Юбилярға Википедия бүләге — Башҡортостандың һәм башҡорт халҡының дәүләт йәки йәмғиәт тарафынан танылыу алған шәхестәрен юбилейлы тыуған көндәре менән ҡотлау, арабыҙҙан киткәндәрҙе иҫкә алыу маҡсатында ойошторолған махсус Википедия проекты. 2017 йылдың февраль айынан алып барыла. Юбилярҙар исемлеге көн һайын БашВикиның Баш битендә күренә.
- Исемлеккә Башҡорт Википедияһында мәҡәләһе булырға тейеш шәхестәр индерелә.
- Юбилярҙар исемлеге һәр көн мәҡәләһендә төҙөлә һәм тулыландырыла. Ниндәйҙер сәбәп менән исемлектә булмаған юбиляр хаҡында проект буйынса фекерләшеү битенә яҙығыҙ йәки проект кураторы Айсарға мөрәжәғәт итегеҙ. Юбилярҙар тураһында быға тиклем яҙылған (тәржемә ителгән) мәҡәлә булмаған осраҡта (ҡыҙыл һылтанма) — мәҡәлә төҙөргә, булған хәлдә (зәңгәр һылтанма) — мәҡәләне тулыландырырға тәҡдим ителә.
- Юбилей датаһына тиклем һәм унан һуң 30 көн (йәки бер ай) булған ваҡыт арауығында яҙылған (тулыландырылған) мәҡәлә бүләк булып иҫәпләнә.
- Бүләк иҫәбенә яңы мәҡәлә яҙғанда йәки тулыландырғанда {{Юбилярға Википедия бүләге|Ҡатнашыусы исеме}} ҡалыбын мәҡәләнең фекерләшеү битенә ҡуйығыҙ.
- Проектта теләге һәм һәләте булған һәр кем ҡатнаша ала.
- Нимә эшләргә һуң?
- Йыл календары аша көн мәҡәләһенә инеп, исемлектә булмаған юбиляр тураһында мәғлүмәт өҫтәгеҙ
- Исемлектә ҡыҙыл булып торған шәхес тураһында мәҡәлә төҙөгөҙ
- Исемлектә зәңгәр һылтамалы шәхес мәҡәләһенә мәғлүмәт өҫтәгеҙ йәки булғанын аныҡлағыҙ
- Ҡыйынлыҡтар тыуһа йәки һорау-тәҡдимдәрегеҙ булһа, проект кураторы Айсарға мөрәжәғәт итегеҙ.
Юбилярға Википедия бүләге проекты 2017 йылдың февраль айынан эшләп килә. 2019 йылдың ғинуар айына 20 ҡатнашыусы тарафынан 164 мәҡәлә яҙылған. Проект буйынса яҙылған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген Категория:Алфавит буйынса Юбилярға Википедия бүләге мәҡәләләре битендә ҡарай алаһығыҙ.
- Почёт таҡтаһы
2019 йылдың ғинуар айында проектта ҡатнашыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында 3 дәрәжәле махсус миҙал индерелде.
- 02.01.2019. Беренсе бүләкләнеүселәр :
- 3-сө дәрәжәле миҙал — биш мәҡәлә яҙған өсөн (ҡатнашыусылар Alfiya55, Guram52, Ryanag, Айсар, З. ӘЙЛЕ, Рөстәм Нурыев, Тутыйғош, Банат Валеева-Яубасарова, Таңһылыу, Юлдашева Луиза һәм Хаят Йосопова1);
- 2-се дәрәжәле миҙал — 10 мәҡәлә яҙған өсөн (ҡатнашыусылар Айсар, Банат Валеева-Яубасарова, Таңһылыу һәм Юлдашева Луиза)
- 1-се дәрәжәле миҙал — 25 мәҡәлә яҙған өсөн (ҡатнашыусылар Айсар, Таңһылыу һәм Юлдашева Луиза).
- Проект эшләүен дауам итә. Юбилей мәҡәләләрен яҙыусыларға һәм тулыландырыусыларға иғтибар киләсәктә лә шул уҡ кимәлдә ҡаласаҡ. Шулай булғас, алға, вики туғандар, алға һәм алға!