Проект:Исемең матур

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Проект:Исемең матур! битенән йүнәлтелде)

Исемең матур! — башҡорт теленең һүҙ байлығын өйрәнеү, башҡорт исемдәренең тылсымлы серен асыҡлау, интернетта башҡорт теле даирәһен артабан үҫтереү, исемдәр аша халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре, шәхес исемдәре менән бәйле республиканың ер-һыу атамалары, тарихи-мәҙәни объекттары тураһында мәғлүмәтте барлыҡ донъяға еткереү маҡсатында ойошторолған Википедияның махсус тематик проекты.

Балаһына матур исем биреү ата-әсә бурыстарының иң яуаплыһы. Исем менән кешенең киләсәк тормошо билдәләнә, сөнки һәр исемдә тылсымлы сер һалынған. Ә һин үҙеңдең, атай-әсәйеңдең, туғандарыңдың, таныш-белештәреңдең исемдәрендә ниндәй сер булғанын беләһеңме? Әйҙә, проектта ҡатнашығыҙ һәм яңы асыштар яһағыҙ. Эшегеҙ башҡорт халҡына хеҙмәт итһә, өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙгә булыр.

Проект шарттары[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәләләр[сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт Википедияһында башҡорт ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ исемдәре тураһында яңы мәҡәлә яҙығыҙ йәки булған мәҡәләне тулыландырығыҙ.
  • Мәҡәләләр нисек яҙылыуын ҡарау өсөн «Категория:Башҡорт ир-ат исемдәре» йәки «Категория:Башҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәре» сәхифәһенә күҙ һалығыҙ. Был категорияларҙа булған мәҡәләләрҙе уҡып ҡарағыҙ. Өлгө итеп Айгөл йәки Илдар мәҡәләләрен алырға тәҡдим итәбеҙ.
  • Үҙегеҙ яҙырға теләгән мәҡәлә исемен билдәләү өсөн «Башҡорт ир-ат исемдәре» һәм «Башҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәре» сәхифәләрен ҡарағыҙ. Ҡыҙыл төҫтәге исемдәрҙең мәҡәләһе юҡ, зәңгәр төҫтәгеләренеке бар.
  • Мәҡәлә исемен билдәләгәндән һуң, ундай мәҡәләнең Башҡорт Википедияһында бармы-юҡмы икәнен ҡабаттан тикшерегеҙ. Тикшереү өсөн «Википедия эсендә эҙләү» тәҙрәһендә исемде йыйып ҡарағыҙ. Тағы ла бер тапҡыр «Категория:Башҡорт ир-ат исемдәре» йәки «Категория:Башҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәре» сәхифәһенә иғтибар менән күҙ һалығыҙ.
  • «Башҡорт ир-ат исемдәре» йәки «Башҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәре» сәхифәләрендәге ҡыҙыл булып торған исемгә баҫып, йәки «Википедия эсендә эҙләү» тәҙрәһендә, йәки «Яңы мәҡәлә башлау» тәҙрәһендә кәрәккән исемде яҙып яңы мәҡәлә башлағыҙ.
  • Яңы башлаған мәҡәләгеҙҙе быға тиклем булғандарына оҡшатып яҙығыҙ. Эшегеҙҙе еңеләйтеү өсөн әҙерләмә тексын мәҡәләгеҙгә күсереп ҡуйығыҙ. Мәҡәләгеҙҙе тамамлағансы {{subst:L}} йәки {{Мөхәррирләү|Ҡатнашыусы исеме| КК.АА.ЙЙЙЙ}} ҡалыбын юймағыҙ.
  • Бер тынала тамамланмаған мәҡәләне «Яҙҙырып ҡуйырға» төймәһе аша һаҡлағыҙ. «Вики-тексты үҙгәртергә» төймәһе аша ҡабаттан мөхәррирләү тәҙрәһе асыла.
Мәҡәлә йөкмәткеһе
  • Мәҡәләлә преамбула һәм әҙерләмәлә тәҡдим ителгән бүлектәр булыуы шарт. 2000 байттан ҡыҫҡа мәҡәләләр төҙөмәгеҙ, төҙәгән хәлдә проект исемлегенә ҡуймағыҙ. Булған мәҡәләне тулыландырғанда 2000 байттан күберәк мәғлүмәт өҫтәргә тырышығыҙ, кмә булған осраҡта мәҡәләне исемлегенә ҡуймағыҙ.
  • «Сығанаҡтар» бүлеге барлыҡ мәҡәләләрҙә лә бер төрлө булыуы ихтимал. Үҙегеҙ белгән сығанаҡты өҫтәй алаһығыҙ, ул һеҙ индергән мәғлүмәт күләмен арттырасаҡ.
  • «Этимология» бүлегендә төрлө сығанаҡтарҙағы айырмалыҡты (әгәр ундай осраҡтар булһа) яҙырға тартынмағыҙ. Ҡайһы сығанаҡтан ниндәй аңлатма алынғанын<ref>Иҫкәрмә тексы</ref> аша күрһәтегеҙ
  • «Билдәле кешеләр» бүлегендәге исемлекте мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт менән тулыландырыға тырышығыҙ. Башҡорт Википедияһында булған мәҡәләләргә [[эске һылтанма]] яһағыҙ, ул мәҡәләнең преамбулаһын күсереп ҡуйығыҙ. Мәҡәләләрҙе «Махсус:Эҙләү» исемлеге аша табығыҙ.
  • Башҡорт Википедияһында «Билдәле кешеләрҙең» мәҡәләһе булмаған осраҡта Башҡорт энциклопедияһынан, район һәм ҡала энциклопедияларынан, башҡа төрлө белешмә китаптарҙан ҡарап шәхестәр тураһында ҡыҫҡа мәғлүмәт (преамбула) яҙығыҙ. Үҙегеҙ ҡулланған сығанаҡтар тураһында мәғлүмәтте<ref>Иҫкәрмә тексы</ref> аша күрһәтегеҙ. Интернетта электрон варианттары булғандарына тышҡы һылтанма<ref>[Тышҡы һылтанма адресы_Иҫкәрмә тексы]</ref> ҡуйығыҙ.
  • Ҡатнашыусы төҙөгән мәҡәләләр иҫәбен алып барыу өсөн һәр мәҡәләһенең фекер алышыу битенә яңы мәҡәлә төҙөү йәки булған мәҡәләне тулыландырыу тураһында махсус ҡалып ҡуйығыҙ:

{{Исемең матур! яңы|ҡатнашыусы= |йәш статусы= |мәктәп= }}

{{Исемең матур! яҡшыртылған|ҡатнашыусы= |йәш статусы= |мәктәп= }}

Ҡатнашыусылар[сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Проект балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе ижади эшкә өйрәтеү маҡсатында ойошторолдо;
  • Шул уҡ ваҡытта проектта теләге булған һәр кем ҡатнаша ала, йәш сикләүҙәре юҡ;

Ойоштороусылар һәм бағыусылар[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ойоштороусылар
  • «Викимедиа РУ» йәмғиәт ойошмаһы
  • «Башҡортостан викимедиасылары» төркөмө
Бағыусылар

Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты[сығанаҡты үҙгәртеү]

Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты сикләнмәгән. «Башҡорт ир-ат исемдәре» йәки «Башҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәре» сәхифәләрендәге барлыҡ ҡыҙыл һылтанмалар зәңгәр һылтанмаға әйләнгәнсе дауам итә.

Йомғаҡлау[сығанаҡты үҙгәртеү]

Проектта ҡатнашыусыларҙың эшенә ай һайын йәки квартал һайын (проект әүҙемлегәнә ҡарап) йомғаҡ яһала. Әүҙем ҡатнашыусыларға бүләктәр һәм дәртләндереү саралары ойошторола.

Дәртләндереү[сығанаҡты үҙгәртеү]

Виртуаль миҙал менән бүләкләү[сығанаҡты үҙгәртеү]

Проектта ҡатнашыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында 3 дәрәжәле махсус виртуаль миҙал индерелә. Миҙал ҡатнашыусының шәхси сәхифәһенә ҡуйыла.

3-сө дәрәжәле миҙал
Башҡорт Википедияһында «Исемең матур!» проектына 5 мәҡәлә яҙған һәм тулыландырған өсөн
2-се дәрәжәле миҙал
Башҡорт Википедияһында «Исемең матур!» проектына 10 мәҡәлә яҙған һәм тулыландырған өсөн
1-се дәрәжәле миҙал
Башҡорт Википедияһында «Исемең матур!» проектына 25 мәҡәлә яҙған һәм тулыландырған өсөн

Сертификат һоратып алыу[сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәрәжәле миҙалдарға лайыҡ булыусыларҙың шулай уҡ электрон йәки ҡағыҙҙа баҫылған сертификат һоратып алыу хоҡуғы бар.

Сараларҙа ҡатнашыу[сығанаҡты үҙгәртеү]

Проектта иң әүҙем ҡатнашыусылар конференция, семинар һәм башҡа төрлө оффлайн сараларға барыу хоҡуғы бирелеүе ихтимал. Сараларҙа ҡатнашыу хоҡуғы финанс сығанаҡтар булған осраҡта бирелә. Кем һәм ҡайҙа барыу тураһында ҡарар дөйөм тикшереү һәм тауыш биреү аша ҡабул ителә. 18 йәше тулмаған балалар һәм үҫмерҙәр өлкәндәр оҙатыуында сараларға саҡырыла.

Башҡа төрлө дәртләндереү саралары[сығанаҡты үҙгәртеү]

Финанс мөмкинлектәрҙән, бағыусылар ярҙамынан сығып башҡа төрлө дәртләндереү саралары индерелеүе ихтимал.

Проект һөҙөмтәһе[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатнашыусыларҙың мәҡәләләр төҙөү һөҙәмтәһе
Ҡатнашыусы исеме Мәҡәләләргә һылтанма Май Июнь Июль Аңлатма/Миҙалдар
Рөстәм Нурыев яҙылған, тулыландырған Айгөл, Илдар Өлгө өсөн
Текст Текст Текст Текст Текст Текст
Текст Текст Текст Текст Текст Текст
Текст Текст Текст Текст Текст Текст
Текст Текст Текст Текст Текст Текст
мәктәптәр буйынса мәҡәләләр төҙөү һөҙөмтәһе
Бында таблица кәрәк. Мәктәптәр буйынса мәғлүмәт булған осраҡта таблица эшләнәсәк.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[сығанаҡты үҙгәртеү]

Проект:Исемең матур 2021

Сығанаҡтар[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәләләр яҙыу һәм тулыландырыу өсөн түбәндәге сығанаҡтарҙы ҡулланығыҙ.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ