Проект:Төрки марафоны 2020
Тәҡдим ителгән темаларға мәҡәләләр исемлеге
- Марафонда ҡатнашҡан тел бүлектәре ирекмәндәре тәҡдим иткән дөйөм исемлек.
- Башҡорт Википедияһында Башҡортостан һәм башҡорттар менән бәйле темаларға тәҡдим ителгән мәҡәләләр исемлеге.
Ҡағиҙәләр
- Марафонда Башҡорт Википедияһында теркәлгән һәр кем ҡатнаша ала.
- Марафонда 1июндән (Өфө ваҡыты менән 0:00 сәғәттән) 30 июнгә (23:59 сәғәткә) тиклем яңы яҙылған һәм тулылардырылған мәҡәләләр ҡабул ителә.
- Марафон иҫәбенә түбәндәге шарттарға яуап биргән мәҡәләләр индерелә:
- Күләм кәмендә 2000 байт йәки төп тексы ғына (һүрәттәрҙән, әҙәбиәт исемлегенән, һылтанма һәм иҫкәрмәләрҙән башҡа) 150 һүҙҙән артыҡ булырға тейеш.
- Тема йәһәтенән әһәмиәтле, яҙылыуы буйынса йөкмәткеле, темаһы мөмкин тиклем тулыраҡ асылған булырға тейеш.
- Сығанаҡтарҙың күрһәтелеүе мотлаҡ. Етешһеҙлектәр тураһында ҡалыптар (мәҫәлән, {{орисс}}, {{Һылтанмалар юҡ}} һ.б.) булмаҫҡа тейеш.
- 1/1 шарты: Башҡортостан һәм башҡорттар темаһына ҡарата бер мәҡәләгә башҡа төрки халыҡтар темаһына бер мәҡәлә булырға тейеш;
- 10/1 шарты: конкурстан һуң ҡатнашыусылар конкурс өсөн яҙылған һәр 10 яңы мәҡәләгә мотлаҡ 1000, йәки 10 000 исемлегенән 1 мәҡәләне тулыландырылырға һәм юғары статусҡа сығарылырға тейеш. Башҡортса яҙылмаған мәҡәләне яҙырға мөмкин йәки ошо исемлекте файҙаланырға мөмкин.
Бүләктәр
- Төп биш приз (бүләк) — марафонды ойоштороусы Төрки телле викимедиасылар төркөмө тапшыра;
- Дәртләндереү бүләктәре — үҙенең китаптарын яҙыусы һәм википедист Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова тапшыра;
- Өҫтәмә 10 приз (бүләк) — Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тапшыра. Фонд директоры Гөлназ Йосопова.
Ойоштороусылар һәм баһалама ағзалары
- Төрки телле викимедиасылар төркөмө — ойоштороусы бәрләшмә
- Меһман Ибраһимов — төп ойоштороусы һәм баһалама ағзаһы
- Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова — Башҡорт Викпедияһынан ойоштороусы һәм баһалама ағзаһы
Киң мәғлүмәт саралары һәм социаль селтәрҙәр марафон тураһында
Мәҡәләләр исемлеге
[сығанаҡты үҙгәртеү]Конкурста ҡатнашыусылар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Мәҡәлә яҙғандан һуң уны ҡатнашыусылар 24 сәғәт эсендә үҙҙәре Фонтанға һәм түбәндәге таблицаға теркәй. Конкурста бары тик таблицаға теркәлгән мәҡәләләр иҫәпкә алына. Тамамланмаған мәҡәләләрҙе таблицаға теркәмәгеҙ. Мәҡәләнең фекер алышыу битендә конкурс ҡалыбын ҡуйығыҙ. Ошо ҡалыпты күсереп алырға:
{{Төрки марафон 2020|ҡатнашыусы}}
- Фонтан ҡоралында теркәү
- Яңы мәҡәләләр өсөн Фонтан исемлеге
- Тулыландырылған мәҡәләләр өсөн Фонтан исемлеге
- БашВикила теркәү
Ҡатнашыусы | Мәҡәләләр | Иҫәп | Мәрәйҙәр | Урын |
---|---|---|---|---|
Guram52 | Яңы мәҡәләләр: ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() Тулыландырылған мәҡәләләр: |
52/6 | 62/5=67 | IV |
Alfiya55 | ![]() ![]() ![]() |
3 | 5/0=5 | VIII |
Тутыйғош | Яңы мәҡәләләр: ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() Тулыландырылған мәҡәләләр:
|
34/9 | 57+1+3/13=74 | II |
Akkashka | Яңы мәҡәләләр: ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() Тулыландырылған мәҡәләләр:
|
23/7 | 61/16=77 | I |
З. ӘЙЛЕ (конкурстан тыш) | Яңы мәҡәләләр: Тулыландырылған мәҡәләләр: |
0/2 | 0/0 | конкурстан тыш |
Юлдашева Луиза | Яңы мәҡәләләр:![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() Тулыландырылған мәҡәләләр: • |
22/8 | 56/16=72 | III |
Ryanag | Яңы мәҡәләләр: ![]() |
1 | 1/0=1 | X-XI |
Хаят Йосопова1 | Яңы мәҡәләләр: ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() Тулыландырылған мәҡәләләр: Архимед (36 877 байт) |
9/2 | 17/6=23 | V |
Zlgll | Яңы мәҡәләләр: ![]() ![]() Тулыландырылған мәҡәләләр: Ғәҙелша шарлауығы (9584 байт) • Терроризм (51 806 байт) |
5/1 | 5/1=6 | VII |
Sherbn | Яңы мәҡәләләр: ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() Тулыландырылған мәҡәләләр: Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым Ай халыҡ-ара ойошмаһы (39 899 байт) |
8/2 | 11/3=14 | VI |
Банат Валеева-Яубасарова | Яңы мәҡәләләр: ![]() ![]() ![]() Тулыландырылған мәҡәләләр: • [[]] (0 байт) |
3/0 | 0/0 | Фонтанда теркәлмәгән |
Рөстәм Нурыев | Яңы мәҡәләләр: ![]() Тулыландырылған мәҡәләләр: • [[]] (0 байт) |
1/0 | 1/0=1 | X-XI |
Il-Gil | Яңы мәҡәләләр: ![]() ![]() |
1/0 | 1/0=1 | X-XI |
Айсар | Яңы мәҡәләләр: ![]() ![]() |
2/0 | 3/0=3 | IX |
Йомғаҡлау
[сығанаҡты үҙгәртеү]Төрки марафоны 2020 бәйгеһендә 12 ирекмән ҡатнашты, башҡорт телендә барлығы 205 мәҡәлә яҙылды. Уларҙың 5-һе конкурста ҡатнашманы (Фонтанға индерелмәне), 4-һе темаға тура килмәне. Башҡортостан тураһында рус телендә — 16, украин телендә — 28, әзербайжан телендә — 62, төрөк телендә − 5, саха телендә 15 мәҡәлә яҙылды (башҡа телдәр буйынса әлегә мәғлүмәттәр юҡ).
21 майҙа үткән онлайн осрашыуҙа билдәләү һәм мәрәйҙәрҙең айырмаһы артыҡ ҙур булмауын иҫәпкә алып, приздар түбәндәгесә бүленде:
- Аҡҡашҡа — 80$
- Тутыйғош — 70$
- Юлдашева Луиза — 60$
- Guram52 — 50$
- Хаят Йосопова1 — 40$
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!!! Артабан да Википедияла йөҙөп йөрөп эшләр өсөн ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм бәхетле тормош теләйбеҙ!