Проект:Википедияла Азия айлығы — 2016

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
HOME MEDIA 2022 2021 2020 2019 2018 2017 2016 2015
Викимарафон   Ҡатнашыусылар   Тәҡдим ителгән мәҡәләләр   Партнерҙар һәм бағыусылар   Киң мәғлүмәт саралары һәм социаль селтәрҙәр  

Википедияла Азия айлығы — 2016 — ноябрь айында үткәреләсәк викимарафон. Википедияның төрлө тел бүлектәрендә Азия ҡитғаһына ҡағылышлы яңы мәҡәләләр яҙыу һәм булғандарын тулыландырыу маҡсатында ойошторола. Марафонға Википедияның һәр бүлегенән мөхәррирҙәр ҡушыла ала.

Бер телдә дүрт һәм унан күберәк мәҡәлә яҙған ҡатнашыусыға марафондың махсус открыткаһы тапшырыласаҡ. Ул марафонда ҡатнашыусы илдәрҙең береһенән почта аша ебәреләсәк.

Иң күп мәҡәлә яҙған ҡатнашыусыларға Азияның Википедиялағы илсеһе (ингл. Wikipedia Asian Ambassador) исеме биреләсәк.

Башҡорт Википедияһының әүҙем марафонсылары өсөн махсус бүләктәр әҙерләнә.

Шулай уҡ бағыусыларҙан яңы тәҡдимдәр ҡабул ителә.

Марафон шарттары

  • Түбәндәге шарттарҙы үтәгән ҡатнашыусылар марафонға ҡабул ителә:
    • Башҡорт Википедияһында теркәлгән булыу.
  • Марафон иҫәбенә индерәләсәк мәҡәләләргә талаптар:
    • Тематик яҡтан Азияға ҡағылышлы булыу. Башҡорт Википедияһында Башҡортостанға ҡағылышлы яҙылған мәҡәләләр марафон иҫәбенә инмәй.
    • Азия илдәре тураһында ҡыҫҡа мәҡәләләрҙе тулыландырыу.
    • Мәҡәлә күләме 300 һүҙҙән йәки 3000 байттан кәм түгел.
    • Эстәлеге әһәмиәтле булырға тейеш.
    • Мәҡәлә йөкмәткеле булырға тейеш.
    • Сығанаҡтарҙың күрһәтелеүе мотлаҡ.
    • Етешһеҙлектәрҙе күрһәткән ҡалыптар булмаҫҡа тейеш (мәҫәлән, {{орисс}}, {{НТЗ}}, {{Һылтанмалар юҡ}} һ.б.).
    • Мәҡәләнең исемлек булмауы шарт.

Урындағы ойоштороусылар

  1. Рөстәм Нурыев
  2. Ryanag
  3. Саган
  4. Айсар
  5. Ләйсән


Ҡатнашыусылар һәм мәҡәләләр

Ҡатнашыусылар һәм мәҡәләләр исемлеген бында ҡарағыҙ.