Проект:Мириада конкурсы 2022

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

«Мириада конкурсы 2022» — Мириада исемлегендәге мәҡәләләрҙе яҙыу өмәһе.

Өмәне үткәреү ваҡыты: 2022 йылдың 15 сентябренән 31 октябренә тиклем.

Ҡағиҙәләр

Мириада исемлегенән ҡатнашыусылар үҙҙәренең мауыҡҡан эшенә, тормош тәжрибәһенә, белеменә ярашлы мәҡәләләрҙе һайлап яҙа.

Мәҡәлә башҡорт телендә, башҡортса гәзит-журналдар уҡыған, башҡортса тамашалар ҡараған һәм тыңлаған кешегә аңлайышлы телдә яҙылырға тейеш.

Минималь талаптар үтәлгән, күләме 8 килобайттан да кәмерәк булмаған мәҡәләләр ҡабул ителә.

Күләме 8 — 12 килобайт мәҡәлә өсөн 1 мәрәй, 12 — 18 килобайт өсөн 2 мәрәй, 18 килобайттан оҙонораҡ мәҡәлә өсөн 3 мәрәй бирелә.

Ҡайһы бер төшөнсәләр башҡорт телендә беренсе мәртәбә яҙыла, тәржемә итеүе «ауыр» мәҡәләләр булыуы мөмкин. Был осраҡта мәҡәлә өсөн өҫтәмә 1—3 мәрәй бирергә мөмкин. Мәҡәләне яҙыусы үҙе был турала белдерергә тейеш.

5 мәҡәлә һәм күберәк яҙған ҡатнашыусылар финалға үтә.

Приздар фонды ҡатнашыусыларҙың эш күләменә бәрәбәр бүленә. Бер кешегә максимум приз 18 000 һум.

Терминдарҙы һәм һүҙбәйләнештәрҙе тәржемә итеү, мәҡәләләрҙе мөхәррирләү һәм биҙәү эштәрен бергәләп кәңәшләшеп эшләү хуплана. Иң ярҙамсыл ҡатнашыусыларға 1—5 мәрәй бирелә.

Яҙылған мәҡәләләр

Мәҡәләләрҙе ошо биткә теркәргә

Приздар фонды

115 мең һум.

Һөҙөмтәләр

Ойоштороусылар

ZUFAr

Баһалама ағзалары