Фекерләшеү:Ҡолой кантон (йыр)

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

З. ӘЙЛЕ, был ҡалып минең өҫтәмәгә ҡағыламы? Һәм ул нисек авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа? Цитатаға һылтанма ҡуйылған, йыр тарихы буйынса фекерҙәр төрлө, һәм улар мәҡәләлә сағылыш табырға тейеш. Йә иһә мин яҙғанды юйҙыртып (ә цитатанан башҡаһы үҙгәртелмәй яҙылмаған) тағы бер мәҡәлә яҙырғамы?--Guram52 (әңгәмә) 15:30, 21 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

  • Guram52 мәҡәләлә "Башҡорт энциклопедияһы"нан һүҙмә-һүҙ күсерелгән өлөштәр бар. Цитатаға ҡағылмай. Бына энциклопедиялағы мәҡәлә: “ҠОЛОЙ КАНТОН”, “Ҡ о л ы й к а н т о н”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1920 йй. яҙып алына (яҙманың авторы билдәһеҙ), бер нисә вариантта “Советская музыка” (“Совет музыкаһы”, 1951. №3) ж. баҫтырыла. Йырҙың артабанғы яҙмалары С.Ә.Галин, Л.Н.Лебединский, К.Й.Рәхимов, И.В.Салтыков, Н.Д.Шоңҡаров тарафынан башҡарыла. Драматик характерҙағы йыр. Кантон башлығы Мөхәмәтҡолой Көсөков (ҡара: Көсөковтар) исеме м‑н аталған. Сюжет нигеҙендә үҙенең ҡанһыҙлығы м‑н билдәле булған Ҡолой т‑да хикәйә ята. Силәбе өлк. Арғаяш р‑нында йырҙың геройын белемле һәм мәрхәмәтле кеше итеп һүрәтләгән варианты ла таралған. Йыр айырыуса Урал аръяғы башҡорттары араһында киң билдәле. Көйҙөң киң интервал — секстанан башланыуы һыҡтау булып яңғырай, был тәьҫирҙе артабан ҡатмарлы орнаментика көсәйтә. Башҡарыусылар араһында Баймаҡ халыҡҡурайсылар ансамбле, М.Ф.Буранғолов, Т.М.Дәүләтшин, З.З.Илбаева, Ф.Ә.Килдейәрова, Ғ.З.Сәфәрғәлин, Ғ.С.Әлмөхәмәтов, Р.С.Әхмәҙиева. Йырҙы Ш.Ш.Ибраһимов — хор (a cappella), В.И.Виноградов, З.Л.Компанеец, А.М.Ҡобағошов, Рәхимов тауыш һәм фп. өсөн эшкәрткән. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 15:37, 21 декабрь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Мәҡәлә үҙгәртелде[сығанаҡты үҙгәртеү]

З. ӘЙЛЕМәҡәлә үҙгәртелде һәм тулыландырылды--Guram52 (әңгәмә) 18:15, 17 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Мәҡәләләр арауығына сығарыу[сығанаҡты үҙгәртеү]