Проект:Википедияла мотлаҡ мең мәҡәлә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Википедияла мотлаҡ мең мәҡәлә
1 ноябрҙан 30 ноябрға тиклем
300 яҡшыртылған мәҡәлә булғансы!
Файл:.jpg


«Википедияла мотлаҡ мең мәҡәлә» — 1000 мотлаҡ исемлегендәгә мәҡәләләрҙе яҙыу өмәһе. Барлыҡ белем өлкәһендәге иң мөһим мәҡәләләрҙән «Бөтә телдәр бүлегендә мотлаҡ мәҡәләләр исемлеге» төҙөлгән.


Маҡсаты: Һәр тел бүлегендә мотлаҡ булырға тейеш исемлегендәге 300 ҡыҫҡа мәҡәләне сифатлы, яҡшы йәки һайланған кимәленә күтәреү.

Өмәне үткәреү ваҡыты: 2021 йылдың 1 ноябренән 30 ноябренә тиклем, ваҡыт етмәһә — 300 яҡшыртылған мәҡәлә булғанға тиклем.

Ҡағиҙәләр

Яҡшыртылырға тәҡдим ителгән мәҡәләләр исемлеге төҙөлә.

Исемлектән ҡатнашыусылар үҙҙәренең мауыҡҡан эшенә, тормош тәжрибәһенә, белеменә ярашлы мәҡәләләрҙе һайлап ала һәм яҡшырта. Булған мәҡәләләрҙең тарихы һаҡланырға тейеш. Тәржемәсе ҡоралы менән эшләргә ярай. Content Transliter мәҡәлә башҡортса булдырылған тип күрһәтә, өҫтәрәҡ «Тәржемәне башларға» тигән төймәгә баҫырға. Был осраҡта мәҡәлә яңынан яҙыла һәм элекке варианты ла һаҡлана.

Приздар фонды ла ҡатнашыусыларҙың эш күләменә ҡарап бүленә.

Яҡшыртылған мәҡәләләр сифатлы, яҡшы йәки һайланған мәҡәләләр кимәлендә булырға тейеш.

Терминдарҙы һәм һүҙбәйләнештәрҙе тәржемә итеү, мәҡәләләрҙе мөхәррирләү һәм биҙәү эштәрен бергәләп кәңәшләшеп эшләү хуплана. Мәҡәләләрҙе кем генә башлаған булһа ла — нәтижәлә Башҡорт Википедияһында яҡшы сифатлы, тулы ҡиммәтле, файҙалы, лайыҡлы мәҡәләләр ҡалырға тейеш.

Баһалау

  • Һайланған мәҡәлә кимәлендәге мәҡәлә өсөн 5 мәрәй;
  • Яҡшы мәҡәлә кимәлендәге мәҡәлә өсөн 4 мәрәй;
  • Сифатлы мәҡәлә кимәлендәге мәҡәлә өсөн 3 мәрәй;
  • Яңы ҡатнашыусыларға (2020 йылдың 1 ноябренән һуң теркәлгәндәргә) дәртләндереү өсөн 10 мәрәй;
  • Тәжрибәле ҡатнашыусыларға башҡа мәҡәләләрҙе биҙәү, терминдарҙы тәржемә итеүҙә ҡатнашҡан әүҙемлек өсөн 1 — 25 мәрәй (конкурс аҙағында баһалама ағзалары ҡарамағында).
  • Һөҙөмтәләр, 30 ноябрҙан һуң, мәҡәләләр һаны 300-ҙән артҡас сығарыла.

Тәҡдим ителгән мәҡәләләр

Мең исемлегендә иң ҡыҫҡа мәҡәләләр исемлегендә оҡшаған мәҡәләне һайлағыҙ

Яҙылған мәҡәләләр

Мәҡәләләрҙе ошо биткә теркәргә

Приздар фонды

Һөҙөмтәләр

Ойоштороусылар

ZUFAr

Баһалама ағзалары

Alfiya55, Akkashka