ҡатнашыусы сертификаты тапшырылырға ла мөмкин.
  • Иң күп мәҡәлә яҙыусыға «Википедияла Азия илсеһе» танытмаһы бирелә. Булған һорауҙарға яуапты ошонда табырға була Q&A.

Мәҡәлә һайлау

Мәҡәләне ошо исемлектән һайларға, шулай уҡ ҡатнашыусы Азия темаһы буйынса үҙенә оҡшаған әһәмиәте буйынса Башҡорт Википедияһында булырға тейеш тип иҫәпләгән мәҡәләне яҙа йә булған мәҡәләне яҡшырта ала.

Мәҡәләләрҙе теркәү

Мәҡәләләрҙе ошо биткә теркәргә

Ойоштороусылар

Жюри

Айсар (Википедияла Азия илсеһе)

Азия айлығы төрлө йылдарҙа