Проект буйынса фекерләшеү:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары/Исемлек

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Йөкмәтке теҙмәһе[сығанаҡты үҙгәртеү]

З. ӘЙЛЕ, Йөкмәтке теҙмәһен вертикальдан горизантальға бора торған махсус ҡалып бар ине. Шуны табып ҡуй әле проектҡа. Ыҡсымат булыр. Мин табалманым. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 09:31, 7 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Китапҡа инмәгән яугирҙар[сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Эш барышында китапҡа ла, исемлеккә лә инмәгән яугирҙар исемдәре осрап тора. Ни эшләйбеҙ? Дөйөм исемлеккә индереп яҙайыҡмы, әллә исемлектән төшөп ҡалғандарҙы айырып күрһәтәйекме? --Sherbn (әңгәмә) 07:22, 3 июнь 2021 (UTC)[яуап бирергә]
    • Sherbn Әгәр 112-се Кавдивизияла булыуҙары тураһында рәсми сығанаҡ бар икән (Память народа сайты, йәки башҡа китаптарҙа телгә алынған) индерергә мөмкин. Аңлашмаусылыҡ тыумаһын өсөн, ундайҙарҙы конкурстан һуң яҙырға була. Әлегә шайморатовсылар менән генә эшләү урынлыраҡ. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 09:40, 3 июнь 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • Китап, исемлек тураһында белмәй ҡалыусылар күп кенә. Мин бабайымдың исемлектә юҡлығын (БКД музейында документтары тора) 2020 йылдың декабрендә генә күрҙем, балаларына хәбәр иттем. Ә интернетта ултырмаған кеше әллә күпме. Төшөп ҡалғандарҙы айырым исемлек менән эшләйек (Память народа, район китаптарында улар тураһында яҙылған бит)--Sherbn (әңгәмә) 11:19, 3 июнь 2021 (UTC)[яуап бирергә]
      • Sherbn әлегә исемлеккә ингәндәрҙе эшләйек, һуңынан исемлеккә өҫтәрбеҙ. Бер конкурста ғына 3 мең самаһы кеше ингән исемлекте эшләп бөтмәйбеҙ бит, дауам итербеҙ. Исемлекте тулыландырыу һәм мәҡәләләр яҙыу проекты оҙаҡ дауам итер әле ул тип уйлайым. Конкурс өсөн сығанаҡтарҙың тикшереп булыуы мөһим. Әгәр электрон варианттары булһа, яҙырға мөмкин. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 12:11, 3 июнь 2021 (UTC)[яуап бирергә]